Егетәк ауылы мәсете
Егетәк ауылы мәсете (рус. Мечеть села Зигитяк) — Башҡортостандың Туймазы районындағы Егетәк ауылында урынлашҡан ағас мәсет. Республика әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы[1][2].
Тарихы
Егетәк ауылындағы ағас мәсет бинаһы 1912—1914 йылдарҙа мәхәллә кешеләре аҡсаһына төҙөлгән[3]. Йөҙ йыл буйына мәсет һәйбәт һаҡланған[3].
Ғибәҙәттәр бында 1936 йылға тиклем башҡарылған[4]. XX быуат башындағы ғибәҙәт ҡоролмаһы ошо ауыл кешеһе, Георгий тәреһе кавалеры Миңлекәй Исмәғилев арҡаһында һаҡланып ҡалған, ул Мәскәүгә барып, мәсетте ҡалдырырға рөхсәт иткән документ алып ҡайтҡан[5].
Совет осоронда бында ебәк иләү цехы, иген һаҡлағыс, картуф келәте, клуб урынлаша[6]. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында лазарет (рус.)баш. булып, фронтовиктарҙы дауалайҙар, ә һуғыштан һуңғы йылдарҙа пионер лагеры асыла[3][4].
Динде эҙәрлекләү осоронда мәсеттең манараһын бер нисә тапҡыр емерергә маташалар, ләкин ауыл халҡы иман йортон һаҡлап алып ҡала[6]. Бөгөнгәсә манара ла, эске йыһаздары ла урынында.
1953 йылда мәсетте мәхәллә кешеләре ҡарамағына бирәләр — йома намаҙына бөтә райондан йыйыла торған булғандар[4][7].
Архитектураһы
Бина ағастан һалынған, манараһы бар, бер ҡатлы. XX быуат башындағы татар ағас мәсете өлгөһө булып тора. Башҡортостан Республикаһының архитектура ҡомартҡыһы тип танылған һәм мәҙәни мираҫ объекттары реестрына индерелгән[4][3]. Воздвиженка ауылының Крестовоздвиженский сиркәүе (1884—1889) менән бер рәттән Туймазы районының иҫтәлекле урындары иҫәбенә инә[8].
Бөгөнгө хәле
2012 йылда капиталь ремонт башҡарыла — бинаны металл сайдинг менән көпләйҙәр, ҡыйығын, ҡоймаһын алмаштыралар, манараһын яңырталар[6]. Эштәр мәхәллә кешеләренең һәм эшҡыуарҙарҙың иғәнә аҡсаһы иҫәбенә башҡарыла[4].
2013 йылдың 24 авгусында Егетәк ауылында мәсеттең 100 йыллығын билдәләйҙәр — бер үк ваҡытта эргә-тирәләге биләмәлә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл (рус.)баш. асыла[7].
1950 йылдарҙан бинала яңынан намаҙ уҡыла, мосолман дини йолалары үткәрелә[7][3]. Мәсеттә аҙан яңғырай, каникул ваҡытында балалар өсөн ислам нигеҙҙәре буйынса дәрестәр үткәрелә[7].
Мәсет Туймазы районының Егетәк һәм Воздвиженка ауылдары буйлап үткән туристик маршрутына индерелгән[8].
Мәсеттең адресы
452774, Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Туймазы районы, Егетәк ауылы, Яр буйы урамы, 47А.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Зигитяк, село в Туймазинском р-не. web.archive.org. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ Об утверждении Перечня выявленных объектов культурного наследия, расположенных на территории Республики Башкортостан. Управление по государственной охране объектов культурного наследия РБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 Мечеть села Зигитяк. Администрация муниципального района Туймазинский район. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 В селе Зигитяк Туймазинского района отметили столетие мечети. Башинформ (28 август 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ Мечеть в деревне Зигитяк. nasledie.tengri.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 Вековой юбилей мечети. Ислам в Республике Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Вековой юбилей мечети. ЦДУМ России (26 август 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ 1 2 Маршрут №1. Межпоселенческая центральная библиотека Туймазинского района. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.