Меркеттәр

Меркиеттәр (Мергедтәр, фаразланыуынса монг. мэргид һәм бүр. мэргэд — «мәргән, маһир») — XIII б. башында Сыңғыҙхандың Монгол империяһына ингән монгол ҡәбиләһе[1]. Байкал аръяғының (Рәсәй Бүрәт Республикаһының көньяғы) көньяҡ-көнбайышында һәм хәҙерге үҙәк Монголияның төньяғында йәшәгәндәр.

undefined
undefined

Этник сығышы

Күпселек тарихсылар Рәшит-Әд-Дингә (меркеттәр — монгол ҡәбиләләренең бер өлөшө) барып тоташҡан традицион версияға таянһа ла[2]), башҡа версиялар ҙа тәҡдим ителә:

Самодий гипотезаһы: Л. Н. Гумилёв меркеттәрҙе көньяҡ самодий ҡәбиләләренең көнсығыш төркөмөнә индерә[3][4]. В. А. Туголуков, Марко Полоның «бекрин халҡы»ның болан аҫырауы, шулай уҡ Байкал аръяғы тунгус «меркеттәре» этнонимдарына оҡшашлығы тураһында әйткәненә иғтибар итеп, гипотезаны аргументлыраҡ үҫтерә[5].

Төрки тигән фаразлау көнбайыш тарихнамәһенең ҡайһы бер хеҙмәттәрендә таралған[6]. Әҙәбиәттә меркет һәм мекрит/мекрин/бекрин[2][3] этнонимдарын айырыу ҡабул ителгән[7][8]. Плано Карпини меркет һәм мекриттарҙы ике айырым монгол ҡәбиләһе булараҡ күрһәтә[9]. Францискандар мекриттәрҙе һәм меркеттәрҙе терминологик яҡтан ғына түгел, территориаль яҡтан да айыра[10].

Тарихы

Сығанаҡтарҙа тәүге тапҡыр телгә алыныуы

Меркеттәр («мэйлицзи») сығанаҡтарҙа этник берләшмә булараҡ XI быуат аҙағында күренә башлай. Ҡытайҙарҙың «Кидандар тарихы»на ярашлы, 1093 йылда кидандар хәрби юлбашсыһы Вотэп меркеттәргә поход ойоштора һәм уларҙы ҡыйрата[11]. Е. И. Кычанов меркеттәр йәнәсәй ҡырғыҙҙарының бер өлөшө булыуы һәм Ҡырғыҙ ҡағанатында йәшәгән халыҡтар һәм ҡәбиләләр иҫәбенә инеүе мөмкин, тип иҫәпләй[12].

Ҡәбилә структураһы

Меркеттәр өс тармаҡҡа: увас (хоас), хаат һәм удуит бүленә. Удуит-меркеттәр һан яғынан күберәк булған һәм түбәндәге: уйкур, мудан, тудаклин и джиюн подразделениеларға бүленгән. XII быуаттың икенсе яртыһында Тудур-Билгэ улы Тохтоа-беки удуит-меркеттәр хакимы булған; Дайр-Усун и Хаатай-Дармала увас-меркиттәр һәм хаат-меркиттәр юлбашсылары булған[13].

Меркеттәр һәм Сыңғыҙхан

«Монголдарҙың изге хикәйәте»нә ярашлы, Темужиндең әсәһе Оэлун меркет Чиледаға кейәүгә сығырға тейеш була, әммә уны Есугей-баһатур урлап алып китә. Һуңғараҡ өс йөҙ меркет йәш Темужиндың торағына рейд яһай, һәм, атаһы Есугей Оэлунды урлағаны өсөн үс алып, меркеттәр Темужиндың ҡатыны Бөртэне алып ҡаса. Был меркеттәр тарихында киҫкен осор була.

