Халыҡ-ара шахмат көнө

Халыҡ-ара шахмат көнө (ингл. International Chess Day; рус. Международный день шахмат) — сатраш уйынына һәм уны донъяла популярлаштырыуға арналған халыҡ-ара байрам. 1966 йылдан алып йыл һайын 20 июлдә билдәләнә.

Тарихы

Халыҡ-ара шахмат федерацияһы (ФИДЕ) "Халыҡ-ара шахмат көнө"н булдырырға тәҡдим итә[1].

1966 йылда ЮНЕСКО был көндө булдыра. Байрам көнө итеп 20 июль билдәләнә — был көндө 1924 йылда Парижда ФИДЕ ойошторола (VIII Йәйге Олимпия уйындары (рус.)баш. (1924) ваҡытына тура килә)[1][2].

Маҡсаты — шахматты бөтә донъяға таратыу һәм үҫтереү. Байрам сатраш мәҙәниәтен күтәреүгә йүнәлтелгән, ул уйынды теләһә ҡайһы урында үткәрергә мөмкин булған инклюзив шөғөлгә әйләндерә. Был уйын йәш сикләүҙәрен, тел, енес, физик мөмкинлектәр һәм социаль хәл айырмалыҡтарын бөтөрә. Шахмат уйыны шулай уҡ аҡыл һәләттәрен, хәтерҙе, ижади фекерләүҙе үҫтерергә ярҙам итә[1][3].

1966 йылдың 20 июлендә «Халыҡ-ара шахмат көнө» тәүге тапҡыр билдәләнә[1].

2019 йылдың 21 ноябрендә Әрмәнстан делегаты Мгер Маргарян, шулай уҡ донъяның 52 иле «Халыҡ-ара шахмат көнө» байрамының әһәмиәтен таныу һәм уны популярлаштырыу тураһында Резолюция ҡабул итеү идеяһын тәҡдим итә[4][5].

2019 йылдың 12 декабрендә БМО-ның Генераль Ассамблеяһы был идеяны хуплаған А/74/L.24 резолюцияһын ҡабул итә[2][3].

2020 йылдан алып төп халыҡ-ара саралар БМО ярҙамында үткәрелә[2][3].

Хөсәйенов Ирек Абдулхай улы шахмат турнирында ҡатнаша (Баймаҡ).

Бәйле ваҡиғалар

  • XVI быуатта Испания короле Филипп II һарайында шахмат буйынса тәүге халыҡ-ара ярыш үтә[6].
  • 1851 йылда Лондонда Бөтә донъя сәнәғәт күргәҙмәһенә арналған тәүге халыҡ-ара шахмат турниры ойошторола[7].
  • 1977 йылдың 9 октябре — «Шахмат көнө». АҠШ-та милли байрам, 1976 йылда президент Джеральд Форд тәҡдиме буйынса булдырыла[2].

Лозунг

Йыл һайын "Халыҡ-ара шахмат көнө"ндә төп халыҡ-ара саралар «Беҙ — бер ғаилә!» лозунгыһы аҫтында үтә[2].

«Халыҡ-ара шахмат көнө»

Традициялар

Был көндә йыл һайын түбәндәге саралар үткәрелә[1][2]:

  • Халыҡ-ара шахмат турнирҙары;
  • Тематик күргәҙмәләр;
  • Уҡыу йорттарында шахмат дәрестәре;
  • Спортсылар менән осрашыуҙар.

Төрмәләрҙә лә бер үк ваҡытта шахмат уйнау сеанстары үтә[8].

2004 йылда Рәсәйҙә Кремлдә "Халыҡ-ара шахмат көнө"ндә 12-се донъя чемпионы А. Е. Карпов бер үк ваҡытта уйнау сеансын үткәрә. Ул шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты В. В. Жириновский менән бер партияла тигеҙ иҫәпкә уйнай. Партия 150 мең доллар торған гәүһәр фигуралар йыйылмаһы менән уйнала[9].

2020 йылда Дағстанда байрам онлайн режимда үткәрелә. Йәш спортсылар араһында асыҡ блиц-турнир ойошторола[2].

2022 йылда Санкт-Петербургта Таврия баҡсаһында был көндә партия кеше буйлыҡ фигуралар менән уйнала, унда пешкалар һәм филдәр ролен кешеләр башҡара[2].

