Ников Григорий Петрович

Ников Григорий Петрович Ников (рус. Ников Григорий Петрович1924 йылдың 28 июле, Рязань өлкәһе2016 йылдың 9 авгусы, Өфө) — совет педагог-ғалимы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, 1969 йылдан — уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса проректор; 1973—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1985 йылға тиклем педагогия кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978). 1-се (1985) һәм 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.

Биографияһы

Григорий Петрович Ников 1924 йылдың 28 июлендә хәҙерге Рәсәй Федерацияһының Рязань өлкәһе Сасовский районының Нащи ауылында[2] тыуған[3].

Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһындағы 1-се мәктәпте тамамлай[4]. 1941 йылдан урындағы «Башнефтестрой» тресында эшләй[3].

1942 йылдың сентябрендә Бөйөк Ватан һуғышына саҡырыла. 91-се гвардия уҡсылар дивизияһының 275-се гвардия уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә, хәрби званиеһы гвардия лейтенанты[5]. 1955 йылдың 8 авгусында гвардия капитаны званиеһында запасҡа сығарыла[6].

1952 йылда Киев педагогия институтын тамамлай[3].

1955 йылдан Салауат ҡалаһының 1-се урта мәктәбендә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, 1956 йылдан — директоры. 1959 йылдан — ошо ҡалалағы интернат-мәктәп директоры[2].

1963 йылдан — Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, 1969 йылдан алып уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса проректор. 1970 йылда «педагогия фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[3].

1973—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1985 йылға тиклем педагогия кафедраһы мөдире[2].

1978 йылда «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем ала[2].

Педагог һәм ғалим 2016 йылдың 9 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978)
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[2]
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)[7]
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)[7]
  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1953)[7]
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1946)[8]

Библиография

50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, китаптары, матбуғатта мәҡәләләре баҫылған, шул иҫәптән:

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. 1 2 3 4 5 Сайт «Ryazan-region.Ru». Ников Григорий Петрович, Заслуженный деятель науки БАССР (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2024)
  3. 1 2 3 4 5 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. НИКОВ Григорий Петрович (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2024)
  4. Ишимбайская гимназия № 1// Ишимбайская энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015, С.248.
  5. Сайт «Подвиг народа». Ников Григорий Петрович 1924г.р. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2024)
  6. POISK.RE — электронный банк документов периода Великой Отечественной войны. Учётно-послужная картотека офицерского состава Ников Григорий (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2024)
  7. 1 2 3 «Подвиг народа». Ников Григорий Петрович 1924г.р. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2024)
  8. Сайт Подвиг народа. Акт №: 3 От: 05.03.1946 О вручении медали «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941–1945 гг.» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2024)

Һылтанмалар

  • Х. Х. Лоҡманова. НИКОВ Григорий Петрович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июль 2024.
  • НИКОВ Григорий Петрович// Ишимбайская энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015, С.
  • Сайт «Ryazan-region.Ru» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2024).‏‎