Темужин, ҡатынын ҡайтарыу маҡсатында, Тоғрул хан етәкселегендә монгол-кереиттәрҙе мобилизациялай, меркеттәр өлөшләтә үлтерелә, өлөшләтә Байкал аръяғына ҡаса. Беренсе еңелеүҙән һуң меркеттәргә рейдтар тағы ла егерме йыл буйына дауам итә. Меркет әсирлегендә Бөртэнең, фаразлауҙар буйынса, уны кәнизәк итеп алған меркит Чильгирҙан Джучи исемле улы тыуа. Темужин үҙенең атайлығын таный, әммә хатта Джучиҙың бер туған ҡустыһы Сағатай ҙа Джучиҙы «меркет әсирлеге вариҫы» тип атай[14].

Сыңғыҙ хан меркиттарҙың береһен дә иҫән ҡалдырмаҫҡа, барыһын да үлтерергә ҡарар итте, сөнки меркет ҡәбиләһе фетнәле һәм яугир, уға ҡаршы бик күп тапҡыр һуғышты... Әҙ генә иҫән ҡалғандар йә әсә ҡарынында булған, йә туғандарында йәшеренгән. {{oq|ru|

Чингис-хан постановил, чтобы никого из меркитов не оставляли в живых, а всех убивали, так как племя меркит было мятежное и воинственное и множество раз воевало с ним... Немногие оставшиеся в живых или пребывали тогда в утробах матери, или были скрыты у родственников[15].

Меркеттәр еңелгәндән һуң

1206 йылда Темужин Сыңғыҙхан тип иғлан ителгән ваҡытта, күрәһең, меркеттәр үҙ аллы этносоциаль структура булып өлгөрмәгән булғандыр. Уларҙың ҡалдыҡтары монгол дәүләте улустарына таратыла. Күп кенә меркеттәр башҡа монгол ҡәбиләләренә ҡушыла, йәки көнбайышҡа күсеп китә, унда ҡыпсаҡтарға ҡушылған[16].

1215—1218 йылдарҙа Джебе һәм Субэдэй элекке юлбашсыһы Тохтоа-беки улдары етәкселегендәге меркеттәрҙең ҡалдыҡтарын ҡыйрата.

Сыңғыҙхандың Хулан исемле меркет ҡатыны була; Үгеҙәйҙең ҡатыны Дорегене һәм уның улы Гуюк Оғыл-Гаймыш ҡатыны ла меркет булған. Меркет Баян һәм уның туғаны Тогто Ҡытайҙағы Юань монгол династияһының кәңәшсеһе булып хеҙмәт иткән. Монголдар Ҡытайҙан ҡыуылғандан һуң уларҙың тоҡомдары Төньяҡ Юань башҡа ырыу-ҡәбилә берләшмәләре араһында айырым клан тәшкил иткән.

