Әсәй (ауыл)
Әсәй (татар. Әсәй, рус. Асеево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.
География
Тарих
Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҙнаҡай административ-территориаль улусы составына керә[4].
XX быуат башында ауылда 3 һыу тирмәне, 3 мәсет, 3 мәктәп теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[3].