Сюткин Пётр Иванович
Пётр Иванович Сюткин (рус. Сюткин Пётр Иванович; 1915 йылдың 31 декабре, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы — 1954 йылдың 14 авгусы, Яңауыл, Башҡорт АССР-ы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, танк бригадаһының взвод командиры, гвардия лейтенанты[1], артабан гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы (1946).
Биографияһы
Сюткин Пётр Иванович 1915 йылдың 31 декабрендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең Армянинов ауылында тыуған[2] (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районы биләмәһендә булған һәм бөткән ауыл).
Һуғыш алдынан Ҡалтасы районы Күтәрем ауылында уҡытыусы булып эшләй.
1941 йылда Яңауыл районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, 1942 йылда ВКП(б) ағзаһы була, фронтҡа 1944 йылдың сентябрендә ебәрелә.
2-се Украина фронтының 7-се механизацияланған корпусы составындағы 41-се гвардия танк бригадаһының танк взводы командиры гвардия лейтенанты Пётр Сюткин 1945 йылдың 17-18 апрелендә алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә.
1945 йылдың 17 апрелендә Пётр Сюткиндың танк взводы Брно ҡалаһынан (Чехословакия) көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан Войковице ауылына беренселәрҙән булып инә. Артабан взвод Свитив йылғаһы аша кисеүҙе контролгә ала һәм төп көстәр килгәнгә тиклем уны һаҡлай, шул уҡ ваҡытта дошмандың бер нисә контратакаһын кире ҡаға. Икенсе көнөнә, взвод Босоноги ауылы эргәһендәге юл сатын ала, бының менән дошмандың Брнонан сигенеү юлын ҡаплай.
СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн гвардия лейтенанты Сюткин Пётр Ивановичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы ташырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә (№ 6329)[3].
Һуғыштан һуң П. И. Сюткин Ставрополь ҡалаһындағы Суворов училищеһында офицер-тәрбиәсе булып хеҙмәт итә.
1953 йылда Мәскәүҙә М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны тамамлаған[2].
1954 йылдың авгусында атаһы Иван Трофимовичтың Холодный ключ утарындағы йортон янғын юҡ итә. Пётр Иванович ашығыс рәүештә тыуған яғына юллана. 1954 йылдың 13 авгусында Яңауыл тимер юл станцияһынан ҡайтып килгәндә Яңауыл районының Султый ауылы янында аварияға осрай. Майор П. И. Сюткин ауыр тән йәрәхәттәре менән Яңауыл дауаханаһына оҙатыла, унда 14 августа вафат була. Шулай уҡ Геройҙың атаһы Һәм шофёр Александр Лихачев та вафат була. Ҡатынының үтенесе буйынса Ҡалтасы районының Холодный Ключ ауылында ерләнә, 1961 йылда шул уҡ райондың Калегин ауылындағы Еңеү паркына күсереп ерләнә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Советтар Союзы Геройы (15.05.1946);
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (15.05.1946);
- Ленин ордены (15.05.1946);
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (16.05.1945)[5].
Хәтер
- Башҡортостандың Ҡалтасы районы Калегин ауылында геройға һәйкәл ҡуйылған.
- 2024 йылдың 22 ноябрендә Кутәрем ауылының мәктәп бинаһы фасадына П. И. Сюткин хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[6].
- 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Ҡалтасы районының Күтәрем ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбенә П. И. Сюткин исеме бирелгән[7][8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ На момент присвоения звания Героя Советского Союза.
- ↑ 1 2 И. Г. Каримова. Сюткин Пётр Иванович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ноябрь 0202. (рус.)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 46, л. 424, 425)ф. 33, оп. 793756, д. 46, л. 424, 425).
- ↑ Виктор Иванов. Герой из хутора Холодный Ключ Сюткин Петр Иванович. Муниципальный район Калтасинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт (30 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 2394, л. 2, 40, 41)ф. 33, оп. 690306, д. 2394, л. 2, 40, 41).
- ↑ В селе Кутерем открыта мемориальная доска Герою Советского Союза Петру Сюткину. журнал «Ветеран Башкортостана» (ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ноябрь 2025.
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года №487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ноябрь 2025.
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Сюткин Пётр Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 ноябрь 2025)
- Сюткин Пётр Иванович. «Герои страны» сайты.