Ерохин Дмитрий Юрьевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Лёгкая атлетика
Дмитрий Ерохин
Файл:Nothernmost point of Kalmykia-4 crop.jpg
Дөйөм мәғлүмәт
Тыуған ере һәм ваҡыты 1 ноябрь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (44 йәш)
Гражданлығы
Буйы 193 см
Ауырлығы 88 кг
Клуб Динамо
Тренеры Худяков Всеволод Игоревич
Спорт карьераһы 2006 — х. в.
Шәхси ҡаҙаныштар
5 км 18:44 (2014)
10 км 37:14 (2014)
Ярым марафон 01:23.31 (2013)
Марафон 03:01.02 (2013)
100 км 10:09.48 (2009)
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Ерохин Дмитрий Юрьевич (1 ноябрь 1979 йыл) — Рәсәйҙең ультрамарафонсыһы һәм трейлраннеры, үҙешмәкәр спорт функционеры. Йәмәғәт эшмәкәре, спорттың йүгереү төрҙәрен һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыусы. Рус география йәмғиәте ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дмитрий Юрьевич Ерохин 1979 йылдың 1 ноябрендә Кемерово өлкәһенең Новокузнецк ҡалаһында тыуа. Хәҙерге ваҡытта Мәскәүҙә, Гольяново районында йәшәй. Һөнәре буйынса — суд юрисы[1].

Спорт карьераһының башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2006 йылдың йәйендә, 26 йәшендә Дмитрий Ерохин йүгереү менән ҡыҙыҡһына башлай. Үҙе әйтеүенсә, уны спортҡа Андрей Чирковтың «Ярҙамға йүгереү» китабы алып килә. Унда автор үҙенең беренсе марафонына 100 көндә әҙерләнеүе тураһында яҙа[2]:

Я не любил спорт, но вдохновился этой историей, немедленно составил план тренировок, выбрал дату ближайшего забега, который укладывался в стодневный срок подготовки — это был марафон в Нижнем Новгороде, — и воплотил задуманное в жизнь за 96 дней.

Ошо китап арҡаһында Ерохин ультрамарафонға 2009 йылдың апрелендә Мәскәү ҡалаһының Пущино ҡалаһында үткән Рәсәй чемпионатында беренсе тапҡыр 100 километрға йүгереү аша килә[3]. Унда ул һигеҙенсе була, шунда беренсе булып финиш һыҙығын үткән Всеволод Худяков менән таныша. Артабан Дмитрий Худяковта күнекмәләр үтә башлай.

Экстримға ынтылышын тормошҡа ашырып, Дмитрий Ерохин тиҙҙән соҡор-саҡырлы ер буйлап йүгереү — трейлраннингҡа ылыға. Тигеҙ юлдан беренсе тапҡыр соҡор-саҡырлы юлға күсеүе 2008 йылда, Төньяҡ Уралдағы Ҡунажаҡ-XIII тау марафонынан башлана[4].

Ерохин өсөн беренсе трейлраннинг форматындағы ультрамарафон дистанцияһы — 2012 йылда Украинаның Ивано-Франковск өлкәһендә үткән Salomon Race Karpatia уҙыштары була. Ул унда махсус рәүештә ҡатнашырға бара, сөнки был ваҡытта Рәсәйҙә бындай ярыштар үткәрелмәй.

Сахара 2013[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дмитрий Ерохин өсөн, үҙе таныуынса, ҡатмарлылыҡ, ҡуйылған бурысының амбициоз, спортсы булараҡ үҙен күрһәтеү планында карьераһында 2013 йылдың апрелендә Сахара сүллегендә Marathon des Sables ярышында ҡатнашыу була[1]. Уға әҙерлекте Дмитрий Рәсәйҙә, −10-15 °C булғанда башлай, ә 230 километр оҙонлоғондағы дистанцияны[5] +30-50 °С эҫелектә үтергә кәрәк була[6]. Ойоштороусылар йүгереүселәрҙе һыу менән тәьмин итә, ҡалған кәрәк-яраҡты — аҙыҡ-түлек, кейем, йыһаз, шул иҫәптән сүллектә төн ҡуныу өсөн кәрәкле нәмәләр, башҡа ярҙамсы ҡорамалдырҙы уларға үҙҙәре менән рюкзакта йөкмәп йүгерергә тура килә[1].

