Булдым
Булдым | |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
---|---|
Дәүләт | |
Майҙаны |
|
Булдым — рус. Булдым -Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы күл.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Булдым күле Силәбе өлкәһенең Кәҫле районында, Вишнёвогорск (Сейәлетау) ҡасабаһының ситендә, төньяҡ-көнбайышҡараҡ урынлашҡан. Кәҫле ҡалаһынан 16 км алыҫлыҡта ята.
Көньяҡ-көнбайышта уға Булдым йылғаһы килеп ҡоя. Төньяҡ-көнсығышта ҡылымыҡ аша Оло Вязовка йылғаһы менән, артабан Илашты күле менән тоташа.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Булдым күленең майҙаны 2,7 км², һыуы аға. Төньяҡ-көнбайыш һәм көнсығыш яҡтарынан күлгә шишмәләр ағып төшә. Көньяҡ ярынан башҡа ярҙары һаҙлыҡлы [2].
- Уртаса тәрәнлеге: 2,1 м
- Максималь тәрәнлеге: 4м
- Максималь киңлеге - 1,3 км һәм оҙонлоғо - 1,3 км
- Һыуҙың үтәҙеклеге, сафлығы: 75 см-ҙан да тәрәнерәктән алып үтә күренмәй.
- Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 246,7 м [3]
Һыуы сөсө. Һай, 45 % майҙанын ылымыҡ баҫҡан, төбөн ҡалын торф ултырмалары ҡаплаған. Күл уртаһында 2 метр тәрәнлектә күл төбө ике ҡатлы, уны серегән һыу үҫемлектәре хасил итә. Бөтә периметры буйынса һыу өҫтөндә үҫемлектәр йөҙөп йөрөй. Күл уртаһында ул кәмей һәм сиктре аныҡ күренеп тора.
Ҡышҡы максималь боҙ ҡалынлығы 1,65 м.
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шувалов Николай Иванович - Силәбе өлкәһенең күренекле географы, топонимисы күл атамаһының барлыҡҡа килеүе тураһында үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа:
От тюркского мужского имени Булдым, Булды, производного от глагола була, булыу — «посетить», «быть», «побывать», «приходить», «становиться». В значении «родился», «пришел наследник», с имяобразующим аффиксом -ды, -дым.[4][5].
[6].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Булдым, озеро // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Булдым
- ↑ Шувалов Н.И. Акушаткан// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Булдым, речка, озеро (html) (недоступная ссылка — история). Краеведческий портал Челябинской области. Дата обращения: 16 март 2012. Архивировано 15 сентябрь 2012 года. 2012 йылдың 22 октябрь көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Булдым, озеро // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Озеро Булдым (html). Сайт Челябинской области. Дата обращения: 16 март 2012. Архивировано 26 май 2012 года. 2012 йылдың 23 апрель көнөндә архивланған.
- Булдым (html). Каслинский городской портал. Дата обращения: 16 март 2012. Архивировано 26 май 2012 года.