2023 йылда Мәскәүҙә байрам саралары «Мәскәү китап йортонда (рус.)баш.» һәм 232-се, 239-сы китапханаларҙа үтә[7].

А. С. Пушкин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында бер үк ваҡытта уйнау сеансы, «Халыҡ-ара шахмат көнө», Саранск, 2023 йыл

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт

  • Беҙҙең эраның VI быуатында Боронғо Һиндостанда бер нисә ғәскәр араһындағы алышты символлаштырған «Чатуранга» уйыны барлыҡҡа килә һәм йәшәй (уны дүрт уйынсы уйнай). Һуңынан уйын Фарсыға килеп етә, артабан Бөйөк Ебәк юлы буйлап башҡа төбәктәргә тарала. XV быуатта Европала шахматтың классик күренеше формалаша[2][10].
  • «Шахмат» һүҙе фарсы теленән «королде үлтерҙем» («шах мат») тигәнде аңлата[2][10].
  • 1061 йылда Остия кардинал-епискобы Пётр Дамиани шахмат уйнауҙы тыя. 1125 йылда бер рухани шахмат тактаһын йыйылма итеп эшләй, был тыйыуҙы урап үтергә ярҙам итә (йыйылған килеш такта китап тышына оҡшаған)[10].
  • 1770 йылда Вольфганг фон Кемпелен исемле уйлап табыусы Шахмат автоматын эшләй, ул ағас өҫтәл артында төрөк кейемендәге кеше фигураһынан ғибәрәт була. Автомат теләһә ниндәй уйынсыны еңә. Күп йылдар үткәс, эсендә көслө уйынсы ултырғаны асыҡлана[10].
  • 1849 йылда турнирҙарҙа ҡулланыла торған махсус шахмат фигуралары йыйылмаһы — Стаунтон эшләнә[11].
  • 1894 йылдан 1921 йылға тиклем донъя чемпионы Эмануил Ласкер булған — ул уйын ваҡытында психологик мәлдәрҙе иҫәпкә алған (мәҫәлән, партнёрының уйын стилен өйрәнеп, уға уңайһыҙ булған хәл тыуҙырған) тәүге шахматсы[10].
undefined

Билдәле гроссмейстерҙар

XIX быуат аҙағынан XX быуатҡа тиклемге уйынсылар[11][12]:

  • Вильгельм Стейниц — 1-се рәсми донъя чемпионы, шахмат буйынса тематик журналға нигеҙ һалыусы;
  • Эмануил Ласкер — 1894—1921 йылдарҙа донъя чемпионы;
  • Хосе Рауль Капабланка — 3-сө донъя чемпионы (1921—1927 йылдар);
  • Александр Александрович Алёхин — 4-се донъя чемпионы (1927—1935 йылдар), Рәсәй империяһы, СССР һәм Франция өсөн сығыш яһаған. Чемпион исемен йөрөткән килеш вафат булған берҙән-бер уйынсы;
  • Михаил Моисеевич Ботвинник — тәүге совет 6-сы донъя чемпионы (1948—1963 йылдар), СССР-ҙа шахмат мәктәбенә нигеҙ һала;
  • Роберт Джеймс Фишер — 1972 йылда 11-се донъя чемпионы, АҠШ-та шахматты популярлаштыра.

XX быуат аҙағынан XXI быуатҡа тиклемге уйынсылар[2][11][12]:

Д. С. Райхер — И. Л. Рабинович. ЛДУ-ның тарих факультеты бинаһы. XVI Ленинград шахмат чемпионатының 1-се туры, 1941 йыл.

Рәсәйҙә

Рәсәйҙә Халыҡ-ара шахмат көнө 1966 йылдан алып йыл һайын 20 июлдә билдәләнә. Мәскәүҙә төп майҙансыҡтар булып Гоголь бульвары тора, унда турнирҙар һәм бер үк ваҡытта уйнау сеанстары ойошторола, шулай уҡ Еңеү музейына килеүселәр гигант шахмат таҡтаһында уйнай. «Зарядье» паркында «Шахмат коды: уйын. Фән. Сәнғәт» күргәҙмәһе асыла[13]. М. М. Ботвинник исемендәге Үҙәк шахматсылар йортонда Рәсәй шахмат федерацияһы президенты Андрей Филатов йыйылыусыларҙы ҡотлай һәм даими рәүештә 600 меңдән ашыу кеше турнирҙарҙа, төрлө ярыштарҙа ҡатнашыуын, үҙе өсөн генә уйнауын билдәләй. "ВТБ Арена"ла алты турнирҙан (асыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар) торған фестиваль ойошторола, шулай уҡ гроссмейстерҙар Сергей Карякин, Эрнесто Инаркиев, Валентина Гунина, Александр Злочевский, Александр Морозевич, Денис Хисмәтуллин, Сергей Шипов ҡатнашлығында сеанстар үткәрелә[14]. Байрам саралары шулай уҡ Санкт-Петербургта (Һарай майҙанында «йәнле шахмат» тамашаһы менән), Екатеринбургта, Ҡазанда, Волгоградта, Новосибирскиҙа, Якутскиҙа һәм башҡа ҡалаларҙа үтә[15].

