Хөснийәров Наил Шакирйән улы

Хөснийәров Наил Шакирйән улы (рус. Хуснияров Наиль Шакирьянович; 1940 йылдың 29 феврале, Йүкәлекүл, Башҡорт АССР-ы) — инженер, ауыл хужалығы, партия, урындағы башҡарма һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1981 йылдан Дүртөйлө район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1985 йылдан КПСС-тың Саҡмағош район комитетының беренсе секретары, 1992—1994 йылдарҙа Дүртөйлө ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Дүртөйлө ҡалаһы һәм Дүртөйлө районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1990), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975).

Биографияһы

Наил Шакирйән улы Хөснийәров 1940 йылдың 29 февралендә Башҡорт АССР-ының[1] Дүртөйлө районы Йүкәлекүл ауылынды тыуған[2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1963 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының[3] ауыл хужалығын механизациялау һәм электрләштереү факультетын тамамлағандан һуң, Дүртөйлө районы Ленин исемендәге колхозының баш инженеры булып башлай.

1971 йылдың июленән Дүртөйлө район советы башҡарма комитеты ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры, ошо йылдың ноябренән — Киров исемендәге колхоз рәйесе.

1981 йылдан — Дүртөйлө район советы башҡарма комитеты рәйесе.

1985 йылдан — КПСС-тың Саҡмағош район комитетының беренсе секретары.

1991 йылдан — «Поиск» кесе предприятиеһының директор урынбаҫары.

1992 йылдан — Дүртөйлө ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Дүртөйлө ҡалаһы һәм Дүртөйлө районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.

1995 йылдан — «Ритора» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директор урынбаҫары.

1996 йылдан — «Березка» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директорының төҙөлөш буйынса урынбаҫары, 1998—2002 йылдарҙа — йәмғиәт директоры.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

• Саҡмағош районының 270-се Иҫке Ҡалмаш һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• «Почёт Билдәһе» ордены (1975)
• «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1989)
• Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1990)
СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш (1983) һәм бронза (1967) миҙалдары
• Саҡмағош районының почётлы гражданы (2005)[5]
• «Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районындағы хеҙмәттәре өсөн» күкрәккә тағыла торған билдә (16.11.2005)[5]

Һылтанмалар