Меркеттәр хакимдары

Меркеттәрҙең хәҙерге тоҡомдары

Монгол халыҡтары араһында

  • Бүрәттәр араһыында меркет сығышлы ырыуҙар бар. Хуасай (ухасай) хори-бүрәт ырыуы хоас (увас) меркет тармағына туғандаш[7]. Хамниган составына «мекрит/меркит» этнонимының бер формаһы булып торған мекерчин ырыуы инә[18].
  • Монголияла түбәндәге меркет ырыуҙары вәкилдәре: мэргэд, хардал мэргэд, их мэргэд, бага мэргэд, мэргэд онход йәшәй. Хардал мэргэд ырыу атамаһын йөрөтөүселәр Булган аймағының Бүрэгхангай сомонында; Сухэ-Батор аймағындағы Уулбаян сомонында; Сэлэнгэ аймағының Алтанбулаг, Хүдэр сомондарында; сомоне Манхан Кобдо аймағының Манхан сомонында йәшәй; Мэргэд, их мэргэд, бага мэргэд ырыуҙары вәкилдәре — Хэнтий аймағының Дадал, Дархан, Дэлгэрхаан, Жаргалтхаан, Хэрлэнбаян-Улаан сомондарында йәшәй. Хубсугул аймағындағы Эрдэнэбулган һәм Төмөрбулаг сомондарында их мэргэд ырыуы йәшәй[19].
  • Монголияла түбәндәге ырыу фамилияларын: мэргэд, бага мэргид, бага мэргэд, бага мэргэн, боржигин мэргэн, их мэргид, их мэргэ, их мэргэд, их мэргэн, мергед, мергит, меркед, меркет, меркид, меркит, мерхед, мерхет, мэргед, мэргид, мэргэ, мэргэ боржигон, мэргэд тайж, мэргэдүүд, мэргэн, мэргэн боржигин, мэргэн боржигон, мэргэн ноён, мэргэн тайж, мэргэнүүд, мэргэт, мэргэч, мэргэчин, мэргэчүүд, мэргээ, мэркит, мэрхид, мэрхит, мэрхэд, мэрхэт, тайж мэргэд, увас мэргид, увас мэргэд, хардал мэргид, хардал мэргэд, хардал мэргэн, эрх мэргэд, эрхи мэргэд, эрхи мэргэн, эрхий мэргэд, эрхий мэргэн, мэкээрчин, мэхээрч, мэхээрчин, тутаг, хаад, хаат йөрөтөүселәр йәшәй[20]. Удуит меркеттәр составына ингән мудандар хәҙерге мудар, модор һәм модоргон ырыуҙарына туғандаш[19]. В Монголии проживают носители родовых фамилий мудар, модор, модорго, модоргон сартуул[20].
  • Эске Монголия территорияһында йәшәгән көньяҡ монголдар составында: мэргэд, мэргэчид ырыуҙары билдәле[21][22]. Атап әйткәндә, мэргэд ырыуы ордостар составына инә[23].
  • Волга буйы ҡалмыҡтары, башлыса торгуттар, составында ике «аймаҡ» төркөмө — хо-меркиттәр («аҡ йәки юғары зат меркеттәр») һәм ики-меркиттәр («оло меркиттәр») бар[24]. Меркиттәр (мэргэд) шулай уҡ Монголия торгуттары составында ла бар[25]. Дон ҡалмыҡтары составында түбәндәге меркит ырыуҙары: хо-меркит, шар-меркит, хар-меркит билдәле. Ц. Д. Номинханов мәғлүмәттәре буйынса, хо-меркиттәр үҙҙәрен Әйүкә хан вариҫтары (тох) тип, ә шар-меркиттәр үҙҙәрен Мазан батыр вариҫтар (тох) тип иҫәпләйҙәр[26]. Меркиттар һирәгерәк Ҡалмыҡстан дербеттәре, атап әйткәндә: меркетняхин[27] һәм мергечуд составында осрай[28].

Төрки халыҡтар араһында

  • Ҡаҙаҡтарҙың урта жузы керей ырыуы составында меркиттәрҙең ярым ырыуы бар.
  • Алтайҙар сеок этник төркөмдәре меркит алтай-кижи, теленгиттар һәм телеуттар составына инә[29].
  • Телеуттар составына ингән меркиттәрҙең тоҡомдары Кемерово өлкәһе территорияһында йәшәй.
  • Дим буйында йәшәгән Мең башҡорттары ырыу-ҡәбилә берләшмәһендә лә меркеттәр бар[30][31].
  • Меркеттәр шулай уҡ ҡырғыҙҙар[32], нуғайҙар, тывалар, үзбәктәр, хакастар составына инә[33].

Хазарейҙар араһында

  • Афғанстанда йәшәгән меркеттәр хазарейҙар составындағы бер ҡәбиләне — меркеттәрҙе барлыҡҡа килтергән[34].

