Фәттәхова Вәсилә Разиф ҡыҙы

Вәсилә Разиф ҡыҙы Фәттәхова (рус. Василя Разифовна Фаттахова; 1979 йылдың 31 декабре, Белорет, Башҡорт АССР-ы2016 йылдың 26 ғинуары, Өфө) — Башҡортостан йырсыһы. Башҡортостан Республикаһының (2015) һәм Татарстан Республикаһының (2015) атҡаҙанған артисы. Композитор Урал Рәшитовтың «Тыуған яҡ» йырын башҡарыусы булараҡ популярлыҡ яулай.

Биографияһы

Фәттәхова Вәсилә Разиф ҡыҙы 1979 йылдың 31 декабрендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған[1]. Әсәһе — Белорет районының Ботай ауылынан. Милләттәре — башҡорт.

Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының хор бүлеген тамамлай.

1999 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегенә уҡырға инә. Октябрь айында йырсы Айҙар Ғәлимов төркөмөнөң бэквокал башҡарыусыһы булып гастролгә китә[1].

Татар телендә башҡарған «Тыуған яҡ» хиты буйынса киң билдәле, был йыр Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәй буйынса, бер үк ваҡытта халыҡ-ара билдәлелек ала бара[2]. Йырҙың күп өлөшөндә тик Вәсиләнең тауышы һәм һуҡма музыка ҡоралдары яңғырай, был уның йырын, татар эстрадаһының һәр ваҡыт тиерлек баян тауышы яңғыраған төп[2] йырҙарынан айырып тора. Был йыр «Гәлсәр һандуғас»[3] эстрада йыры фестиваленең «Интернациональ йыр» номинацияһында иң яҡшы тип таныла, шулай уҡ 2008 йылда йыл һайын үткәрелгән «Татар йыры» халыҡ-ара татар йыры фестивалендә «10-йыллыҡтың иң яҡшы хиты» номинацияһында лауреат була[4]. Башҡорт телдәрендә халыҡ һәм эстрада йырҙарын профессиональ башҡарыусыларҙың «Башҡорт йыры» («Башкирская песня»)[5][6] телевизион конкурсында ҡатнаша.

Башҡа билдәле йырҙары — «Әйтелмәгән мөхәббәтем»[7] (2002, «Невысказанная любовь», шул иҫәптән Айҙар Ғәлимов менән дуэтта йырлаған башҡорт телендәге вариантын да индереп), «Яңғыҙ миләш», «Атайым», «Алмағас сәскәһе», «Шахтер йыры». Йырсы йыл һайын «Һәр яҙ» тип аталған гастроль туры үткәрә[8].

2016 йылдың 26 ғинуарында Өфөлә, икенсе балаһы (ҡыҙы) тыуғандан һуң өҙлөгөү арҡаһында вафат була[9]. Өфө ҡалаһында Көньяҡ зыяратта «Дан аллеяһында» ерләнә[10].

Альбомдары

  • Тыуған яҡ (2002)
    • Алданма
    • Елдәр
    • Йырламағыҙ әле шул йырҙы
    • Ҡыҙ бала
    • Көҙгө сәскәләр
    • Һөйөү сере
    • Тыуған яҡ
    • Умырзая
    • Шахтер йыры
    • Әйтелмәгән мөхәббәтем
  • Мөхәббәт ҡылдары (2008)
    • Бәхетебеҙ бикле ятмаһын
    • Гармун
    • Аҡҡош зары
    • Алмағас сәскәһе
    • Нескә күңел
    • Һуңлаған яҙмышым
    • Ҡайындарым
    • Атайыма
    • Мөхәббәт ҡылдары
    • Керәшен татар җыры
    • Урамда ҡар көрәйем
    • Һайра, бәхет ҡошо
    • Тыуған яҡ елдәре
    • Нескә күңел (remix)

Видеография

  • Мөхәббәт ҡылдары — шул уҡ исемдәге DVD альбом концерты видеояҙмаһы (2008)[11][12].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2015)[13]
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2015)[14].

