Мельников Борис Васильевич
Борис Васильевич Ме́льников (1923 йылдың 23 авгусы, Томск ҡалаһы — 1951 йылдың 7 декабре) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары. Гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
Борис Васильевич Мельников 1923 йылдың 23 авгусында Томск ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған[1]
Урыҫ. ВКП(б) ағзаһы. Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә йәшәй, бында 9 синыфты һәм аэроклуб тамамлай.
Ҡыҙыл Армияға 1940 йылда Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһы Киров район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1942 йылда Молотов хәрби авиация мәктәбен тамамлай.
Хәрәкәт итеүсе армияла 1942 йылдың февраленән. 143-сө гвардия штурм авиацияһы полкы составында һуғыша, эскадрилья командиры урынбаҫары була. Дошман ғәскәрҙәрен штурмлауға 231 хәрби осош яһай.
1948 йылдан капитан Б. В. Мельников — запаста. Донецк өлкәһенең Докучаевск ҡалаһында экскаватор машинисы булып эшләй.
1951 йылдың 7 декабрендә 29-сы йәшендә вафат була. Томск ҡалаһында ерләнгән[2].
Батырлығы
«143-сө гвардия штурм авиацияһы полкының эскадрилья командиры урынбаҫары (8-се гвардия штурм авиацияһы дивизияһы, 1-се гвардия штурм авиацияһы корпусы, 2-се һауа армияһы, 1-се Украина фронты) гвардия өлкән лейтенанты Мельников Борис 1945 йылдың майына разведкаға һәм дошман ғәскәренә һөжүмгә 231 хәрби осош яһай. Уның иҫәбендә 48 яндырылған танк, йөк һәм тере көстәр менән 145 автомашина, техника һәм атыу кәрәк-яраҡтары менән шартлатылған тимер юл эшелондары, 10 артиллерия һәм 6 миномет батареяһы, аэродромда 5 самолет, шулай уҡ биш йөҙҙән ашыу дошман һалдаты һәм офицеры юҡ ителә»[3].
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 июнендәге указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән лейтенанты Мельников Борис Васильевичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6575) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1945)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы, (27.06.1945)[3][4].
- Ленин ордены (27.06.1945).
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (30.09.1943)[5].
- Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (06.03.1944)[6].
- Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (25.04.1945)[7].
- Александр Невский ордены (05.09.1944)[8].
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (20.07.1943)[9].
- Миҙалдар.
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Борис Васильевич Мельниковтың исеме Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы муниципаль (рус.)баш. районының Николо-Берёзовка ауылы дөйөм белем биреү мәктәбе бюджет учреждениеһына бирелә[10][11];
- Летчик-штурмовиктың исеме Өфө аэроклубын тамамлаусыларҙың — Советтар Союзы Геройҙарының мемориал таҡтаһына индерелгән;
- Донецк өлкәһенең Докучаевск ҡалаһындағы урамға Б. В. Мельников исеме бирелгән[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Ғ. Һ. Булатов, А. Р. Вәлиуллин. Мельников Борис Васильевич. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2026. (баш.)
- ↑ Мельников Борис Васильевич. «Герои страны» сайты.
- ↑ 1 2 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 31, л. 92—95).
- ↑ 1 2 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 176, л. 6).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2969, л. 7, 27, 28).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 697, л. 2, 44—46).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 688, л. 2, 28—30).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 7549, л. 4, 85—87).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1471, л. 3, 32—34).
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа.
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Мельников Борис Васильевич
- Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мельников Борис Васильевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 февраль 2026)
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941—1945 гг.». Музей Победы. Мельников Борис Васильевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 февраль 2026)
- Республиканский музей Боевой Славы: Мельников Борис Васильевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 февраль 2026)