Иҫкәрмәләр

  1. Jack Weatherford. Genghis Khan and the making of the modern world. — Three Rivers Press, 2004. — ISBN 978-0-609-61062-6 (0-609-61062-7).
  2. Рашид ад-Дин. Сборник летописей. Т. 1. — М.: Л., 1952. — C. 93
  3. Гумилёв Л. Н. Судьба меркитов // Финно-угорские народы и Восток. Тарту, 1975.
  4. Гумилёв Л. Н. Монголы и меркиты в XII в. Опубликовано // Учёные записки Тартуского гос. ун-та, 1977. — N 416: Studia orlentalla et Antiqua: П. — C. 74—116. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2006. Архивировано 5 ноябрь 2006 года.
  5. Туголуков В. А. Конные тунгусы (Этническая история и этногенез) // Этногенез и этническая история народов Севера. М., 1975. — С. 104—105.
  6. Soucek, Svat. A History of Inner Asia. — Cambridge University Press, 2000. — P. 104. — ISBN 978-0521657044.
  7. 1 2 Ушницкий В. В. Исчезнувшее племя меркитов (мекритов): к вопросу о происхождении и истории (русский) // Вестник НГУ. Серия: История, филология. — 2009. — Т. 8, № 3: Археология и этнография. — С. 212—221. Архивировано 14 май 2019 года.
  8. Ушницкий В. В. Загадка племени меркитов: проблема происхождения и потомства (русский) // Вестник Томского государственного университета. История. — 2013. — Вып. 1 (21). — С. 191—195. — ISSN 1998-8613. Архивировано 14 май 2019 года.
  9. Д. П. Карпини. История монгалов. www.hist.msu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2019. Архивировано 4 февраль 2009 года.
  10. Ц. де Бридиа. История Тартар. Перевод С. В. Аксёнова и А. Г. Юрченко. www.vostlit.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2019. Архивировано 24 май 2019 года.
  11. 辽史 (Ляо ши — История киданей). Пекин, 1987 (в 5 томах)
  12. Акеров Т. А., 2012, с. 40—42
  13. «Сокровенное сказание монголов», § 102. Архивная копия от 19 июль 2019 на Wayback Machine
  14. «Сокровенное сказание монголов», § 254
  15. Рашид-ад-Дин. Сборник летописей. М.: Л., 1952. Т.1, кн. 2. — С. 116
  16. Султанов Т.И. Опыт анализа традиционных списков «92 племён илатийа» // Средняя Азия в древности и средневековье. М., 1977. — сс. 166—167
  17. Гумилёв Л. Н. Монголы и меркиты в XII в. Опубликовано // Учёные записки Тартуского гос. ун-та, 1977. — N 416: Studia orlentalla et Antiqua: П. — C. 74—116. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2006. Архивировано 5 ноябрь 2006 года.
  18. Нанзатов Б.З. Урульгинский котел: взаимодействие дагуров, солонов, монголов, маньчжуров, бурят и эвенков на востоке Бурятии // Вестник БНЦ СО РАН. — 2012. — № 3 (7). Архивировано 23 июнь 2019 года.
  19. 1 2 Очир А. Монгольские этнонимы: вопросы происхождения и этнического состава монгольских народов / д.и.н. Э.П. Бакаева, д.и.н. К.В. Орлова. — Элиста: КИГИ РАН, 2016. — С. 109. — 286 с. — ISBN 978-5-903833-93-1. Архивная копия от 7 июль 2021 на Wayback Machine
  20. 1 2 Үндэсний Статистикийн Хороо. Үндэсний Статистикийн Хороо. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2019. Архивировано 12 декабрь 2020 года.
  21. Bügünüdei Goncuγ. Моngγul obuγ // Öbör Mongγol-un Soyol-un Keblel-ün Qoriya, 1993. 203 х. (на монгольском языке)
  22. Mongolian clan names. groups.google.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2018. Архивировано 22 ғинуар 2011 года.
  23. Очир А. Монгольские этнонимы: вопросы происхождения и этнического состава монгольских народов / д.и.н. Э. П. Бакаева, д.и.н. К. В. Орлова. — Элиста: КИГИ РАН, 2016. — 286 с. — ISBN 978-5-903833-93-1.
  24. Авляев Г. О. Происхождение калмыцкого народа. — 2-е изд., перераб. и исправл. — Элиста: Калм. кн. изд-во, 2002. — 325 с.
  25. Нанзатов Б.З. Этнический состав и расселение народов монгольского Алтая и Прихубсугулья в начале XX века (русский) // Известия Иркутского государственного университета. Серия: Геоархеология. Этнология. Антропология. — 2013. — № 2. Архивировано 27 март 2019 года.
  26. Номинханов Ц.-Д. Об этническом составе донских калмыков // Ученые записки. — Выпуск 7. — Элиста, 1969.
  27. Бакаева Э.П. Об этнических группах калмыков и буддийских хурулах Малодербетовского улуса Калмыцкой степи Астраханской губернии в конце XIX в. // Вестник БНЦ СО РАН. — 2013. — № 2 (10). — С. 91—112.
  28. Батыров В.В. Очерки истории традиционной культуры калмыков второй половины XIX вв. Монография. — Элиста: КИГИ РАН, 2016. — 226 с. — ISBN 978-5-906881-21-2.
  29. Тадина Н. А. Алтайцы: между «севером» и «югом» (к проблеме внутриэтнического общения) // Известия АлтГУ. История. — 2008. — № 4-2. — С. 178—184.
  30. Меркеттәр кәңәш ҡорҙо. Ауырғазы еренең Мораҙым ауылында Меркет-мең ырыуы йыйыны булды / «Башҡортостан», 4 июнь, 2021
  31. Ауырғазыла Меркет ырыуы йыйыны
  32. Гурулёв С. А. Что в имени твоём, Байкал?. — Неформат, 1982. — 108 с.
  33. Бембеев В. Ш. Ойраты. Ойрат-калмыки. Калмыки: история, культура, расселение, общественный строй до образования Калмыцкого ханства в Поволжье и Предкавказье. — Джангар, 2004. — С. 88. — 495 с.
  34. Project Gutenberg. Hazara tribes | Project Gutenberg Self-Publishing - eBooks | Read eBooks online. self.gutenberg.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2018. Архивировано 22 август 2018 года.

