Йәнгүзәл (йыр)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Йәнгүзәл
Жанр Оҙон көй
Әҫәр яҙылған тел башҡортса‎

Йәнгүзәл - башҡорт халыҡ йыры.

Көйө менән бергә 1964 йылда Әлшәй районы Аҡҡолай ауылында 79 йәшлек Мөхәмәҙиә Садиҡовтан фольклорсы-ғалим С. Галин яҙып алған. Һүҙҙәре Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының (РФА Өфө фәнни үҙәге) Ғилми архивында ф. 3, оп.47/1 бүлемендә (109-сы бит); көйө - МФ, инв.№198/1 һаны аҫтында һаҡлана.

Салауат Галин йырҙы 18 томлыҡ "Башҡорт халыҡ ижады" баҫмаһындағы "Йырҙар" тигән тупланмаһының (Өфө, 1974) "Мөхәббәт йырҙары" тигән төркөмөнә индергән [1].

Йырҙың һүҙҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортса Урыҫса

Елбер генә елбер йөрөгәнемдә,
Елдәр аса минең ҡуйынымды,
Ай, Йәнгүзәл!

Ҡушымта:

Йәнгүзәл китте һыу буйлап,
Уҙған ғүмерен уйлап.

Янып ҡына көйөп йөрөгәнемдә,
Дуҫ-иш аса минең күңелемде,
Ай, Йәнгүзәл!

Ҡушымта.

Бара ғына инем юл буйлап,
Юлғынайым китте һыу буйлап,
Ай, Йәнгүзәл!

Ҡушымта.

Уйһыҙ ғына егет түгел инем,
Уйғынайым бөттө, һине уйлап.
Ай, Йәнгүзәл!

Ҡушымта:

Йәнгүзәл китте һыу буйлап,
Уҙған ғүмерен уйлап.

Когда я быстро скачу,
Ветры открывают мне грудь,
Ай, Янгузель!

Припев:

Янгузель ушла вдоль реки,
О прошедшей жизни думая.

Когда я горю и печалюсь,
Друзья-товарищи развлекают мою душу,
Ай, Янгузель!

Припев.

Шел я по дороге,
Путь мой ушел вдоль реки,
Ай, Янгузель!

Припев.

Бездумным джигитом не был я,
Думы мои кончились, как стал о тебе думать.
Ай, Янгузель!

Припев.

Янгузель ушла вдоль реки,
О прошедшей жизни думая.

Йәнгүзәл исеме - бөгөн[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәнгүзәл исеме бөгөн дә йәшәүен дауам итә, ҡыҙ балаларға йыш ҡына ҡушалар, шулай уҡ төрлө үҙешмәкәр төркөмдәргә, этно-фольк төркөмдәргә бирелә [2].

Видео[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • YouTube сайтында Видео Сулпан Кейекбердина - Йәнгүзәл
  • YouTube сайтында Видео Этно-фольк группа "Янгузель"

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1-се китап. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә яҙыусы, аңлатмалар биреүсе С.Ә. Галин. Яуаплы редакторы К.Ә. Әхмәтйәнов. Өфө, 1974. 388 б.
  2. Этно-фольк группа "Янгузель"

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРҘАРЫ
  • Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1-се китап. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә яҙыусы, аңлатмалар биреүсе С.Ә. Галин. Яуаплы редакторы К.Ә. Әхмәтйәнов. Өфө, 1974. 388 б.