Абдразаҡов Илдар Әмир улы
Илдар Әмир улы Абдразаҡов (рус. Ильдар Амирович Абдразаков; 1976 йылдың 26 сентябре, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — опера йырсыһы (бас). 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 2000 йылдан — Санкт-Петербургтың Мария театры солисы[1]. Севастополь дәүләт опера һәм балет театры етәксеһе (2024 йылдан)[2][3]. Михайлов театрының художество етәксеһе (2026 йылдың 11 мартынан)[4].
Рәсәй Федерацияһының халыҡ(2025)[5] һәм атҡаҙанған (2021)[6], Башҡортостан (2011), Татарстан[7] (2013) һәм Абхазия (2024) республикаларының халыҡ артисы. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2014) һәм Салауат Юлаев (2018) ордендары кавалеры. Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә дәүләт премияһы лауреаты (2024)[8].
Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса совет ағзаһы[9].
2024 йылғы Президент һайлауҙарында президентлыҡҡа кандидат Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе[10].
«Алтын битлек» милли театр премияһы[11] (2013) һәм «Грэмми» премияһы лауреаты[12](2011). НТВ-ла «Маска» шоуының өсөнсө миҙгел еңеүсеһе (2022)[13].
Севастополь дәүләт опера һәм балет театры етәксеһе (2024)[14].
Биографияһы
Илдар Абдразаҡов Өфөлә башҡорт актеры һәм режиссеры ғаиләһендә тыуған. Бәләкәй сағынан уҡ атаһының фильмдарында ҡатнашып сәхнә сәнғәте менән ҡыҙыҡһына башлай. Биш йәшендә Өфө урта махсус музыка училищеһында фортепианоға өйрәнә башлай, әммә уҡыуын ташлай һәм музыка менән үҙаллы шөғөлләнә башлай.
Өфө дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлағандан һуң 1992 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының әҙерлек бүлегенә, ә һуңынан шул уҡ уҡыу йортоноң беренсе курсына уҡырға инә. М. Ғ. Мортазина класында уҡый. 1999 йылда институтты уңышлы тамамлай. 1994 йылда, студент сағында уҡ, Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры солисы була.
- Карьераһы
Абдразаҡов профессиональ карьераһын 1995 йылда Башҡорт опера һәм балет театрында «Салауат Юлаев» операһында Сураман ролен башҡарып башлай. 1997 йылда Ирина Архипова исемендәге телевидение конкурсында һәм Халыҡ-ара Глинка вокалсылары конкурсында еңеү яулай. 1998 йылда Мариин театрында (Санкт-Петербург) тәүге тапҡыр сығыш яһай, Моцарттың «Фигаро туйы» операһында Фигаро ролен башҡара, шулай уҡ йәш опера йырсылары өсөн Халыҡ-ара Римский-Корсаков конкурсында Гран-при яулай.
1999 йылда Елена Образцова исемендәге Халыҡ-ара конкурста Гран-при яулай һәм Санкт-Петербург филармонияһында тәүге яңғыҙ концертын бирә. Шул ваҡыттан алып уның ижад юлы тиҙ үҫешә, донъяның абруйлы сәхнәләрендә сығыш яһаусы йырсыҡа әүерелә. Уның репертуарында Петр Чайковский, Вольфганг Моцарт, Джузеппе Верди, Модест Мусоргский кеүек композиторҙарҙың операларындағы ролдәре бар[15][16].
Ижади эшмәкәрлеге
Абдразаҡов халыҡ-ара музыка фестивалдәрендә һәм концерттарында әүҙем ҡатнаша. 2009 йылда Зальцбург музыка фестивалендә дебют яһай, артабан Нью-Йорктағы Метрополитен операһы, Миландағы Ла Скала, Лондондағы Ковент-Гарден кеүек билдәле майҙансыҡтарҙа үткән фестивалдәрҙә даими ҡатнаша.
2016 йылда Елена Образцова исемендәге Халыҡ-ара музыка академияһының художество етәксеһе, 2018 йылда Илдар Абдразаҡов исемендәге Халыҡ-ара музыка фестиваленә нигеҙ һала. 2024 йылда музыкаль сәнғәтте үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн сәнғәт өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһына лайыҡ була.
2024 йылдың октябрендә артист Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса Президент советы ағзаһы була.
