Аҡназар (исем)
Викидата элементы юҡ |
Аҡназар — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аҡназар (Аҡнаҙар) башҡорт һәм ғәрәп телдәрендәге аҡ һәм назар һүҙҙәренең ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән төрки сығанаҡлы исем. Балаға изге ҡарашлы, иғтибарлы, ярҙамсыл булһын тигән теләктә ҡушылған.[1].[2]
Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аҡнаҙар хан — Ҡаҙаҡ ханлығы ханы, 1538−1580 йылдарҙа, Ҡасим хан улы. Үҙ-ара талаш-тартыштан һуң ханлыҡты тергеҙеү осорон Аҡнаҙар исеме менән бәйләйҙәр, ул хакимлыҡ иткән осорҙа дәүләттең эске һәм тышҡы сәйәсәтендә үҫеш күҙәтелә.
Фамилия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы (22 август 1924 йыл — 2 апрель 2000 йыл) — совет комсомол, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1962—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 6—9‑сы, РСФСР-ҙың 10-сы һәм 11‑се, Башҡорт АССР-ының 4—11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1966—1971 йылдарҙа КПСС‑тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы. Ике Ленин (1971, 1984), Октябрь Революцияһы (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1974) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.
Ауылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аҡназар (Хәйбулла районы) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл.
Аҡназар (Мәләүез районы) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аҡназар — Баязит Бикбайҙың билдәле «Ҡаһым түрә» драмаһында төп ыңғай образдарҙың береһе.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Күп мәғәнәле һүҙҙәрҙең исемлеге. Бында яңылыш башҡа биттән күсһәгеҙ, һылтанманы аныҡлағыҙ . Был биттә күп мәғәнәле һүҙҙәр исемлеге: | |
Аҙаш исемдәр исемлеге. | |
Башҡа мәғәнәләр. | |
Шулай уҡ: «Аҡназар» һүҙенән башланған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағаҙ. |