Хәтер

  • Белорет ҡалаһының яңы бер урамына Вәсилә Фәттәхова исеме биреләсәк[15].
  • Йырсының ире Илгиз Абдраҡипов дуҫтары менән берлектә йыл һайын Вәсилә Фәттәхова хөрмәтенә концерттар ойоштора. 2016 йылда хәтер саралары Туймазы, Белорет, Салауат ҡалаларында, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында һәм Өфөлә үтә[16].
  • 2022 йылдың 26 ғинуарында Өфөләге «Йәштәр һарайы»нда Вәсилә Фәттәхова иҫтәлегенә «6 йыл һинһеҙ...» тип исемләнгән концерт ойошторолдо[17].
  • 2021 йылдың 26 авгусында Өфөләге «Йәштәр һарайы»нда Вәсилә Фәттәхова иҫтәлегенә «Биш йыл һинһеҙ» тип исемләнгән концерт була. Унда Башҡортостан һәм Татарстандың популяр эстрада артистарының ҡатнашыуы көтөлә[18].
  • 2019 йылдың аҙағында арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән йырсы Вәсилә Фәттәхова тураһында китап донъя күрҙе. Декабрь-ғинуар айҙарында республикала яңы китаптың исем туйҙары уҙҙы. Баҫманың авторы — яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, кино ветераны, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәнис Хәзимов[19].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Ушла из жизни заслуженная артистка Башкортостана и Татарстана Василя Фаттахова. Официальный портал Республики Башкортостан (27 ғинуар 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026. (рус.)
  2. 1 2 Урал Рашитов: «Туган як» была написана на спор! — ProUfu, ru, 18.11.2009 (архивная копия на archive.org)
  3. «Вечерняя Уфа» № 219 (10842) 13.11.2007
  4. История фестиваля «Татар җыры-2008»
  5. Башкорт йыры. «Хит-парад-2015». Башкирское спутниковое телевидение. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2016.
  6. В Уфе завершился гала-концерт «Башкорт йыры». Башкирское спутниковое телевидение (2 март 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2016.
  7. Айдар Галимов — Татарские песни в формате mp3, wma — Музыка — Татароведение — МТСС
  8. Не стало исполнительницы хита «Туган як» Васили Фаттаховой
  9. Аралбаева Л. В Уфе скончалась популярная певица, исполнительница хита «Туган як» («Родина») Василя Фаттахова. Башинформ (27 ғинуар 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2016.
  10. Серёгина О., Аралбаева Л. Башкортостан в последний раз аплодировал своей любимице — певице Василе Фаттаховой. Башинформ (28 ғинуар 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2016.
  11. Новости
  12. Айдар Галимов: «Судьба песни „Туган як“ — это судьба Васили Фаттаховой» — Интернет-газета «Реальное Время»
  13. Глава Республики Башкортостан Рустэм Хамитов подписал указ о присвоении почётного звания «Заслуженный артист Республики Башкортостан» певице Василе Фаттаховой. Соответствующий указ за номером УГ-192 был подписан 20 августа 2015 года»
  14. Эльвира Шакирова. Вәсилә Фәттахова Татарстанның атказанган артисты булды (тат.). Сайт Matbugat.ru (8 декабрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2016.
  15. Инсаф Хужабирганов. В Башкирии появится улица имени Васили Фаттаховой. ИА «Башинформ» (30 ғинуар 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026. (рус.)
  16. Инсаф Хужабирганов. 10 лет без нее: в Башкирии вспоминают легендарную певицу Василю Фаттахову. ИА «Башинформ» (26 ғинуар 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026. (рус.)
  17. Лейла Аралбаева. 6 лет без любимой певицы: В Башкортостане проходят концерты памяти Васили Фаттаховой. ИА «Башинформ» (26 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026. (рус.)
  18. Лейла Аралбаева. В Уфе пройдет концерт памяти Васили Фаттаховой «Пять лет без тебя». ИА «Башинформ» (9 июнь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026. (рус.)
  19. Ләйлә Аралбаева. Өфөлә арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән йырсы Вәсилә Фәттәхова тураһында китап донъя күрҙе (башҡ.). ИА «Башинформ» (28 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026. (баш.)