Исмаҡов Рөстәм Әҙип улы
Биографияһы
Исмаҡов Рөстәм Әҙип улы 1958 йылдың 4 мартында Өфөлә тыуған. 1980 йылда Өфө нефть институтын «Нефть һәм газ скважиналарын быраулау» һөнәре буйынса тамамлағандан һуң Өфөлә эшләй. 1985 йылда «Разработка композиционно-полимерной смазки и технологии её применения для улучшения показателей работы шарошечных долот» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 1986 йылдан алып ғилми-тикшеренеү секторының начальник урынбаҫары, 1987 йылда — начальник, 1988—2007 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһын башҡара. 2006 йылда "Совершенствование геомеханического и триботехнического обеспечения работы системы «скважина — скважинная жидкость — инструмент» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2]. 2009 йылда — нефть һәм газ скважиналарын быраулау кафедраһы мөдире, 2014 йылдан башлап фәнни һәм инновацион эштәр буйынса проректор. Фәнни эшмәкәрлеге «скважина-скважиналағы шыйыҡса-инструмент» системаһының триботехник һәм геомеханик аспекттарын, эшләү тотороҡлоғон өйрәнеүгә арналған. Тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре Одопту-диңгеҙ ятҡылығында (Сахалин утрауы) вертикалдән үтә йыраҡҡа сигенгән скважиналарҙы быраулауҙа файҙаланылған. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт, шул иғәптән вуздар өсөн уҡытыу‑методик ҡулланмалар, 12 уйлап табыу авторы.[1]. Өс фән кандидатын әҙерләгән[2].
Диссертация советы ағзаһы, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының (Волга-Кама бүлеге) ағза-корреспонденты.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Исмаҡов Рөстәм Әҙип улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 Исмаков Рустэм Адипович 2021 йылдың 4 октябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Исмаҡов Рөстәм Әҙип улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Исмаков Рустэм Адипович 2021 йылдың 4 октябрь көнөндә архивланған.