Дмитрий үҙенә минимум — финишҡа беренсе йөҙ кеше араһында килеү, максимум — беренсе илле йүгереүсе араһына инеү маҡсатын ҡуя. Алты көнгә иҫәп тотоп, Ерохин калорияларҙың төп сығанағы итеп сало һайлап, ҙур хата эшләй. Сало икенсе көнөнә үк ирей һәм боҙола[7], ярыштың ҡалған өлөшөн Дмитрийға ярым ас килеш йүгерергә тура килә. Уны Рәсәйҙең икенсе экстремалы — Владимир Волошин ҡотҡара һәм үҙенең пакеты углевод геле[en] һәм ике мюсли батончигы [8] менән бүлешә. Һөҙөмтәлә Ерохин ҡуйылған бурыстарын үтәй: финишҡа — 43-сө, Рәсәйҙең ете йүгереүсеһе араһында беренсе булып килә[9]. Һөҙөмтәләрен баһалап, Дмитрий былай ти[5]:

Надо больше тренироваться. Мне понравилась фраза, которую уже после финиша произнёс Дюжаков Алексей: «Я готовил дух, а надо было готовить тело». Для себя я вижу ещё неиспользованные резервы. Хотя бы из-за ошибки с питанием я потерял 2-3 часа, а это уже не 43 место, а попадание в 30-ку.

Мәскәү-Сочи 2014[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дмитрий Ерохиндың 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары алдынан Мәскәүҙән Сочиға тиклем мәрхәмәтлек йүгереүе мәғлүмәт сараларында һәм йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙыра. Акция инсульт менән көрәште хуплауға һәм марафон менән мауыҡҡан Дарья Лисичкинаның (фонд президенты) «ОРБИ» фондына социаль реклама төшөрөү өсөн 100 мең һум аҡса йыйыу маҡсатында үткәрелә[10].

Йүгереүҙе алдынғы мәғлүмәт агентлыҡтары анонслай һәм Planeta.ru-ның краудфандинг майҙанында аҡса йыйыу ойошторола[11]:

В США и Европе есть традиция — любые серьезные забеги спортсмен бежит в поддержку близкой ему благотворительной идеи. Я решил посвятить свой забег борьбе с инсультом, так как знаю, насколько это серьезная проблема не только в России, но и во всем мире. Плюс бег — это отличная профилактика инсульта, а фонд как раз помогает людям, перенесшим эту болезнь. Сам мой забег можно сравнить с восстановлением после инсульта — это ежедневная монотонная работа, когда ты преодолеваешь себя, не даешь себе отступить от цели и обязательно веришь в победу.

Ерохин 2014 йылдың 7 ғинуарында Ҡыҙыл майҙандағы «нуленсе километр» билдәһенән Мәскәү ваҡыты менән сәғәт 10-да старт ала. Теләүселәр уны дәртләндерергә килә, бер нисә спортсы уға дистанцияның башында ҡушыла. Шулай уҡ дуҫы Алексей Меркулов уны дистанция буйынса автомобилдә оҙатып бара[12]. Артабан Ерохин һәм Меркулов компанияһын башҡа йүгереүселәр тулыландыра, уларҙың ҡайһы берҙәре хатта тиҫтәләрсә километр үтә[13].

График буйынса Ерохин көнөнә 55-60 километр йүгерергә һәм Сочиға 30 көндән, 7 февралдә, тап 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу тантанаһына барып етергә тейеш була. Маршруттың төп өлөшөн Дмитрий М4 «Дон» автоюлы буйлап йүгерә. 23 көндә ул 1376 километр үтеп, 29 ғинуарҙа Краснодарҙа була. Юл буйында Липецк, Воронеж һәм Дондағы Ростов кеүек ҙур ҡалаларҙа була, ҡунаҡханаларҙа урынлаша, маршрут барышында төшөргән фотоларын Instagram-ға һала[13] һәм журналистар менән аралаша[14][15]. Ерохинға Сочиға етер өсөн тағы бер нисә көн кәрәк була. Көнөнә ҡайһы берҙә 80-90 километр үтеп[16], Дмитрий ультрамарафонды бер нисә көнгә алда тамамлай һәм 2 февралдә Олимпия уйындары баш ҡалаһының Магри биҫтәһе эргәһендәге административ сигенә етә[17]. Дөйөм алғанда Ерохин 1700 километр үтә. 8 февралдә аҡса йыйыу тамамлана һәм сумма 130 мең һум була.

Ысыҡ-Күл 2014[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2014 йылдың 8 октябрендә Дмитрий Ерохин Ҡырғыҙстандың балалар яман шеше менән көрәш фондына теләктәшлек йөҙөнән Ысыҡ-күл яры буйлап 350 километр йүгерә[18].

