Алабуға (күл, Ҡыҙыл Армия районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Алабуға
Дәүләт

Алабуға (рус. Ала́буга) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районындағы күл.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алабуға — Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районындағы күл, өлкәләге өс Алабуғаның береһе.

Күлдең көньяҡ ярында атамаһын күлдән алған ҙур ауыл - Алабуға. Төньяҡ һәм көнбайыш өлөшөндә — йәйләүҙәр.

Төньяҡ-көнсығыш ярын буйлап БродокалмакАлабуғаТәрәнкүл автомобиль юлы үтә [2].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Уртаса тәрәнлеге — 2 м, иң тәрән урыны — 3 метр.
  • Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 173 метр.
  • Минераллылығы — 0,694 г/л.
  • Майҙаны — 7,4 км² [3].
  • Оҙонлоғо - 3,4 км.
  • Киңлеге - 2,6 км.
  • Һыуйыйғыс майҙаны: 8,1 км².
  • Һыу күләме - 20 300 000 м³.
  • Сығанаҡтары юҡ, аҡмай торған күл.
  • Һыуы сөсө
  • Төбө - ләмле, урыны менән ҡомло.
  • Тоҙлолоғо - 0,7 г/л [4].

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яр буйҙары тотош ҡамыш менән ҡапланған.

Күлдә алабуға һәм аҡ сабаҡ тереклек итә [5].

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шувалов Николай Иванович - Силәбе өлкәһе географы, топонимисы, үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә Алабуға атамаһының килеп сығышын былай тип аңлата: От башкирского слова алабуга — «окунь». Есть мнение, что озеро в Красноармейском районе названо по мужскому имени Алабуга.[6].[7]

Күл атамаһы, тимәк, алабуға тигән балыҡ атамаһынан йәки Алабуға тигән боронғо башҡорт андронимынан алынған булыуы ихтимал.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 200 бит

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. АЛАБУГА (У ПОСЕЛКА АЛАБУГА)
  3. АЛАБУГА (У ПОСЕЛКА АЛАБУГА)
  4. Озеро Алабуга
  5. АЛАБУГА (У ПОСЕЛКА АЛАБУГА)
  6. Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  7. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]