Йыһанша (исем)
| Викидата элементы юҡ |
Йыһанша — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
Йыһанша исеме башҡорт теленә фарсы теленән ингән. Ҡушма исем, йыһан һәм шаһ һүҙе ҡушылып төҙөлгән. Йыһан тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
Фамилияла
Йыһаншин Азат Надир улы (11 май 1971 йыл) — театр һәм кино актёры, режиссёр. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1996).
Йыһаншин Камил Фәрухша улы (15 март) 1950 йыл) — Башҡортостандың урыҫ телендә ижад иткән яҙыусыһы. 1995 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының (2004) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (2012) һәм Степан Злобин исемендәге әҙәби премия (2002) лауреаты.
Йыһаншин Ғәлимйән Кәрим улы (11 май) 1940 йыл) — ғалим-инженер-технолог, химик.
Йыһаншин Сабир Шәйәхмәт улы (28 август) 1924 йыл — 4 октябрь 2018 йыл) — партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1971—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Педагогия фәндәре кандидаты (1969), доцент (1985). Октябрь Революцияһы, II дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
Топонимикала
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Йыһан шаһы (1628 йылға тиклем шаһзадә Хөррәм Бәхет Баһадур-мырҙа тигән исем менән йөрөгән, мансабы (дәрәжәһе) — Шаһ Йыһан Баһадур; 5 ғинуар 1592 йыл, Лахор — 22 ғинуар 1666 йыл, Агра) — Бөйөк Моголдар империяһы падишаһы (1627—1658), Таж-Махалды төҙөп үҙен үлемһеҙ иткән шәхес.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
Сығанаҡтар
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