Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы

Зөбәй Төхвәт улы Үтәғолов (рус. Зуба́й Тухва́тович Утягу́лов; 1913 йылдың 15 сентябре, Баҡый, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы1943 йылдың 15 ғинуары, Красновка[d], Ростов өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсы, гвардия ҡыҙылармеецы. Һуғышҡа тиклем — уҡытыусы. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).

Биографияһы

1913 йылдың 15 сентябрендә Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Белорет районы) Баҡый ауылында тыуған[1].

Маҡар районы Маҡар ауылының икенсе баҫҡыс мәктәбендә уҡый.

1932—1934 йылдарҙа Белорет районы Туҡан руднигы ҡасабаһы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй[2]. Артабан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, унда Һ. Дәүләтшина, Ғ. Сәләм, Х. Кәрим кеүек буласаҡ яҙыусылар, шағирҙар менән бергә юғары һөнәри белем ала. «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә шөғөлләнә.

Институтты тамамлағас, Салауат районы Арҡауыл урта мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә. 1941 йылда Мәләүез районының Юлдаш урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә[2].

undefined

1942 йылдың авгусында Мәләүез район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға алына, шул уҡ йылдың ноябренән Көньяҡ-Көнбайыш фронтта хеҙмəт итə[3].

Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 1-се гвардия армияһы 6-сы гвардия уҡсылар корпусы 44-се гвардия уҡсылар дивизияһының 130-сы гвардия уҡсылар полкы яугиры гвардия ҡыҙылармеецы Зөбәй Үтәғолов 1943 йылдың 15 ғинуарында Дон тимер юлы ҡасабаһы (хәҙер Ростов өлкәһенең Тарасов районы Красновка станцияһы) өсөн барған алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә[3]. Тиңһеҙ алышта башҡа яугирҙар менән бергә һәләк була. Красновка станцияһында туғандар ҡәберлегендә ерләнә[4].

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 31 мартындағы «Ҡыҙыл Армияның етәксе һәм рядовой составына „Советтар Союзы Геройы“ исемен биреү тураһында» Указына ярашлы, «немец илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» Зөбәй Үтәғоловҡа үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3][5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 12 декабрендәге 613-сө Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Зөбәй Төхвәт улы Үтәғоловтың исеме Башҡортостан Республикаһы Белорет районының Мәхмүт урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелә[6];
  • 2013 йылда Белорет районы хакимиәте башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн Зөбәй Үтәғолов исемендәге премия булдыра.
  • Салауат районы Арҡауыл урта дөйөм белем биреү мәктәбенә Зөбәй Үтәғоловҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[7].
  • Ишембай районының Маҡар урта мәктәбе стенаһына Ж. Кейекбаев менән З. Үтәғоловҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, мәктәптә Геройға арналға экспозиция бар[1].
  • Белорет ҡалаһында Геройға бюст ҡуйылған[1].
  • Ростов өлкәһенең Красновка станцияһы перроны эргәһендә 13 Герой һәйкәле тора[1].
  • Мәскәүҙә, Ҡораллы Көстәрҙең Үҙәк музейында «Красновканың 13 Геройы» стенды йыһазландырылған.
  • Мәләүез районының Юлдаш урта мәктәбенә З. Үтәғоловҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1]
  • 2020 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениһы «Один из тринадцати. Зубай Утягулов» документаль фильмын төшөрә[8].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 И. Г. Каримова. Утягулов Зубай Тухватович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (7 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026. (рус.)
  2. 1 2 Геpой Советского Союза Утягулов Зубай. Централизованная библиотечная система имени Нины Николаевны Зиминой Белорецкого района. Библиотека № 8 (с. Тукан) (25 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026. (рус.)
  3. 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Утягулов Зубай Тухватович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026. (рус.)
  4. ОБД Мемориал|261234088
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза начальствующему и рядовому составу Красной Армии» от 31 марта 1943 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1943. — 9 апрель (№ 14 (220)). — С. 1. Архивировано 20 ноябрь 2021 года. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 февраль 2026)
  6. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026. (рус.)
  7. История школы. Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа села Аркаулово имени Баика Айдара муниципального района Салаватский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026. (рус.)
  8. И. Г. Каримова. Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Әҙәбиәт

  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985.
  • Ж. Кейекбаев. Зөбәй Үтәғолов (баш.). — Өфө: Башгосиздат, 1944. — 47 с.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә