Пономарёв Павел Иванович
Павел Иванович Пономарёв (1903 йылдың 15 декабре, Көршәк — 1944 йылдың 27 октябре, Литва) — Рәсәйҙәге граждандар һуғышында ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышыда һәләк булған яугир. Уҡсылар полкының артиллерия напчальнигы, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945 йыл, үлгәндән һуң).
Биографияһы
Һуғышҡа тиклемге осор
Пономарёв Павел Иванович 1903 йылдың 15 декабрендә Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙер Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы Иглин районы) Көршәк ауылында кәрҫтиән ғаиләһендә тыуған[1]. Урыҫ. Сиркәү-мәхәллә мәктәбенең алты класын тамамлаған. 1918 йылға тиклем атаһының крәҫтиән хужалығында эшләй. Граждандар һуғышы ваҡытында атаһы, Иван Алексеевич, ғаиләһен Покровка[2] ауылына ебәреп, үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армияға китә. Граждандар һуғышы тамамланғас, ул тыуған яғына ҡайта һәм улы Павел менән бергә районда Совет власын урынлаштырыуҙа, шулай уҡ округта беренсе ауыл хужалығы коммунаһын ойоштороуҙа ҡатнаша, аҙаҡ ул В. И. Чапаев исемендәге колхозға үҙгәртелә.
1922 йылда П. И. Пономарев Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла. Көнбайыш хәрби округында артиллерист булып хеҙмәт итә. Урта командирҙар курсын тамамлай. Демобилизациянан һуң Покровкаға ҡайта, өйләнә. Колхозда эшләй. 30-сы йылдар башында ул ғаиләһе менән Башҡорт АССР-ы Ҡыйғы районының Петрушино ауылына күсеп килә[3]. Ағас күмере һәм дегет етештереүсе «Ҡыҙыл боевик» артелендә эшләй. 1932 йылда Павел Иванович Златоустҡа күсә. Башта ул тимер юлында кондуктор булып эшкә урынлаша. Намыҫлы һәм яуаплы хеҙмәткәр булараҡ уны 1934 йылда Көньяҡ-Урал тимер юлы идаралығының станция килемен ҡабул итеүсе вәкил вазифаһына күсерәләр. Павел Иванович 1938 йылда ВКП(б.) ағзалығына инә. 1939 йылдан 1941 йылға тиклем Златоуст станцияһы тимер юлсыларының профсоюз мәҙәни бүлеге мөдире һәм Париж Коммунаһы исемендәге клуб мөдире вазифаларын биләй 1941 йылдың апрелендә П. И. Пономарев Көньяҡ-Урал тимер юлының Златоуст бүлеге профсоюз ойошмаһының етәксеһе итеп һайлана.
Бөйөк Ватан һуғышы
Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көндәренән үк П. И. Пономаревҡа тимер юлсы булараҡ бронь бирелә, әммә Павел Иванович бер нисә тапҡыр хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң армияға китеүгә өлгәшә. 1941 йылдың август аҙағында ул Златоуст ҡала хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла[4] һәм Сыбаркүлгә ебәрелә, унда 371-се уҡсылар дивизияһы ойошторола. Немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта сәйәси етәксе И. П. Пономарев 1941 йылдың 5 декабренән Көнбайыш фронтта 1229-сы уҡсылар полкы 45-миллиметрлы пушкалар батареяһының хәрби комиссар вазифаһында. Мәскәү өсөн алышта ҡатнаша. 1941 йылдың 5 декабрендә 30-сы армия составындағы 371-се уҡсылар дивизияһы Мәскәү янында клин йүнәлешендәге ҡаршы һөжүмдә ҡатнаша, Клин ҡалаһын азат итә. 1942 йылдың ғинуарынан П. И. Пономарев Калинин (30-сы армия) һәм Көнбайыш (31-се армия) фронттарында Ржев янындағы ҡан ҡойғос һуғыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылда Ҡыҙыл Армияның Ржев алышы барышындағы бөтә операцияларҙа ҡатнаша (Ржев-Вяземский һөжүмендә, Холм-Жирковский оборонаһында, Беренсе һәм Икенсе Ржев-Сычев операцияһында). Хәрби хәрәкәттәр барышында Павел Иванович һәр саҡ үҙенең батареяһының хәрби тәртиптәрендә була, ә ҡайһы саҡта орудиеға үҙе тора. Мәҫәлән, 1942 йылдың 21 апрелендә Ржев районы Горшково ауылы өсөн барған алышта сәйәси етәксе Пономарев орудие уты менән дошмандың ике станоклы пулеметын һәм бер автомашинаһын юҡ итә. 1942 йылдың 24 июлендә Волга йылғаһын аша сыҡҡанда винтовканан 12 немец һалдатын һәм бер офицерҙы, ә Зуцов районы Исаково ауылы өсөн һуғышта пушка уты менән дошмандың станоклы пулеметын юҡ итә. Ржев янындағы һуғыштарҙа Павел Иванович ике тапҡыр яралана.
1942 йылдың көҙөндә хәрби комиссарҙар институты бөтөрөлөү менән П. Пономарев капитан дәрәжәһен ала һәм 1229-сы уҡсылар полкының 76 миллиметрлы пушкалар батареяһының командиры итеп тәғәйенләнә. 1943 йылғы кампанияла Павел Иванович Көнбайыш фронттың Ржев-Вяземский һөжүм итеү һәм Смоленск операцияларында ҡатнаша. 1943 йылдың ноябрендә 371-се уҡсылар дивизияһы 33-сө армияға тапшырыла һәм, дошмандың яҡшы нығытылған оборона линияһын өҙөргә тырышып, Витебск эргәһендә һуғыштар алып бара. 1943 йылдың 14 ноябрендә, дошмандың нығытмаларына һөжүм итеү ваҡытында, капитан П. И. Пономарев батарея менән етәкселек итә. Уның батареяһы тиҙ арала дошмандың ут нөктәләрен баҫтыра, был уҡсылар частәренә алға барыуға булышлыҡ итә. Дошмандың ҡаршы һөжүмгә күсеүе ваҡытында Павел Иванович орудиеларҙы асыҡ позицияларға күсерә һәм аныҡ ут менән пехотаны үҙйөрөшлө «Фердинанд» ҡоролмаһынан айыра. Немецтар ауыр юғалтыу кисерә һәм сигенергә мәжбүр була. Шул ваҡытта капитан Пономарев турайып тора, пехотаны атакаға күтәрә һәм дошман траншеяларының икенсе һыҙығына штурмға алып бара. 1943 йылдың 15 ноябрендә немецтар, юғалтҡан позицияларын ҡайтарырға тырышып, танктар һәм САУ ярҙамында ҡабаттан контратакаға күтәрелә. Капитан П. И. Пономарев, үҙе орудиеға тороп, бер үҙйөрөшлө ҡоролманы юҡ итә. Шуға ҡарамаҫтан, дивизия немецтарҙың оборона һыҙығын өҙөүгә ирешә алмай һәм ул оборонаға күсә.
1944 йылдың 24 апрелендә Көнбайыш фронт 3-сө Белорус фронты итеп үҙгәртелә. һәм уның ғәскәрҙәре «Багратион» операцияһына әҙерлек башлай. Белорус стратегик һөжүм итеү операцияһы алдынан 371-се уҡсылар дивизияһы 5-се армия составына индерелә, ә капитан П. И. Пономарев 1233-сө уҡсылар полкының артиллерия башлығы итеп тәғәйенләнә. Белоруссияны азат итеүҙе 3-сө Белорус фронты Витебск-Орша операцияһынан башлай. 1944 йылдың 23 июлендә көслө артиллерия әҙерлегенән һуң, 1233-сө уҡсылар полкы үҙенең участкаһында Высочаны ауылы районында дошман оборонаһын өҙә һәм алға ынтыла. Үтеүгә ҡыйын урын булыуға ҡарамаҫтан, артиллерия башлығы капитан Пономарев артиллерияның алға күсеүен тәьмин итә һәм һөжүм итеү барышында уҡсы частәргә етди ярҙам итә. Шул уҡ көндә полк подразделениеһы Лучёса йылғаһын аша сыға, һәм һул ярҙағы плацдармды баҫып ала. Баҫып алынған плацдармда дошмандың һөжүмен кире ҡаҡҡанда капитан Пономарев шәхси өлгөһөндә яугирҙәрҙе дәртләндерә, уларҙың хәрби рухын күтәрә. Павел Иванович үҙенең орудиеларын тура атыуға күсерә, шәхсән пушканан немец пехотаһын утҡа тота. Дошман ҡаршылығы юҡҡа сыҡҡандан һуң ул полкты атакаға күтәрә һәм, 20 немец һалдатын юҡ итеп, беренселәрҙән булып Лучёса ауылына барып инә.
