Алабуға (күл, Ҡарабаш)
Алабуға - рус. Алабуга - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала округындағы күл
Географияһы
Алабуға - Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала округына ҡараған, Ҡарабаш ҡалаһынан һәм Уйылды күленән йыраҡ түгел урынлашҡан һыу ятҡылығы [1]
Силәбегә тиклем араһы — 100 км, Екатеринбургҡа — 180 км, Ҡыштымға – 30 км, Ҡарабашҡа — 13 км.
Координаттары: 55°32′5″N 60°21′38″E
Тасуирламаһы
Силәбе өлкәһендә Алабуға атамалы 3 күл бар. Уларҙың береһе - Кәҫле, икенсеһе - Ҡыҙыл Армия районында.
Был мәҡәләләгеһе Ҡарабаш ҡалаһы янында урынлашҡан, ул ҙур түгел. Көнбайыштан көнсығышҡа табан - 600 метрға, төньяҡтан көньяҡҡа — 400 метрға һуҙылған.
- Һыу көҙгөһө майҙаны – 25 гектар.
- Тәрәнлеге – 5-7 метр, иң тәрән урыны 9 метрға етә.
- Төбө өлөшләтә ташлы, өлөшләтә ләмле.
- Үтәҙеклеге - 1,5–2 метр.
- Һыуы сөсө.
Ярында тораҡ пункттар юҡ.
Этимологияһы
Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә Алабуға атамаһының килеп сығыуы былай аңлата: От башкирского слова алабуга — «окунь». Есть мнение, что озеро в Красноармейском районе названо по мужскому имени Алабуга.[2].[3]
Күл атамаһы, шулай итеп, алабуға тигән балыҡ атамаһынан алынған.
Флораһы һәм фаунаһы
Шулай уҡ ҡара
Сығанаҡтар
- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 200 бит