Батанов Бәхетғәлей Николаевич

Бәхетғәлей Николаевич Батанов (рус. Бахытгалей Николаевич Батанов; 1954 йылдың 1 авгусы, Һарытау өлкәһе — 2023 йылдың 4 июне, Өфө) — инженер-гидротехник-ғалим, хужалыҡ һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2013—2023 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының III һәм IV саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2007), профессор. Башҡорт ССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Хәйбулла районының почётлы гражданы.

Биографияһы

Батанов Бәхетғәлей Николаевич 1954 йылдың 1 авгусында Һарытау өлкәһе Пугачёв районының Карловка ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Милләте башҡорт[1].

1973 йылда Һарытау өлкәһенең Пугачёв ҡалаһында «техник-гидротехник» һөнәре буйынса В. И. Чапаев исемендәге гидромелиорация техникумын тамамлай. Шул уҡ йылда Совет Армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла.

1984 йылда Костяков исемендәге Мәскәү гидромелиорация институтында «инженер-гидротехник», 2016 йылда Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалында — ҡала ҡоролмаларын төҙөү буйынса инженер һөнәрен ала.

1973 йылда Һарытау өлкәһендә агроном-мелиоратор булып эш башлай. 1975 йылға саҡлы Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1975—1980 йылдар — Башҡорт АССР-ы Мелиорация һәм һыу хужалығы министрлығының механизацияланған күсмә колоннаһы мастеры, прорабы.

1980—1988 йй. БАССР Һыу хужалығы министрлығының мелиорация объекттарын төҙөү буйынса Берләштерелгән дирекцияһының бүлек начальнигы, директор урынбаҫары, директоры.

1988—2002 йй. «Башводмелиорация» Дәүләт унитар предприятиеһы "Проект-төҙөлөш-эксплуатациялау берләшмәһе"нең баш инженер урынбаҫары, заместитель генераль директор урынбаҫары, баш инженеры, генераль директоры.

1998—1999 йй. — «Йомағужа һыуһаҡлағысы» ЯСЙ-енең генераль директоры

2002 йылдың декабренән алып 2013 йылға саҡлы — «Башмелиоводхоз» Дәүләт унитар предприятиеһы Идаралығының генераль директоры.

2013 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университетының тәбиғәтте төҙөкләндереү, төҙөлөш һәм гидравлика кафедраһы профессоры.

Уҡытҡан дисциплиналары:

  • Гидротехнические сооружения;
  • Гидротехническая мелиорация;
  • Основы технологии возведения зданий и сооружений;
  • Организация и управление строительным производством;
  • Обследование, испытание и реконструкция зданий и сооружений.

Фәнни хеҙмәттәре

54 фәнни мәҡәлә һәм өс монография авторы. Уларҙың тематикаһы:

  • Техногенная деградация земель Южного Урала;
  • Гидротехническое и мелиоративное строительство;
  • Водоснабжение сельских населенных пунктов;
  • Проблемы опустынивания территорий;
  • Рыбохозяйственное освоение водохранилищ и прудов;
  • Проектирование и строительство природоохранных сооружений;
  • Проектирование и строительство объектов возобновляемых источников энергии;
  • Строительство объектов производства строительной индустрии и переработка сельскохозяйственной продукции;
  • Разработка и добыча общераспространенных полезных ископаемых.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Башҡортостан Республикаһының III һәм IV саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
  • Рәсәй Федерацияһының Һыу һәм мелиораторҙар союзының совет ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт ССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993)
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены
  • Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы почётлы гражданы
  • СССР-ҙың беренсе мелиорация һәм һыу хужалығы министры Е. Е. Алексеевскийҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған иҫтәлекле миҙал

Хәтер

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Денис Кацевич. Бахытгалей Батанов. Проект «Люди» (Peoples.ru) (23 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2025. (рус.)
  2. ↑ Эдуард Кускарбеков. В Башкирии открыли мемориальную доску в честь Бахытгалея Батанова. ИА «Башинформ» (9 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 октябрь 2025. (рус.)
  3. ↑ Сергей Николаев. В Уфе появится несколько новых улиц. ИА «Башинформ» (24 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 октябрь 2025. (рус.)