Ғиләжев Мөфтәдин Мәғәүи улы
Ғиләжев Мөфтәдин Мәғәүи улы (1 июль 1938 йыл — 22 апрель 2021 йыл) — мәҙәниәт хеҙмәткәре, үҙешмәкәр композитор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Кишинёв, 1987).
Биографияһы
Мөфтәдин Мәғәүи улы Ғиләжев 1938 йылдың 1 июлендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Түбәнге Аташ ауылында тыуған. 1964 йылда Мәскәү халыҡ сәнғәт университетын тамамлай. 1958 йылдан алып — Кушнаренко, 1966 йылдан башлап — Саҡмағош, 1975 йылдан Илеш район мәҙәниәт йорттарының баянсы-аккомпаниаторы, 1976—1999 йылдарҙа Дүртөйлө ҡалаһы Мәҙәниәт һәм техника һарайының художество етәксеһе. 1960 йылдарҙа йырҙар яҙа башлай. Биш йыр китабы донъя күрә.
Үҙешмәкәр композитор 2021 йылдың 22 апрелендә Дүртөйлө ҡалаһында вафат булды[3].
Ижады
400-ҙән ашыу йыр, романс авторы. Вил Ҡазыханов һүҙҙәренә «Сарманай», Риф Мифтахов һүҙҙәренә «Һағындыра тыуған яҡ», Роберт Миңнуллин һүҙҙәренә «Әрем еҫе, әрем тәме», үҙенең һүҙҙәренә «Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем», «Минең ҡәҙерлеләрем» һәм башҡа йырҙары халыҡ араһында киң популярлыҡ яулаған.
Мөфтәдин Ғиләжев илебеҙҙең бик күп төбәктәрендә сығыш яһай. Мәскәүҙә Съездар һарайында, СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә, Колонналар залында, Ленинград, Ульяновск, Кишинёв, Нижневартовск, Мурманск, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙа сығыш яһай. Ике тапҡыр киножурналға төшә.
Үҙешмәкәр композиторҙың йырҙарын танылған йырсылар Илфаҡ Смаҡов, Зәки Мәхмүтов, Фән Вәлиәхмәтов, Зөһрә Сәхәбиева, Фәнүнә Сиражетдинова, Асия Смаҡова, Салауат Фәтхетдинов, Рөстәм Асаевтар башҡара[4].
Китаптары
- Сарманай: йырҙар. Өфө, 1993.
- Күңелем моңдары: иҫтәлектәр, йырҙар, шиғырҙар. Өфө, 2007.
- Әл дә дуслар бар әле: җырлар. Уфа, 1993.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре 1993
- Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Кишинёв, 1987).
Хәтер
- 2022 йылдың июль башында ижадсының тыуған ауылында уның музейы асылды[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 Башинформ / под ред. В. А. Валерьевич — 1992.
- ↑ Башҡортостанда билдәле композитор һәм йырҙар авторы Мөфтәдин Ғиләжев арабыҙҙан китте. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 22 апрель 2021 йыл (Тикшерелеү көнө: 22 апрель 2021)
- ↑ ЦБС г.Дюртюлинского района. 2019 йылдың 3 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ В Башкирии заработал музей композитора-песенника Муфтадина Гилязева. ИА «Башинформ», 7 июля 2022 года
Әҙәбиәт
- Мифтахов Р. Ф. Йөрәктә ҡанатланған йырҙар.//Һоҡланһын бар донъя. Өфө, 1999.
- Салимов А. С. Композитор Муфтадин Гилязев.//На земле Дюртюлинской. М., 1994.
Һылтанмалар
- Ғиләжев Мөфтәдин Мәғәүи улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 апрель 2021)