«Өс ҡыҙ»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2015 йылда Дмитрий Ерохин «Өс ҡыҙ» тип аталған йәйге ультрамарафон уйлап таба һәм ойоштора. Унда шәхсән үҙе ҡатнаша. Марафон идеяһы шунан ғибәрәт: Рәсәй, Украина һәм Белоруссия атлеттары өс баш ҡаланан төрлө ваҡытта йүгерә башлап, өс сик киҫешкән ерҙә урынлашҡан «Өс ҡыҙ» мемориалына бер үк ваҡытта килеп етергә тейеш[19]. Был сара 2016 йылда ла үткәрелә, әммә унда Ерохин үҙе ҡатнашмай, ул икенсе амбициоз проектҡа — Байкал күле буйлап[19] 50 көн эсендә 1400-ҙән алып 2000 километр (шарттарға ҡарап) йүгерергә әҙерләнә[20].

Байкал 2016[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Байкал» ультратрейлы ла гуманитар акция булараҡ уйланыла: Ерохин Байкал күленә һәм Байкал алдына, төбәк проблемаларына, тәү сиратта экологияһына, уның актив ял һәм туризм зонаһы булараҡ ҡеүәтенә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеүгә иҫәп тота. Бынан тыш, был уның вики-экспедицияһы ла була. Уның барышында Дмитрий энциклопедик файҙалы мәғлүмәттәр туплауҙы, тәү сиратта осраған объекттарҙы фотоға төшөрөп, һуңынан уларҙы Викимилеккә тейәү, Википедиялағы Байкал темаһына арналған мәҡәләләргә ҡуйыуҙы күҙаллай[20][21].

2016 йылдың 1 июлендә Дмитрий Ерохин Листвянка ҡасабаһынан паромда Байкал портына сыға һәм йүгереүен шунан башлай[21][22]. Уға консультанттар бирелә, финанс ярҙамы күрһәтелә һәм оҙатып йөрөү төркөмөндә автомобиль менән катамаран була. Ерохин менән бергә Байкал күлен байдаркала икенсе экстремал — Александр Солдатов урап сыға. Шуға ҡарамаҫтан, төп өлөштө Дмитрий яңғыҙы йүгерә һәм унда ни бары карта, компас, юлдаш телефоны ғына була. Тәүлегенә бер тапҡыр ғына ашай, оҙатыу төркөмө менән көн һуңында ғына осраша. Ерохин мөмкинлек булғанда турбазаларҙа йәки кемпингтарҙа ҡунырға тырыша[20]. Уның нисек хәрәкәт иткәнен интернетта Иридиум360 порталы аша һылтанма буйынса https://www.iridium360.ru/public/ee6b11cd күҙәтеү мөмкинлеге була[22].

Маршруттың төп ҡатмарлығы булып шарттарҙың ныҡ үҙгәреүе тора: температура, ландшафт үҙгәрә, ҡайһы бер урындарҙа кеше йәшәһә, ярҙың көнсығыш өлөшө бөтөнләй ҡырағай тәбиғәт осрай. Өҫтәмә ҡатмарлыҡтарға һәм күҙалланмаған хәл-торошҡа ла: һаҙлыҡтар, һуҡыр себендәр, урман янғындары, ҡырағай хайуандар осрауына әҙер булырға тура килә. Бер нисә көн Дмитрийға янған урман буйлап хәрәкәт итергә һәм фальшфейр менән һоро айыуҙы ҡурҡытырға тура килә. Журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, Ерохин Байкал трейлын ҡатмарлыҡ буйынса Сахаралағы ультрамарафондан ҡалышмауын, ҡайһы бер аспекттарҙа хатта ауырыраҡ булыуын белдерә[20].

28 июлдә Ерохин Котельников морононан 24 километр үтә һәм ҡышлауҙа йоҡлай. Иртәнгә тән температураһы 40 °C-ҡа тиклем күтәрелә. Бер тәүлектән һуң спортсының хәле насарая, галлюцинациялар башлана:

Километров 0. Температура 39.6. Лежу пластом в зимовье, укрытый спальником. Постоянно бросает то в жар, то в холод. Каждый раз вставать как пытка. Организм сильно ослаблен. Впервые сегодня ночью стали сниться байкальские сны.

