Ишкинин Ишмай Иштубаевич
Ишмай Иштубаевич Ишкинин (рус. Ишкинин Ишмай Иштубаевич; 1914 йылдың 15 декабре, Ишем, Баймырҙа ауыл советы — 1964 йылдың 2 авгусы, Баймырҙа, Башҡорт АССР-ы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының взвод командиры, лейтенант (1946). Советтар Союзы Геройы (1945). 1948 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
Биографияһы
1914 йылдың 15 декабрендә[1] Рәсәй империяһы Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы) Ишем ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2]. Милләте мари.
1936—1938 йылдарҙа һәм 1943 йылдың февраленән Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында. Улан-Удэ ҡалаһының хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла.
1943 йылдың апреленән Бөйөк Ватан һуғышында.
1944 йылда Полтава пехота училищеһын тамамлаған.
Кесе лейтенант И. И. Ишкинин Кёнигсберг (хәҙер Калининград) ҡалаһы өсөн алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә.
1945 йылдың 7 апрелендә яугирҙары менән ҡала янындағы форт казематтарының береһен томалай һәм шартлата. Дүрт станоклы пулемётты һәм тиҫтәләгән гитлерсыны юҡ итә. Фортты артабан штурмлаған ваҡытта һигеҙ немецты граната менән шартлата.
1945 йылдың 8 апрелендә И. И. Ишкинин взводы урам сатында урынлашҡан, дошман көслө ут алып барған йортто яулап ала. Штурм ваҡытында 50 немец һалдаты юҡ ителә һәм 24 һалдат әсирлеккә алына.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 19 апрелендәге Указы менән кесе лейтенант И. И. Ишкининға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм 6251-се «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[3].
1946 йылдан запаста, тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй.
1964 йылдың 2 авгусында Башҡорт АССР-ы Мишкә районы Баймырҙа ауылында вафат була[2], шул уҡ ауылда ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Советтар Союзы Геройы (19.04.1945)[3];
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (19.04.1945)[3];
- Ленин ордены (19.04.1945)[3];
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (16.03.1945)[4];
- «Кёнигсбергты алған өсөн» миҙалы[3]
Хәтер
- 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы И. И. Ишкининдың исеме Мишкә районының Баймырҙа ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелгән[5][6];
- И. И. Ишкининдың барельефтары Бүрәт Республикаһының баш ҡалаһы Улан-Удэның Еңеү проспектындағы Советтар Союзы Геройҙары һәм Рәсәй Геройҙары композицияһында Һәм Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Мишкә ауылы Мемориаль комплексының гранит стенаһында уйылған;
- Мишкә, Баймырҙа һәм Ишем ауылдарында урамдарға Ишкинин исеме бирелгән;
- Ишем ауылында Геройға һәйкәл ҡуйылған, ул йәшәгән йортҡа һәм ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташтар беркетелгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Икенсе мәғлүмәттәр буйынса 23 декабрендә
- ↑ 1 2 И. Ғ. Кәримова. Ишкинин Ишмай Иштубаевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 декабрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 5 Ишкинин Ишмай Иштубаевич. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Ишкинин Ишмай Иштубаевич. Республиканский музей Боевой Славы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 декабрь 2025.
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 декабрь 2025. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа.
- Дугаржапов Тимур. Герой штурма Кёнигсберга. Ишмай Ишкинин // Дугаржапов Тимур Амагаланович (1965-). Герои Бурятии : к 75-летию Великой Победы / Тимур Дугаржапов, Сергей Басаев, Александр Тармаханов. — Улан-Удэ, 2019—2020. — [Т. 1] . — С. 243—255.
- Салмиянов В. Покоритель неприступного форта // Дружба. — 2007. — 25 июля, 28 июля, 4, 8, 11 авг.
- Салмиянов В. Имя на обелиске: 70 лет со дня рождения Героя Советского Союза И. И. Ишкинина // Дружба. — 1984. — 27 дек. — С. 4.
- Супрун В. О земляке герое: к 40-летию Великой Победы // Дружба. — 1985. — 23 марта. — С.4.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Ишкинин Ишмай Иштубаевич (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2025)
- Изергин В. И. Ишкинин Ишмай Иштубаевич // Марийская биографическая энциклопедия / Авт.-сост. В. А. Мочаев. — 2-е изд. — Йошкар-Ола: Марийский биографический центр, 2017. — С. 182. — 606 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-905314-35-3. (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2025)
- Республиканский музей Боевой Славы: Ишкинин Ишмай Иштубаевич (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2025)