1944 йылдың 30 июнендә Богушевск—Сенно—Лепель йүнәлешендә һөжүмде дауам итеп, 5-се армия Палик күленән көньяҡтараҡ Березина йылғаһын аша сыға һәм, дошман оборонаһын өҙөп, Вилейка ҡалаһы районына сыға, унан 1944 йылдың 5 июлендә Вильнюс фронты операцияһы барышында һөжүм башлай. П. И. Пономарёв Даугавпилс—Вильнюс— Лида сиктәрендә немец оборонаһын өҙөүҙә һәм Вильнюс ҡалаһы өсөн урам һуғыштарында ҡатнаша. Литва ССР-ының баш ҡалаһын азат иткәндән һуң 371-уҡсылар дивизияһы подразделениелары Неманға юнәлә. 1944 йылдың 17 июлендә дивизия Кайшядор районы Дарсунишкис тораҡ пункты эргәһендәге йылғаға сыға[5] . Капитан П. И. Пономарев шәхсән радист менән йылғаны аша сығырға һәм уң яҡ ярҙан полк артиллерияһы утына төҙәтмәләр бирергә теләк белдерә. Беренсе штурмлаусы батальон менән Павел Иванович Неман аша сыға һәм шәхсән батальонды һуғышҡа әйҙәй. Плацдармды баҫып алып нығынғандан һуң ул рация аша дошмандың ут нөктәләренең координаталарын тапшыра, улар артиллерия тарафынан юҡ ителә. Әммә немецтарҙың һөжүме көсәйә, һәм командование плацдармға артиллерияны күсерергә ҡарар итә. Неман аша 45 һәм 76 миллиметр калибрлы орудиеларҙы уңышлы күсереүгә өлгәшелә. Павел Иванович, батальон позицияларын яҡын барғыһыҙ ҡәлғәгә әйләндереп, атыу ҡоралдарын уңышлы урынлаштыра. Артиллерия ярҙамында десантсылар 18 июль дауамында танктар, үҙйөрөшлө «Фердинанд» ҡоролмалары менән ҡоралланған дошмандың 7 көслө һөжүмен кире ҡаға. Контузия алған һәм башы яраланған П. И. Пономарев һуғыш яланын ташлап китмәй һәм батареяның уты менән етәкселек итә. Бер нисә тапҡыр орудиеға үҙе тора, 4 танкты һәм 200-гә яҡын немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә.
Павел Иванович госпиталдә оҙаҡ булмай. Бер ай булмаҫ элек Литваның көньяҡ-көнсығыш райондарында һуғыш алып барған часенә ҡайта. Каунасс операцияһының тамамланыу фазаһында ҡатнаша, был һуғыш барышында 3-сө Белорус фронты ғәскәрҙәре дошмандың Расейняй-Кибартай-Сувалки сиктәрендәге алдан әҙерләнгән оборона һыҙығына сыға. Юғары Баш командованиеның 1944 йылдың 29 авгусындағы Ставкаһы ҡарары буйынса улар оборонаға күсә. 371-се уҡсылар дивизияһы Шакяй ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштараҡ прозицияларҙы биләй. 1944 йылдың октябрь аҙағында, немец командованиеһы Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәрен Көнсығыш Пруссия сигенән сығарырға маташа һәм бер нисә тапҡыр ҡаршы һөжүм итә. Шундай бер һөжүмде кире ҡаҡҡанда 1944 йылдың 27 октябрендә Павел Иванович ҡаты яралана Гришкабудис ҡаласығындағы госпиталгә алып барған юлда вафат була. Литва ССР-ының Мариямполь өйәҙенең Гришкабудис ҡаласығында ерләнә[4].
Капитан Пономарёв Павел Ивановичҡа Неман йылғаһын аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указы менән «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (24.03.1945, үлгәндән һуң);
- Ленин ордены (24.03.1945, үлгәндән һуң);
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (21.08.1944);
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (25.12.1942);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (12.12.1943).
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 2 октябрендәге 585-се Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Павел Иванович Пономарёвтың исеме Башҡортостан Республикаһы Иглин районы муниципаль (рус.)баш. районының Сыуаш-Ҡобау ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһына бирелгән[6];
- Герой исеме менән Иглин районының Көршәк, Иглин ауылдарындағы һәм Силәбе ҡалаһындағы урамдар аталған; Иглин һәм Сыуаш‑Ҡобау ауылдарында уға бюст, Силәбе ҡалаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 И. Ғ. Кәримова. Пономарёв Павел Иванович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (баш.)
- ↑ Ныне деревня Иглинского района Республики Башкортостан.
- ↑ Ныне село Петрушкино Кусинского района Челябинской области.
- ↑ 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Пономарёв Павел Иванович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Ныне местечко Каунасского уезда Литовской Республики.
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 2 октября 2020 года № 585 «О присвоении общеобразовательным организациям Республики Башкортостан имен Героев Советского Союза, Героев Российской Федерации и выдающихся деятелей Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (2 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Кислицын А. С. Овеянные славой. — Челябинск, 1965.
- Подвиги их бессмертных: Справочник о Героях Советского Союза и полных кавалерах ордена Славы из Республики Башкортостан / сост. Р. А. Валишин, И. Г. Каримов, А. У. Кунакбаев и др. — Уфа: Китап, 2000. — 398 с.
- Ушаков А. П. Во имя Родины. Рассказы о челябинцах — Героях и дважды Героях Советского Союза. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1985. Архивная копия от 2 ноябрь 2014 на Wayback Machine
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Пономарёв Павел Иванович (баш.) (Тикшерелеү көнө: 8 февраль 2026)
- Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Пономарёв Павел Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 февраль 2026)
- Официальный сайт Иглинского района Республики Башкортостан. Мы гордимся ими. Пономарёв Павел Иванович, Герой Советского Союза (Тикшерелеү көнө: 8 февраль 2026)
- Златоустовская энциклопедия. Пономарёв Павел Иванович (Тикшерелеү көнө: 8 февраль 2026)