Иғдәүләтов Зәйни Сирай улы
Зәйни Сирай улы Иғдәүләтов (рус. Зайни (Зайний) Сираевич Игдавлетов; 1913 йылдың 4 ғинуары, Аптраҡ, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы — 1982 йылдың 13 июне, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — совет башҡорт театр актёры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1954) һәм халыҡ (1970) артисы, «Почёт Билдәһе» ордены (1955) кавалеры.
Биографияһы
1913 йылдың 4 ғинуарында элекке Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы) Аптраҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа[1].
1928 йылда хеҙмәт мәктәбенең тәүге баҫҡысын тамамлай. Ата-әсәһе ауырыу сәбәпле, артабан уҡыуын дауам итә алмай. Ғаиләгә ярҙам итеү маҡсатында ҡыш урман ҡырҡа, йәй һал ағыҙа. Шул ваҡытта скрипкала уйнарға өйрәнә, гармунда башҡорт халыҡ көйҙәрен өйрәнә башлай. Колхоз йәштәре менән сәнғәт түңәрәге ойоштора, төрлө сюжеттар башҡара, уйнай, йырлай, үҫә төшкәс, уға хатта «колхоз артисы» тигән ҡушамат тағыла.
1933 йылда осраҡлы рәүештә ауылдарына килеп юлыҡҡан ике ижад кешеһе — Кучуков тигән скрипкасы һәм Усманов фамилиялы рәссам менән осраша. Уларға үҙ һөнәрен күрһәтә. Баш ҡала ҡунаҡтарын моңо менән әсир итә. Уға музыка училищеһына уҡырға барырға тәҡдим итәләр, әммә музыка бүлегендә урын ҡалмағанлыҡтан, театр техникумына ҡабул ителә. Хажи Бохарский, Ғабдулла Шамуҡов, Вәли Ғәлимовтар уның менән ихлас шөғөлләнә.
1937 йылда Башҡорт театр училищеһын (режиссёр Мәкәрим Мәһәҙиев курсы) тамамлай.
1936 йылдан алып 1974 йылға тиклем Башҡорт дәүләт академия драма театрында актёр булып эшләй[2].
Ижады
Зәйни Иғдәүләтовтың тәүге роле А. Таһировтың «Янғура» пьесаһынан ҡарауылсы ҡарт образы була. Зәйни Иғдәүләтов тыуҙырған образдар сатирик үткерлек, кәмит эскерһеҙлек, теүәл социаль характеристика менән айырылып тора. Төп ролдәре: Вафа («Башмағым», Х. Ибраһимов), Ҡолой Тархан («Хужа Насретдин», Н. Иҫәнбәт), Шәкүр («Бажалар», И. Абдуллин); классик репертуарҙа Жеванин («Өйләнеү», Н. В. Гоголь), Миллер («Мәкер һәм мөхәббәт», Ф. Шиллер), Бессеменов («Мещандар», М. Горький), Симоне («Мут егет»; Л. Пиранделлоның «Лиола» пьесаһы буйынса) һ.б. Ҡурсаҡ театры сәхнәһендә ҡуйған спектаклдәре: Н. В. Гернеттың («Алладиндың серле лампаһы») (1955), Ш. Насировтың («Серле ҡая»)(1960) һ.б. («Ай тотолған төндә»)(«В ночь лунного затмения»; Свердловск киностудияһы, 1978) кинофильмында төшә. Концерт эшмәкәрлеге алып бара.
1964 йылда «Нәфис һүҙ оҫталары» тигән китап сығара[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1954);
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1970);
- «Почёт Билдәһе» ордены (1955)[1].
Хәтер
Хеҙмәте
- Нәфис һүҙ оҫталары. Өфө, 1964 й.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 С. С. Саитов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Игдавлетов Зайни (Зайний) Сираевич (1913—1982). bashdram.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026.
Әҙәбиәт
- Кудашов Р. Маленьких ролей не бывает // Ватандаш. 2004. № 4.
- Р. Йәһүҙина. Бәләкәй ролдәр булмай. // Башҡортостан. 2014 й.
Һылтанмалар
- С. С. Саитов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- 100 лет со дня рождения Зайни Игдавлетова
- Игдавлетов Зайни Сираевич // стр. 38