Уразай (исем)

Викидата элементы юҡ

Уразай — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла осрай

Этимология

Уразай башҡорт һүҙе — бәхетле (Ураз исеменең өндәшеү, иркәләү формаһынан) тигәнде аңлата[1]

Фамилияла

Уразаев Мәхмүт Һибәт улы (14 май 1936 йыл — 6 сентябрь 2021 йыл) — яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе.

Уразаева Роза Зәйнулла ҡыҙы (20 ноябрь 1944 йыл — 11 август 2005 йыл) — табип, гинеколог, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алдынғыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).

Уразаев Абдрахман бәк (1888 йыл -?) — юрист, сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре.[2]

Уразаев Әхмәт Мөхәммәтзариф улы (1855 йыл — 1883 йыл) — татар шағиры, педагог.[3]

Уразаев Ғабдулхаҡ Сәмиғулла улы (1927 йыл — 1996 йыл) — Социалистик Хеҙмәт Геройы.[4]

Уразаев Ерлан Жанатай улы (1979 йыл) — Ҡаҙағстан футболсыһы.[5]

Уразаев Игорь Кәбир улы (1960 йыл) — Рәсәй Геройы.[6]

Ауылдар

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