Красовский Владимир Олегович

Красовский Владимир Олегович (11 декабрь 1949 йыл — 5 ғинуар 2022 йыл) — санитар табип-ғалим. 1984 йылдан Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 2012 йылдан — бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1996—2022 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2002). Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007).

Биографияһы

Владимир Олегович Красовский 1949 йылдың 11 декабрендә Архангельск ҡалаһында ҡотороу сиренә ҡаршы системаның санитар хеҙмәте бактериолог-табиптары ғаиләһендә тыуған[1].

Юғары белемле: Ростов дәүләт медицина институтын институтының санитар-гигиена факультетын тамамлаған[2].

1974 йылда хеҙмәт эшмәкәрлеген йүнәлтмә буйынса Ҡалмыҡ АССР-ының санитар-эпидемиология станцияһында башлай. Артабан һөнәре буйынса Куйбышев өлкәһендә һәм Төрөкмән ССР-ында хеҙмәт һала.

1983 йылдан — ВЛКСМ-дың 15 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы.

1984 йылдың майынан — Өфө ҡалаһы 21-се дауаханаһының бүлек мөдире.

1984 йылдың ноябренән — Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре, 1993 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1998 йылдан — бүлек етәксеһе, 2006 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2012 йылдан — хеҙмәт гигиенаһы һәм физиологияһы бүлеге мөдире.

Бер үк ваҡытта 1996 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, терапия һәм һөнәри ауырыуҙар кафедраһы профессоры һәм артабан шулай уҡ Өфө дәүләт авиация техник университетының йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге һәм ғәмәли экология кафедраһы профессоры.

Фәнни эшмәкәрлеге

Ғалимдың тикшеренеүҙәре шәхес өсөн хеҙмәт шарттары буйынса зарарһыҙ стаждың медик математик моделен әҙерләү, халыҡ һаулығының һөнәри һәм экологик хәүефтәре концепцияһы мәсьәләләренә, хеҙмәт гигиенаһында прогнозлаусы иҫкәртеү ысулдарын эшләүгә арналған.

1995 йылдың 25 сентябрендә ул «Физиологогигиеническое обоснование методического подхода к изучению структуры профессионального риска здоровью работающих» тигән темаға кандидатлыҡ, 2002 йылда — «Физиолого-гигиенические критерий прогнозов профессиональной трудоспособности в гигиене труда» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

400-ҙән ашыу ғилми баҫма, шул иҫәптән өс монография (икеһе — сит ил баҫмаларында), дүрт уйлап табыу авторы. Рәсәй, Европа, Америка һәм Ҡытайҙа үткәрелгән халыҡ-ара китап йәрминкәләрендә уның монографиялары биш алтын миҙалға лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007)