Гөлнара (исем)
| Викидата элементы юҡ |
Гөлнара — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме .Шулай уҡ башҡа төрки халыҡтарҙа ҡулланыла.
Этимологияһы
Гөлнара — фарсы теленән ингән, гранат сәскәһе тигән төшөнсәне аңлата.[1]
Билдәле шәхестәр
Бикбулатова Гөлнара Фәрит ҡыҙы (14 май 1964 йыл) — хоҡуҡ белгесе. 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Гөлнара Ирнес ҡыҙы Әмирова (7 июль 1968 йыл) — башҡорт театр актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008).
Обыдённова Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы рус. Обыдённова Гульнара Талгатовна — (11 апрель 1955, Силәбе ҡалаһы) — археолог, тарих фәндәре докторы (2002), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006).
Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы Шәймөхәмәтова — журналист, яҙыусы. 2010 йылдан «Балтач таңнары» район гәзите хәбәрсеһе, 2017 йылдан — район мәҙәниәт һарайы директоры. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар һәм 2011 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Башҡорт АССР-ының Балтас районы Түбәнге Ҡарыш ауылында тыуған.
Гөлнара Ҡәүи ҡыҙы Вәлиева (21 май 1965 йыл) — мәҙәниәт хеҙмәткәре, китапханасы, йәмәғәтсе. 2015 йылдан Яңауыл районының «Биләмә-ара мәҙәни-ял итеү үҙәге» муниципаль автономиялы мәҙәниәт учреждениеһы директорының халыҡҡа китапхана хеҙмәте күрһәтеү буйынса урынбаҫары, 2012 йылдан район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015).
Юрина Гөлнара Рауфан ҡыҙы (1980) — Рәсәйҙең мәҙәни-күмәк саралар ойоштороусыһы һәм режиссёры, эшҡыуар. Башҡортостан Республикаһының «Мәҙәни программалар дирекцияһы»н ойоштороусы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Һылтанмалар
- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында»
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.