Сәпәй
Сәпәй[2][3] (татар. Сәпәй, рус. Сапеево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.
География
Тарих
Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1747 йылдан билдәле. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҙнаҡай административ-территориаль улусы составына керә[5].
XX быуат башында ауылда земство хәстәханаһы, 2 мәсет, мәктәп теркәлгән[4].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[4].
Халҡы
1816 йылда ауылда 21 ир затлы башҡорт, 63 типтәр һәм 138 дәүләт крәҫтиәне; 1859 йылда — 36 ир затлы башҡорт, 127 типтәр һәм 236 дәүләт крәҫтиәне иҫәпләнгән[5].
| 1795 | 1859 | 1889 | 1897 | 1910 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 496 | 878 | 1183 | 1360 | 1545 | 1698 | 1267 | 1209 | 904 | 1003 | 875 | 722 | 555 | 661 | 715 |
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 378. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 1 2 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Сәпәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 4 Татарская энциклопедия.
- ↑ 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 566—567. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.