Цыбин Иван Максимович
Иван Максимович Цыбин (1922 йылдың 12 авгусы, Ново-Фёдоровка[d], Ырымбур губернаһы — 1996 йылдың 26 июле, Ырымбур өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсы, ҡыҙылармеец. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
Цыбин Иван Максимович 1922 йылдың 12 авгусында Ырымбур губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе (хәҙер Ырымбур өлкәһенең Шарлыҡ районы) Ново-Фёдоровка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә.Ырымбур өлкәһе Шарлыҡ районының Новофедоровка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ[1]. 1943 йылдан ВЛКСМ ағзаһы.
Үҙ ауылында башланғыс мәктәпте, һуңынан Путятин тулы булмаған урта мәктәбен һәм ФЗО-ны (рус.)баш. тамамлай.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында балта оҫтаһы, 1938—1942 йылдарҙа Шарлыҡ районының Калинин исемендәге колхозында төҙөүсе булып эшләй[2].
1942 йылдан Ҡыҙыл Армия сафында, полк мәктәбен тамамлай. 1942 йылдың июленән Германияны еңгәнгә тиклем Төньяҡ-Көнбайыш, Воронеж, Ялан һәм 2-се Украина фронттарында һуғыша, Курск һуғышында, Украинаны азат итеүҙә, Польша, Германия һәм Австрия һәм Венгрия биләмәләрендә дошманды тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Ике тапҡыр яралана.
«Советтар Союзы Геройы» исеме И. М. Цыбинға 1944 йылдың февралендә Днепрҙы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы, йылғаның һул ярында гаранты (рус.)баш. плацдармды яулауған һәм тотоп торған өсөн бирелә[3].
Һуғыштан һуң Герой Башҡорт АССР-ы Фёдоровка районының «Ҡыҙыл йондоҙ» колхозында эшләй һәм йәшәй. Иҙәк-Никитинский ауыл советы рәйесе була. 1967 йылдан Иван Максимович йылдан ошо уҡ райондың Урыҫ Ҡоро Иҙәге һәм Покровка ауылдарында йәшәй һәм янғын һүндереү һағы хеҙмәткәре, начальнигы вазифаһында эшләй[2].
1996 йылдың 26 июлендә вафат була. Ырымбур өлкәһе Новоорский районының Добровольский ауылында ерләнә[1].
Батырлығы
«1943 йылдың 30 сентябрендә Цыбин хеҙмәт иткән полк Днепрға сыға. Йылға аръяғында Черкассы һәм Ирдын урмандары беленә. 1 октябрь төнөндә өлкән лейтенант Караулов ротаһы Днепрҙы аша сыға башлай. Комсомолец Иван Цыбин балыҡсылар кәмәһендә уң яҡ ярға йөҙә. Йылға уртаһына тиклем тыныс була, шунан ҡапыл дошман яғынан пулемёт уты яуа башлай. Кәмә бер нисә урындан тишелә, Цыбиндың ҡулы яралана, шуға ҡарамаҫтан, ул ярға сығып етә һәм отделениеһы менән нығынып, ротаның сығыуын тәьмин итә. Төнгө көслө алышта десантсылар дошманды беренсе позицияһынан (рус.)баш. ҡыуып сығара.
Иртән гитлерсылар, резерв көстәре килеп еткәс, контрһөжүм үткәрә. Совет һалдаттары дошманды өҙлөкһөҙ кире ҡаға. Фашистарға беҙҙең позицияға өс танк һәм бер рота самаһы пехота ебәрә. Гитлерсылар оборона тотоусылар сылбырын өҙөп йылға ҡарай йүнәлә. 20 яугир ротаның төп көстәренән айырыла.
Рядовой Цыбин, хәлде баһалап, уҡсыларҙы атакаға күтәрә, дошман пехотаһын танкыларҙан айыра, пулемёт ала һәм уны дошманға ҡаршы бора. Шулай итеп Цыбин етәкселегендә төркөм дошман пехотаһының артабанғы һөжүменән туҡтата. Йылғаға сыҡҡан танктарға совет һалдаттары гранаталар яуҙыра һәм уларҙың икеһен яндыра.
Беҙҙең позицияларҙы артиллерия һәм миномёт утына тотҡандан һуң дошман танк һәм үҙйөрөшлө орудиелар ярҙамында ике рота автоматсыны контрһөжүмгә ебәрә. Рядовой Цыбин станоклы пулемёты (рус.)баш. уты менән тағы ла дошман пехотаһын танктарҙан айыра. Ҡырҡҡа яҡын гитлерсыны юҡ итә, пулемёт утын баҫтыра. Дошман атакаһы кире ҡағыла һәм батальон һөжүмгә күсә»[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (22.02.1944);
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (22.02.1944);
- Ленин ордены (22.02.1944);
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985).
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Ғәбит Абдулла улы Әхмәровтың исеме Башҡортостан Республикаһы Фёдоровка районы муниципаль (рус.)баш. районы Новоселка ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[4][5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Уфаркин Николай Васильевич. Цыбин Иван Максимович. Международный патриотический интернет проект «Герои Страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 И. Г. Каримова. Цыбин Иван Максимович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Цыбин Иван Максимович. Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Несокрушимые. — Уфа, 1985. / стр. 174—204.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4. / стр. 31—34.
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Цыбин Иван Максимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2026)
- Патриотический интернет проект «Герои Страны». Цыбин Иван Максимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2026)
- Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Цыбин Иван Максимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2026)
- ВДПО. Главная страница → Оренбургская область → Ветераны: Цыбин Иван Максимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2026)
- Муниципальный район Фёдоровский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане → Цыбин Иван Максимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2026)
- Проект «Краевед Оренбуржья». Цыбин Иван Максимович (1922–1996) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2026)
- Администрация муниципального образования Путятинский сельсовет Шарлыкского района Оренбургской области. Официальный сайт. Почетные граждане: Цыбин Иван Максимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2026)