— из журнала Дмитрия Ерохина

Талпан энцефалиты шиге менән Ерохин ашығыс рәүештә Северобайкальскиҙың тимер юл дауаханаһының инфекция бүлегенә һалына, уны иммуноглобулин менән дауалайҙар. Бер нисә көндән Дмитрийҙы Улан-Удэ дауаханаһына күсерәләр, 12 августа ул дауаланыуын дауам итеү өсөн Мәскәүгә оҙатыла. 28 көн эсендә Ерохин 1200 километр үтә, финишҡа тиклем 500 километр ҡала[23].

2017 йылға план[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күнекмәләр. Лосиный Остров, 2017 февраль

2016 йыл һуңына Ерохиндың иҫәбендә 46 марафон һәм бер нисә ультрамарафон була[6]. 2017 йылдың 1 ғинуарында Ерохин «Йылдың иң мәғәнәһеҙ көнөн мәғәнә менән тултыр» тигән девизды тотоп, III Мәскәү Яңы йыл марафонында ҡатнаша.

Яңы йылды дистанцияла ҡаршы алыу традицияһын Дмитрий 2009 йылдан башлай һәм, мул байрам өҫтәленә альтернатива итеп, йүгереүҙе актив пропагандалай[24].

Когда настанет то 1 января, в которое мы пробежим миллион километров, мы сделаем мир немного другим. А когда мы все вместе пробежим миллиард километров, то на следующий день проснемся в другом мире.

— Дмитрий Ерохин

Ерохиндың 2017 йылға төп маҡсаттарының береһе — Эвереста йүгереү (старт 29 майҙа) һәм Рәсәйҙең Алтын ҡулсаһына ингән 8 ҡала буйлап ультрамарафонда ҡатнашыу[6].

2019 йылға пландары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2019 йылдың яҙына Дмитрий Ерохин Башҡортостан буйынса ультрамарафон планлаштыра. Дмитрий төбәктең төньяҡ сик нөктәһенән (Яңауыл районының Байсар ауылынан ) көньяҡ сик нөктәһенә (Ейәнсура районының Ҡужанаҡ ауылы) барлығы 677 км йүгерергә ниәтләй. Ультрамарафон республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына бағышлана. Сараға әҙерлек БР Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә әҙерләнә[25].

Викимедиа хәрәкәтендә ҡатнашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дмитрий Ерохин (уртала) Джимми Уэйлстың Мәскәүгә сәфәре ваҡытында

Дмитрий Ерохин — 2009 йылдан Рус Википедияһының әүҙем ҡатнашыусыһы (иҫәп яҙмаһының исеме — Erokhin). 5000-дән ашыу мәҡәлә авторы.

2012 йыл йомғаҡтары буйынса ул, 4294 мәҡәлә яҙған өсөн, иң һөҙөмтәле автор булараҡ, «Вики-премияға» лайыҡ була.

2015 йылдан Дмитрий Ерохин Википедияны популярлаштырыу буйынса та әүҙемлек күрһәтә, киң мәғлүмәт сараларында даими рәүештә ирекле энциклопедияла эшләү принциптары, үҙенең уны тулыландырыуҙа ҡатнашыуы тураһында комментарийҙар бирә[26].

2016 йылда Байкал тирәләй ультрамарафонды Дмитрий вики-экспедиция итеп күрһәтә һәм һуңынан һүрәттәрҙе Викимилеккә тейәй, уларҙы мәҡәләләргә ҡуя, шулай уҡ Байкал темаһына бик күп мәҡәләләр яҙа һәм булғандарын тулыландыра.

2016 йылдың сентябрендә Википедияға нигеҙ һалыусы Джимми Уэйлс, мәскәүҙәр алдында сығыш яһап, Дмитрий Ерохиндың Байкал вики-экспедицияһы тураһында һөйләп, уны визитын ойоштороусылар араһына саҡыра.

