Антипин Иван Алексеевич
Иван Алексеевич Антипин (укр. Іва́н Олексі́йович Анти́пін; 1921 йылдың 11 сентябре, Ҡыҙыл Еҙем, Башҡорт АССР-ы — 2005 йылдың 21 декабре, Луцк) — хәрби хеҙмәткәр, полковник, Украина Хәрби-һауа көстәре генерал-майоры (2004). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Штурм авиацияһы лётчигы. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
Антипин Иван Алексеевич 1921 йылдың 11 сентябрендә Совет Рәсәйенең Башҡорт АССР-ы Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең Еҙем, хәҙер Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Ҡыҙыл Еҙем ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте рус[1].
Туғыҙ класс тамамлаған. Һуңынан махсус комсомол наборы (рус.)баш. буйынса Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһындағы аэроклубҡа уҡырға инә.
1941 йылдың апрелендә Башҡорт АССР-ының Архангел район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1942 йылда Свердловск хәрби авиация осоусылар мәктәбен тамамлай, ошо йылдың октябренән фронтта[2].
5-се һауа армияһының 1-се штурмлаусы авиация корпусы 292-се штурмлаусы авиация дивизияһы 667-се штурмлаусы авиация (рус.)баш. полкы осоусыһы лейтенант Иван Антипин 1944 йыл башына дошмандың тере көсөн һәм хәрби техникаһын штурмлау өсөн 89 уңышлы хәрби осош яһай, 16 һауа һуғышында ҡатнаша, шәхсән «Ю-87» самолетын һәм төркөмдә 6 дошман самолетын бәреп төшөрә. 20 дошман танкын, тере көстәр һәм йөк менән 125 автомашинаһын, 8 зенит-артиллерия батареяһын юҡ иткән, 3 яғыулыҡ складын, 2 боеприпастар складын, 9 автоцистернаны шартлата һәм 500-гә яҡын дошман һалдаты һәм офицерын юҡ итә.
СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1944 йылдың 1 июлендә лейтенант Иван Алексеевич Антипинға, Ленин ордены менән «Алтын йондоҙ» миҙалы (№ 1978) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3].
Һуғыштан һуң хеҙмәтен СССР Хәрби-Һауа көстәрендә дауам итә. 1945 йылдың мартынан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. 1949 йылда штурмандарҙың Юғары офицерҙар мәктәбен, 1956 йылда — Хәрби-һауа академияһын тамамлай.
1968 йылдан алып полковник И. А. Антипин — запаста, ә һуңынан отставкаға (рус.)баш. китә. Украина ССР-ының һәм 1992 йылдан — Украинаның Волынск өлкәһендәге Луцк ҡалаһында йәшәй. Украина Хөкүмәте хөрмәтле ветеранға «генерал-майор» хәрби званиеһы бирә[2].
И. А. Антипин 2005 йылдың 21 декабрендә вафат була, 23 декабрҙә Луцк ҡалаһында ерләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (01.07.1944)
- Ленин ордены (01.07.1944)
- «Алтын йондоҙ» миҙалы (01.07.1944)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (01.09.1943)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (30.09.1943)
- Александр Невский ордены (22.02.1945)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (12.02.1944)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.08.1944)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- Миҙалдар
- Башҡортостан Республикаһы Архангел районының почётлы гражданы[4].
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Иван Алексеевич Антипиндың исеме Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль (рус.)баш. районы Ҡыҙыл Еҙем ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[5][6];
- Герой исеме Өфө ҡалаһында Еңеү паркындағы гранит стелала һәм Белорет ҡалаһында мемориаль таҡтала мәңгеләштерелгән;
- Архангел районы Архангел ауылында И. А. Антипинға һәйкәл, Ҡыҙыл Еҙем ауылының ул уҡыған мәктәп бинаһына — мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова. Антипин Иван Алексеевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 Уфаркин Н. В. Антипин Иван Алексеевич. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Антипин Иван Алексеевич. Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Почётные граждане: Антипин Иван Алексеевич. Муниципальный район Архангельский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Антипин Иван Алексеевич (Тикшерелеү көнө: 18 ғинуар 2026)
- Международный патриотический интернет проект «Герои Страны». Антипин Иван Алексеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 ғинуар 2026)
- Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Антипин Иван Алексеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 ғинуар 2026)
- Республиканский музей боевой Славы. Официальный сайт. Антипин Иван Алексеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 ғинуар 2026)
- Soviet Fighter Aces of 1936—1953 years Сайт «Красные Соколы». Советские лётчики 1936-1953. Антипин Иван Алексеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 ғинуар 2026)
- Биографическая энциклопедия «Биография.ру». Антипин Иван Алексеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 ғинуар 2026)
- Муниципальный район Архангельский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане → Антипин Иван Алексеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 ғинуар 2026)