Әҫәрилек

Әҫәрилек(ғәр. الأثرية‎ — әл-Әҫәриә, ғәр. أهل الأثر‎ — әһел әл-Әҫәр; рус. Асария) — исламда сөнни ғаҡидә, Ҡөрьән һәм Сөннәттең ҡәтғи традиционализмға һәм текстуализмға тоғролоғо менән айырылып тора. Әҫәрилек яҡлылар Ҡөрьәндең икенсе төрлө аңлатылыуын инҡар итә (тәьүил), Мөтәшәбиһ аяттарҙағы илаһи сифаттарҙың мәғәнәһен аңлатыу менән шөғөлләнмәй һәм улар тураһында уйламай, шул уҡ ваҡытта уларға һүҙмә-һүҙ мәғәнә бирмәй (Балтыры, Ҡулы, Аллаһы Тәғәләнең күҙҙәре һ.б.). Атама «әҫәр» — «эҙ», «риүәйәт», «цитата» һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән.

Сығанаҡтар

Ҡөрьән һәм Пәйғәмбәр Сөннәте әҫәриҙәрҙең төп инаныу сығанағы булып тора. Шул уҡ ваҡытта һүҙмә-һүҙ һәм метафорик шәрехләмә менән ҡулланыу тыйыла[1]. Мөтәшәбиһтәрҙең мәғәнәһен аңлатыуҙа улар, тик Аллаһ ҡына уларҙы дөрөҫ аңлай, ә кешеләр хәбәрҙәрҙе «нисек аңларға» тип һорамай ҡабул итергә тейеш, тип иҫәпләй (би-лә кәйфә), уларға рациональ аңлатма уйлап табырға тырышмай[2]. Әҫәрилектең икенсе мөһим сығанағы булып мосолман-сәләфтәрҙең тәүге өс быуыны практикаһы тора (сәхәбәләр, тәбиғиндәр һәм тәбиғ әт-тәбиғиндәр). Был мәҙһәб вәкилдәре булып Мәлик ибн Әнәс, Әбү Хәнифә, Мөхәммәт әш-Шәфиғи, Әхмәт ибн Хәнбәл[1] һәм башҡа билдәле дин белгестәре торған.

Инаныстары

Әҫәриҙәр иман (ғәр. الإيمان‎) төшөнсәһенә «йөрәктә инаныу, телдә һүҙҙәр һәм башҡарылған эштәрҙе» индерә.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Halverson, 2010, pp. 36
  2. Halverson, 2010, pp. 36, 37

Әҙәбиәт


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.