Бусаргин Роман Викторович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Сәйәси фирҡә ағзаһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы
Һөнәр төрө сәйәсмән
Ғилми дәрәжә социология фәндәре кандидаты[d]
Биләгән вазифаһы
10 май 2022 — 16 сентябрь 2022
с 16 сентябрь 2022
Предшественник Валерий Васильевич Радаев[d]
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Рәсем
Тыуған көнө 29 июль 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (43 йәш)
Рәсми сайт saratov.gov.ru/governor/
Тыуған урыны
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Бусаргин Роман Викторович (29 июль 1981 йыл) — Рәсәйҙең сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. 2022 йылдың 10 майынан Һарытау өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Роман Викторович Бусаргин 1981 йылдың 29 июлендә Һарытау өлкәһе Краснопартизанский районының Оло Һаҡма ауылында тыуған. 2003 йылда Вавилов исемендәге Һарытау дәүләт аграр университетын, 2017 йылда — Рәсәй кооперация университетын тамамлай.

2005 йылдан 2008 йылға тиклем Һарытау районы хакимиәтендә эшләй. 2008 йылдан 2009 йылға тиклем Һарытау районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары була.

2009 йылдан 2011 йылға тиклем Бусаргин Энгельс муниципаль районының Волга буйы хакимиәте башлығы урынбаҫары була. 2011 йылдың ғинуарында Энгельс муниципалитеты хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2013 йылдан 2018 йылға тиклем Энгельс муниципаль районы хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы, яғыулыҡ-энергетика комплексы, транспорт һәм элемтә комитеты рәйесе вазифаһын биләй.

2018 йылда Һарытау ҡала хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы комитеты рәйесе вазифаһын башҡара, Һарытау ҡала хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй.

2018 йылдың октябрендә Һарытау өлкәһе Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2020 йылдың 21 октябрендә Һарытау өлкәһе хөкүмәтенең вице-губернаторы — рәйесе итеп тәғәйенләнә.

Социология фәндәре кандидаты[3].

Һарытау өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2022 йылдың 10 майында Рәсәй Президенты Владимир Путин Һарытау өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләй. 2012 йылдан төбәкте етәкләгән өлкәнең элекке башлығы Валерий Радаев отставкаға китә, уны президент ҡабул итә[4].

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгән, ике бала тәрбиәләй[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы (2021 йыл).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Встреча с Романом Бусаргиным. Дата обращения: 11 май 2022.
  2. Врио губернатора Саратовской области назначен Роман Бусаргин. Дата обращения: 11 май 2022.
  3. Биография Романа Бусаргина. Дата обращения: 11 май 2022.
  4. Биография врио губернатора Саратовской области Романа Бусаргина. Дата обращения: 11 май 2022.
  5. Врио губернатора Саратовской области Роман Бусаргин. Досье. Дата обращения: 11 май 2022.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]