Башҡортостанда

Төбәк Спорт министрлығы инициативаһы буйынса Халыҡ-ара шахмат көнө бөтә ҡала һәм ауыл муниципалитеттарын йәлеп итә[16]. Өфөлә унлаған турнир, викторина һәм бер үк ваҡытта уйнау сеанстары үткәрелә. Мәҫәлән, республиканың берҙән-бер халыҡ-ара гроссмейстеры Денис Хисмәтуллин (рус.)баш. ҡатнашлығында сеанс[17], шулай уҡ төрлө ҡала һәм райондарҙан йәш шахматсылар ҡатнашлығында ярыштар ойошторола. Сағыу саралар араһында — Спасский — Фишер "Быуат матчы"ның 50 йыллығына арналған «Байрам-chess» (Шахмат байрамы) турниры[18]. Бынан тыш, байрам хөрмәтенә мемориалдар (мәҫәлән, Ренант Ғүмәров мемориалы) үткәрелә[19], ә Милли китапханала тематик китап күргәҙмәләре асыла[20].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Международный день шахмат (20 июль 2012). 24 июль 2026 тикшерелгән.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 Международный день шахмат 2025: какого числа, история и традиции праздника. 24 июль 2026 тикшерелгән.
  3. 1 2 3 Международный день шахмат (20 июль 2023). 24 июль 2026 тикшерелгән.
  4. UN adopts July 20 as World Chess Day – International Chess Federation (билдәһеҙ). www.fide.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
  5. General Assembly Adopts Three Resolutions on Culture of Peace, Highlighting Need to Foster Interreligious Dialogue, Moderate Social Media | Meetings Coverage and Press Releases (ингл.). press.un.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
  6. Международный день шахмат (20 июль 2024). 24 июль 2026 тикшерелгән.
  7. 1 2 20 июля — Международный день шахмат: история возникновения праздника (19 июль 2023). 24 июль 2026 тикшерелгән.
  8. По случаю международного дня шахмат батюшка провел сеанс одновременной игры с… заключенными. 24 июль 2026 тикшерелгән.
  9. 20 июля – Всемирный день шахмат | Русский Базар | Russian Bazaar Newspaper in New York (Brooklyn, Queens, Staten Island, Manhattan, Bronx) and New Jersey. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
  10. 1 2 3 4 5 Международный день шахмат в 2024 году: дата, история и традиции праздника (19 июль 2024). 24 июль 2026 тикшерелгән.
  11. 1 2 3 Величайшая из игр 20 июля — Международный день шахмат – МРГ-Онлайн (билдәһеҙ). mrg-online.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
  12. 1 2 Дугнист, Ася. Международный день шахмат в 2025 году: от игры к культуре (9 июнь 2025). 24 июль 2026 тикшерелгән.
  13. День шахмат в Москве: программа мероприятий. Официальный портал мэра Москвы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
  14. Международный рекорд установлен на "Дне шахмат" в Москве. ruchess.ru (20 июль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
  15. Международный день шахмат отметят в России и мире 20 июля. iz.ru (19 июль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
  16. В Башкирии широко отметили День шахмат. Министерство спорта РБ (24 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
  17. В Уфе отметили Международный день шахмат. ufaved.info (20 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
  18. В Уфе прошёл шахматный турнир «Байрам-chess». ratings.ruchess.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
  19. В Уфе стартовал XIII Мемориал Рената Гумерова. ruchess.ru (20 июль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
  20. Книжная выставка к Дню шахмат в Национальной библиотеке. Национальная библиотека им. А.-З. Валиди. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.