2024 йылдың декабренән Илдар Абдразаҡов Севастополь дәүләт опера һәм балет театры директоры вазифаһын башҡара. 2025 йылда театрҙа Сергей Рахманиновтың «Алеко» операһы премьераһы була, режиссер һәм төп ролде Илдар Абдразаҡов башҡара[17].
Илдар Абдразаҡов сәнғәт өлкәһендә йәш талантарға ярҙам итеү һәм халыҡ-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү фонды булдырҙы[18].
Ғаиләһе
Атаһы Әмир Абдразаҡов — башҡорт театр актёры, кинорежиссёр, сценарист. «Башҡортостан» киностудияһын ойоштороусы.
Бер туған ҡустыһы Асҡар Абдразаҡов — Рәсәй опера йырсыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы.
Илдар Абдразаҡов өс тапҡыр өйләнә. 2001 йылда йырсы Ольга Трифонова менән беренсе никахта Ҡыҙы Эльвира тыуа. Был союз тиҙҙән тарҡала.
Һуңынан ул опера йырсыһы Ольга Бородинаға өйләнә. Был ғаиләлә бер ул тыуа, ике яҡтан да олатайҙары хөрмәтенә Владимир-Әмир тип исем ҡушалар. Никах 12 йылдан һуң тарҡала.
Беренсе ике никахтан тыуған балалар Санкт-Петербургта йәшәй һәм уҡый: ҡыҙы эстрада сәнғәте өлкәһендә белем ала, улдары М. И. Глинка исемендәге музыка уҡыу йортонда белем ала.
Артистың өсөнсө ҡатыны Марика Гвилава исемле, уның эше профессиональ мәҙәни өлкә һәм медиа менән бәйле. Был никахта ике ҡыҙҙары — Рианна һәм Александра тыуа[15].
Операларҙа төп партиялары
- Сураман («Салауат Юлаев»; дебют, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1995)
- Сурин («Пики дамаһы» — «Пиковая дама», Пётр Чайковский)
- Дон Базилио («Севилья цирюльнигы» — «Севильский цирюльник», Дж. Россини)
- Фигаро («Фигароның туйы» — «Свадьба Фигаро», Вольфганг Моцарт)
- Руслан («Руслан һәм Людмила» — «Руслан и Людмила», М. И. Глинка)
- Оровезо («Норма», В. Беллини)
- Аттила (Дж. Вердиҙың шул уҡ исемдәге операһы)
- Король Филипп II («Дон Карлос», Джузеппе Верди)[19]
Россиниҙың «Наполеон III һәм уның ҡыйыу халҡына гимн» («Гимн Наполеону III и его доблестному народу») гимнын тәүге башҡарыусы («Ла Скала», Милан ҡалаһы, Италия, 2000).
Концерт репертуарында — Пётр Чайковский, Сергей Рахманиновтың вокаль әҫәрҙәре, рус һәм сит ил композиторҙары операларынан ариялар. «Ковент‑Гарден» (Лондон), «Метрополитен‑опера» театрҙарында һәм «Карнеги‑холл» залында (Нью-Йорк ҡалаһы, АҠШ) һәм башҡа сәхнәләрҙә сығыш яһай.
Рәсәй һәм сит илдәр (Англия, Аргентина, Испания, Франция, Япония һәм башҡалар) буйлап гастролдәрҙә була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2025)[5][20][21]
- Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (2021)[22]
- Салауат Юлаев ордены (2018)[23]
тулы исемлек
- «BraVo» Беренсе халыҡ-ара профессиональ музыкаль премияһының «Ир-аттар араһында иң яҡшы классик вокал» номинацияһы еңеүсеһе[24].