2017 йылдың июненә Дмитрий Ерохин һәм башҡа википедистар ҡатнашлығында Сахалин аша (төньяҡтан көньяҡҡа, 15 көндә 948 километр) вики-экспедиция планлаштырылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Роман Мун. «На награждение его выносят на носилках – стоять сам он не может». Человек, который пробежал от Москвы до Сочи. sports.ru (27 февраль 2016). Дата обращения: 27 декабрь 2016.
  2. Юлия Гусарова. О чем они говорят, когда говорят о беге. Шесть марафонских историй. snob.ru (20 сентябрь 2014). Дата обращения: 27 декабрь 2016.
  3. Дмитрий Ерохин. Российский клуб 100 марафонов. Дата обращения: 27 декабрь 2016. 2017 йылдың 2 февраль көнөндә архивланған.
  4. Чирков, 2014, с. 6060
  5. 5,0 5,1 Денис Жилин. Fifty guys - Sultan Marathon des Sables 2013. x-race.info (25 апрель 2013). Дата обращения: 28 декабрь 2016. 2017 йылдың 2 февраль көнөндә архивланған.
  6. 6,0 6,1 6,2 Роман Бабак. Бегущий человек. redbull.com (23 декабрь 2016). Дата обращения: 27 декабрь 2016.
  7. Чирков, 2014, с. 62
  8. Чирков, 2014, с. 63
  9. Чирков, 2014, с. 60
  10. Дмитрий Ерохин: бегом от Москвы до Сочи против инсульта. РИА Новости (29 ғинуар 2014). Дата обращения: 27 декабрь 2016.
  11. Известный спортсмен посвятит свой марафонский забег борьбе с инсультом. РИА Новости (22 декабрь 2013). Дата обращения: 27 декабрь 2016.
  12. Лика Кремер. Что общего между восстановлением здоровья после инсульта и марафоном Москва-Сочи? Телеканал «Дождь» (1 февраль 2014). Дата обращения: 27 декабрь 2016.
  13. 13,0 13,1 Майкл Кравченко. 55 км в день: россиянин бежит на Олимпиаду в Сочи. Russia Today (15 ғинуар 2014). Дата обращения: 27 декабрь 2016.
  14. Святослав Гордин. Российский спортсмен устроил ультрамарафон до Сочи в помощь больным инсультом. НТВ. Дата обращения: 27 декабрь 2016.
  15. Марафонец в честь Игр-2014 пробежал 1700 км от Москвы до Сочи. Спорт-Экспресс (6 февраль 2014). Дата обращения: 27 декабрь 2016.
  16. Как сойти с ума этим летом по примеру русских экстремалов. furfur.me (6 июль 2015). Дата обращения: 27 декабрь 2016.
  17. Вадим Кантор. Ультрамарафонец пробежал от Москвы до Сочи. Московские новости (6 февраль 2014). Дата обращения: 27 декабрь 2016.
  18. Российский Форрест Гамп намерен обежать озеро Иссык-Куль в Кыргызстане за 4 дня. Телерадиокомпания «Мир 24» (23 октябрь 2014). Дата обращения: 6 ғинуар 2017. 2017 йылдың 3 февраль көнөндә архивланған.
  19. 19,0 19,1 Владимир Болотин. Забег «Три сестры» вновь соберет бегунов из РФ, Украины и Белоруссии. Российская газета (15 июль 2016). Дата обращения: 27 декабрь 2016.
  20. 20,0 20,1 20,2 20,3 Ультарамарафонец Дмитрий Ерохин - бегом вокруг Байкала. Байкал24 (3 июль 2016). Дата обращения: 30 декабрь 2016.
  21. 21,0 21,1 Екатерина Дементьева. Марафонец отправился в 50-дневный пробег вокруг Байкала. Российская газета (4 июль 2016). Дата обращения: 27 декабрь 2016.
  22. 22,0 22,1 Ультрамарафонец Дмитрий Ерохин стартовал из посёлка Порт Байкал. Телепрограмма Вести-Иркутск (1 июль 2016). Дата обращения: 30 декабрь 2016.
  23. Марафонец Дмитрий Ерохин госпитализирован с подозрением на энцефалит. Вести-Иркутск (3 август 2016). Дата обращения: 27 декабрь 2016.
  24. Возможно ли встретить Новый год без излишеств. Телерадиокомпания «МИР ТВ» (27 декабрь 2016). Дата обращения: 30 декабрь 2016.
  25. Владимир Глинский. Европа начинается в Уфе // Уфимские ведомости. — 2018. — 8 февраль (№ 9 (3825)). — С. 1.
  26. «Википедию» ждёт запрет в России? Pravda.ru (22 ғинуар 2015). Дата обращения: 27 декабрь 2016.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Чирков А.Л. Бег в мудрость. — М.: ВИНИТИ-Наука, 2014. — С. 60-64. — 192 с. — ISBN 978-5-600-00636-2.
  • Чирков А.Л. За бег!. — М., 2015. — С. 350-355. — 517 с. — ISBN 978-5-9906626-1-2.
  • 440 км за 7 дней // Run. Русский журнал о беге. — 2015. — Сентябрь (№ 5). — С. 56-61.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]