Александр Иванович Бурма 1930 йылдың 4 мартында Ырымбур өлкәһеАҡбулаҡ районы Яңы Одесса ҡасабаһында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1941—1945 йылдарҙа, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, А. И. Бурма өлкәндәр менән бер рәттән, колхоз баҫыуҙарында эшләй һәм өй хужалығында әсәһенә ярҙам итә. Атаһы һуғышта булғанға күрә, ғаилә мәшәҡәттәре тулыһынса үҫмер елкәһенә төшә[1].
1948—1953 йылдарҙа Ленинград тау институтында белем ала. 1953 йылдан алып 1959 йылға тиклем нефть сығарыу сәнәғәтендә төрлө етәксе вазифаларҙа эшләй: «Башнефть» производство берекмәһе энергетик идаралығының өлкән инженеры, «Октябрьскнефть» нефть прромыслаһы идарылығы начальнигы һәм «Башэнергонефть» махсус төҙөлөш-монтаж идаралығы начальнигы[2][1].
↑ 1,01,11,21,31,41,5Почётные граждане города Октябрьского / Сост.: И. С. Комендантов, Н. И. Пентегов, ред.: Н. И. Пентегов. Октябрьский информационный центр -
филиал ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан», 2017 г. — 207 с. — С.68-69
Почётные граждане города Октябрьского / Сост.: И. С. Комендантов, Н. И. Пентегов, ред.: Н. И. Пентегов. Октябрьский информационный центр — филиал ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан», 2017 г. — 207 с. — С.68-69