- Рәсәй «Casta Diva» опера премияһының «Йыл йырсыһы» номинацияһы лауреаты (2016)[25][26][27]
- Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены (2014)
- «Алтын битлек» («Золотая маска») Милли театр премияһы (2013)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2000)
- Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2013)
- Абхазия Республикаһының халыҡ артисы (2024)[28]
- «Верди тауыштары» («Вердиевские голоса») V Халыҡ-ара конкурста Гран-при (Буссето ҡалаһы, Италия, 2000
- Йәш опера йырсыларының Елена Образцова исемендәге конкурсында Гран-при (Санкт‑Петербург, 1999)
- Н. А. Римский‑Корсаков исемендәге халыҡ-ара конкурста Гран-при (Санкт-Петербург, 1998)
- Михаил Глинка исемендәге халыҡ-ара конкурс лауреаты (Ярославль, 1997)
- Ирина Архипованың «Мәскәүҙең оло бүләге» («Большой приз Москвы») Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы лауреаты (1997)
- НТВ телеканалындағы «Маска» шоуынын Аждаһа костюмында еңеүсе (2022)
- Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә дәүләт премияһы (2024)
- Юрий Башметтың халыҡ-ара хәйриә фондының Д. Д. Шостаковича исемендәге премияһы (2025)[29].
- VIII халыҡ-ара профессиональ музыкаль BraVo премияһының ике номинацияһы лауреаты (2026) — беренсеһе: Севастополь опера һәм балет театрында С. В. Рахманиновтың «Алеко» спектакленең ҡуйыусы режиссёры булараҡ (йырсы унда төп партияны башҡарыусы ла) һәм икенсеһе: «Иң яҡшы классик ир-егет вокалы» номинацияһында. Бындай премияға артист икенсегә лайыҡ була[30].
Дискография
CD
- Rossini discoveries; Orchestra Sinfonica e Coro di Milano Giuseppe Verdi, Riccardo Chailly; Decca Records; 2002 (CD).
- Shostakovich: Words of Michelangelo; BBC Philharmonic, Gianandrea Noseda; Chandos Records; 2006 (CD).
- Cherubini: Missa Solemnis in E; Chor und Symphonieorchester des Bayerischen Rundfunks, Riccardo Muti; Warner Classics; 2007 (CD).
- Giuseppe Verdi: Messa da Requiem; Youth Orchestra of the Americas, Plácido Domingo; Glor Classics; 2009 (CD&DVD).
- Rachmaninoff: The Miserly Knight; BBC Philharmonic, Gianandrea Noseda; Chandos Records; 2009 (CD).
- Verdi: Messa da Requiem; Chicago Symphony Orchestra, Riccardo Muti; CSO Resound; 2009 (CD).
- Verdi: Requiem; Opera National de Paris, Philippe Jordan; Erato Records; 2013 (CD).
- Power Players, Russian Arias for Bass, Ildar Abdrazakov; Kaunas City Symphony Orchestra, Constantine Orbelian; Delos Records; 2014 (CD).
- Verbier Festival: Best of 2014; Erato Records; 2014 (CD).
- Prokofiev: Ivan the Terrible; Berlin German Symphony Orchestra, Tugan Sokhiev; Sony Classical Records; 2014 (CD).
- Verdi: Simon Boccanegra; Kaunas City Orchestra, Constantine Orbelian; Delos Records; 2015 (CD).
- Duets: Ildar Abdrazakov & Rolando Villazón; Orchestre Symphonique De Montreal, Yannick Nézet -Séguin; Deutsche Grammophon; 2017 (CD).
DVD
- Gioachino Rossini: Moïse et Pharaon; Orchestra e Coro del Teatro alla Scala, Riccardo Muti; Arthaus Musik; 2005 (DVD).
- Vincenzo Bellini: Norma; Teatro Regio di Parma, Fabio Biondi; Arthaus Musik; 2005 (DVD).
- Giuseppe Verdi: Oberto, Conte di San Bonifacio; Ópera de Bilbao, Yves Abel; Opus Arte; 2007 (DVD).
- Giuseppe Verdi: Messa da Requiem; Youth Orchestra of the Americas, Plácido Domingo; Glor Classics; 2009 (CD&DVD).
- Donizetti: Lucia di Lammermoor; The Metropolitan Opera, Marco Armiliato; Deutsche Grammophon; 2009 (DVD).
- Verdi: Attila; Mariinsky Orchestra, Valery Gergiev; Mariinsky; 2013 (DVD).
- Borodin: Prince Igor; The Metropolitan Opera, Gianandrea Noseda; Deutsche Grammophon; 2014 (DVD).
- Boito: Mefistofele; San Francisco Opera, Nicola Luisotti; San Francisco Opera; 2014 (DVD).
- Mozart: The Marriage of Figaro; The Metropolitan Opera, James Levine; The Metropolitan Opera; 2014 (DVD).