Әҙәбиәт

  • Jack Weatherford (2004). Genghis Khan and the making of the modern world. Three Rivers Press. ISBN 978-0-609-61062-6 (0-609-61062-7)
  • Рашид-ад-Дин. Сборник летописей. М.: Л., 1952. Т.1. — с.93
  • Гумилёв Л. Н. Судьба меркитов // Финно-угорские народы и Восток. Тарту, 1975
  • Гумилёв Л. Н. Монголы и меркиты в XII в. Опубликовано // Учёные записки Тартуского гос. ун-та, 1977. — N 416: Studia orlentalla et Antiqua: П. — C. 74—116.
  • Туголуков В. А. Коренные тунгусы (Этническая история и этногенез) // Этногенез и этническая история народов Севера. М., 1975. — С. 104—105.
  • Soucek, Svat (2000) (in English). A History of Inner Asia. Cambridge University Press. p. 104. ISBN 978-0-521-65704-4. Retrieved 2008-10-01.
  • Christopher P. Atwood — Encyclopedia of Mongolia and the Mongol Empire ISBN 978-0-8160-4671-3, Facts on File, Inc. 2004.
  • Тиваненко А. В. Гибель племени меркитов. Улан-Удэ, 1992. — С.56-58
  • (Ляо ши — История киданей). Пекин, 1987 (в 5 томах)
  • «Сокровенное сказание монголов», § 254
  • Рашид-ад-Дин. Сборник летописей. М.: Л., 1952. Т.1, кн. 2. — С. 116
  • YouTube сайтында Башкирское родословие: Меркит
  • История башкирских родов: Меркит

Тема буйынса өҫтәмә