- Mariinsky: Gala; Mariinsky Theatre, Valery Gergiev; Mariinsky, Arthaus Musik; 2015 (DVD).
- Verdi: Don Carlo; Teatro Regio Torino, Gianandrea Noseda; Opus Arte; 2015 (DVD).
- Charles Gounod: Faust; Teatro Regio Torino, Gianandrea Noseda; Unitel Classica; 2016 (DVD).
- Charles Gounod: Faust, 2016 Salzburg Festival; Vienna Philharmonic Orchestra and Choir, Alejo Pérez; EuroArts; 2017 (DVD).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ильдар Абдразаков. www.mariinsky.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
- ↑ Биография. Официальный сайт Ильдара Абдразакова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2026.
- ↑ Ильдар Абдразаков назначен руководителем Севастопольского театра оперы и балета. portal-kultura.ru. Культура. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026.
- ↑ Ильдар Абдразаков назначен худруком Михайловского театра. РИА Новости (11 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026.
- ↑ 1 2 Путин присвоил звание народного артиста РФ Ильдару Абдразакову. 30 декабрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Елена Арнольдова. Ильдар Абдразаков стал заслуженным артистом России - Газета.Ru | Новости (16 марта 2021). 30 декабрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Ильдару Абдразакову присвоено звание народного артиста Республики Татарстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025. Архивировано 8 декабрь 2017 года.
- ↑ Оперный певец Абдразаков удостоен Госпремии в области литературы и искусства. Известия (11 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
- ↑ Структура ∙ Президент России. Президент России (15 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
- ↑ Сведения о доверенных лицах кандидата на должность Президента Российской Федерации: Путин Владимир Владимирович. www.cikrf.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
- ↑ Мила Киян. «Сказки Гофмана» принесли Ильдару Абдразакову «Золотую маску». ufa.kp.ru (22 апрель 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
- ↑ Ильдар Абдразаков получил две премии «Грэмми» (14 февраль 2011). 30 декабрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Ильдар Абдразаков стал победителем шоу «Маска» на НТВ. Официальный портал Республики Башкортостан (5 май 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
- ↑ Ильдар Абдразаков назначен руководителем Севастопольского театра оперы и балета. Газета Культура (11 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
- ↑ 1 2 Ильдар Абдразаков — биография. Биограф. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
- ↑ Ильдар Абдоазаков. Официальный сайт Ильдара Абдазакова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
- ↑ Ильдар Абдразаков стал руководителем Севастопольского театра оперы и балета. bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
- ↑ Ильдар Абдразаков открыл фонд поддержки и продвижения молодых талантов в области искусства. ИА «Башинформ» (13 ғинуар 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
- ↑ Илдар Абдразаҡов 20 йыл эсендә тәүге тапҡыр Ҙур театр спектаклендә йырлай (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (8 декабрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 10.12.2025 № 919 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Официальное опубликование правовых актов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Эдуард Кускарбеков. Владимир Путин присвоил Ильдару Абдразакову звание народного артиста России. ИА «Башинформ» (24 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Ильдару Абдразакову присвоено звание Заслуженного артиста России. ИА «Башинформ» (16 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
- ↑ Рөстәм Хәмитов Илдар Абдразаҡовты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне (башҡ.). ИА «Башинформ» (28 апрель 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
- ↑ Ильдар Абдразаков стал победителем Первой международной музыкальной премии «BraVo». bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
- ↑ Ильдар Абдразаков признан лауреатом оперной премии «Casta Diva». ИА «Башинформ» (25 декабрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
- ↑ Илдар Абдразаҡов — «Casta Diva» опера премияһы лауреаты (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (26 декабрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
- ↑ Ильдар Абдразаков:Стабильность признак мастерства певца. rg.ru (10 ғинуар 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
- ↑ Ильдар Абдразаков удостоен звания народного артиста Республики Абхазия. ИА «Башинформ» (16 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
- ↑ Оперный певец Ильдар Абдразаков получил премию Шостаковича. ОТР (10 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
- ↑ Ляйла Аралбаева. Уроженец Уфы Ильдар Абдразаков удостоен двух наград премии BraVo. ИА «Башинформ» (15 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2026.
Һылтанмалар
- Абдразаҡов Илдар Әмир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Официальный сайт Ильдара Абдразакова