Янгильдин Елизар Осипович

Янгильдин Елизар Осипович (1914 йылдың 1 сентябре, Сурай1994 йылдың 13 октябре, Йошкар-Ола) — совет мари яҙыусыһы, тәржемәсе, журналист, мөхәррир. «Марий коммуна» гәзите хәбәрсеһе һәм Мари китап нәшриәте мөхәррире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Биографияһы

1914 йылдың 1 сентябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мишкә районыының Сурай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа[1].

1932 йылда Бөрө педагогия техникумын тамамлай. Мишкә мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй[1].

Яҡташы яҙыусы Я. Ялкайн саҡырыуы буйынса Мәскәүгә күсеп китә. Учпедгизда корректор, әҙәби хеҙмәткәр була[1].

Һуңынан Мари АССР-ының Йошкар-Ола ҡалаһына күсенә: Мари АССР-ы Халыҡ мәғарифы комиссариаты инспекторы булып эшләй, Н. К. Крупская исемендәге Мари педагогия институтына уҡырға инә[1].

1941 йылда Мари АССР-ының Оршан районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында Көнбайыш һәм 1-се Белорус фронтындағы 5-се армияның 207-се уҡсылар дивизияһы 780-се артиллерия полкының разведчик-күҙәтеүсеһе булып хеҙмәт итә, рядовой. 1943 йылда ВКП(б) сафына баҫа. Һуғышып Венгрияға һәм Австрияға тиклем барып етә. Йәрәхәтләнә. 1945 йылда старшина дәрәжәһендә армиянан демобилизациялана. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм «Батырлыҡ өсөн» һәм «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә[1][2][3].

Һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар матбуғатта эшләй, шул иҫәптән «Марий коммуна» гәзите редакцияһында һәм Мари китап нәшриәтендә[1].

1994 йылдың 13 октябрендә Йошкар-Олала вафат була[1].

Әҙәби эшмәкәрлеге

1930 йылдар уртаһында яҙа башлай: тәүге шиғырҙары һәм хикәйәләре Башҡортостандың мари гәзиттәре биттәрендә, «Ямде лий» пионер гәзитендә баҫыла. Ижтимағи-сәйәси әҙәбиәтте, мәҡәләләрҙе, очерктарҙы, тәбиғәт тураһында һүрәтләмәләрҙе, шулай уҡ мәктәп дәреслектәре өсөн нәфис әҫәрҙәрҙе күп тәржемә итә. Эштәрен Вичин Е., Е. Осипов псевдонимдары менән баҫтыра[1].

Балалар өсөн хикәйәләр яҙа, 1950 йылдар аҙағында — 1960 йылдар башында өс йыйынтыҡ сығара: «Сылне эр» («Матур иртә»), «Какшан серыште» («Кокшат ярында»), «Юл воктене» («Волгала»)[1][4].

Һуңғараҡ хәрби проза яҙа башлай: «Берлин марте» («Берлинғаса»), «Ачам олмешат» («Атайым өсөн дә») повестары[1][5].

Матбуғат органдарында күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн — «Хеҙмәт ветераны» миҙалы, ике тапҡыр Мари АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә[1].

Төп әҫәрҙәре

Мари телендәге һәм рус теленә тәржемәләге төп әҫәрҙәре:[1][5]:

Мари телендә

  • Сылне эр: йоча ойлымаш-влак [Матур иртә: балалар өсөн хикәйәләр]. — Йошкар-Ола, 1957. — 52 с.[6]
  • Какшан серыште: ойлымаш-влак [Кокшаги ярында: хикәйәләр]. — Йошкар-Ола, 1960. — 64 с.
  • Юл воктене: ойлымаш-влак [Волгала: хикәйәләр]. — Йошкар-Ола, 1965. — 96 с.
  • Берлин марте: повесть [Берлинғаса]. — Йошкар-Ола, 1966. — 152 с.
  • Тыге тӱҥалын: ойлымаш, повесть, шарнымаш [Шулай башланды: хикәйә, повесть, хәтирәләр]. — Йошкар-Ола, 1981. — 144 с.
  • Ачам олмешат: повесть ден ойлымаш-влак [Атайым өсөн дә: повесть һәм хикәйәләр]. — Йошкар-Ола, 1985. — 96 с.

Рус теленә тәржемәлә

  • Прекрасное утро: рассказ / пер. В. Муравтева // Зелёная роща. — М., 1976. — С. 7—8.

Наградалары

Хеҙмәт

  • «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн миҙал. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан» миҙалы[1]
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы[1]
  • Мари АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1953, 1958)[1]

Хәрби

Хәтер

Е. Н. Янгильдиндың китаптары Марий Эл Республикаһының Т. Евсеев исемендәге Милли музейында, С. Г. Чавайн исемендәге Милли китапханала һәм В. Х. Колумб исемендәге Республика балалар-үҫмерҙәр китапханаһында һаҡлана[1][7].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 Писатели МЭ, 2008, с. 738—739
  2. 1 2 3 4 5 6 Янгильдин Елизар Осипович. pamyat-naroda.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  3. Подвиг народа. podvignaroda.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  4. Юл воктене Йоча ойлымаш-влак - Янгильдин Елизар Осипович. — 1965.
  5. 1 2 Елизар Осипович Янгильдин. И за отца: Повесть и рассказы. — Йошкар-Ола: Марийское кн. изд-во, 1985. — 96 с.
  6. «Марий мутын кумылзакше» | Республиканская детско-юношеская библиотека им. В.Х. Колумба. rubcolumba.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  7. «Марийская детская книга: год за годом» | Республиканская детско-юношеская библиотека им. В.Х. Колумба. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.

Әҙәбиәт

  • Васин К. К. Псевдонимы марийских литераторов: краткий историко-литературный справочник. — Йошкар-Ола, 1965. — С. 17.
  • Александров А. М., Беспалова Г. Е., Васин К. К. Е. Янгильдин // Мари АССР-ы яҙыусылары: биобиблиографик белешмә. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 1976. — С. 363—364. — 368 с. — 5000 экз.
  • Галютин Ю. Марий мутын кумылзакше // Марий Эл. — 1999. — 1 сентябрь.
  • Анисимов Э. …И толмач стал писателем // Марийская правда. — 1999. — 1 сентябрь.
  • Зайниев Г. Чорайыште — Йыпшаш, элыште — Элизар // Эр элем — эр велем. — Йошкар-Ола, 2004. — С. 62—93.
  • Журналист-фронтовик // Марий Эл. — 2004. — 3 сентябрь.
  • Зайниев Г. З. Янгильдин Елизар Осипович // Марийская биографическая энциклопедия / Авт.-сост. В. А. Мочаев. — Йошкар-Ола: Марийский биографический центр, 2007. — С. 423. — 2032 экз. — ISBN 5-87898-357-0.
  • Елизар Янгильдин // Писатели Марий Эл: биобиблиографический справочник / Сост. А. Васинкин, В. Абукаев и др. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 2008. — С. 738—739. — 752 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-7590-0966-5.
  • Зайниев Г. З. Янгильдин Елизар Осипович // Марийская биографическая энциклопедия / Авт.-сост. В. А. Мочаев. — 2-е изд. — Йошкар-Ола: Марийский биографический центр, 2017. — С. 525. — 606 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-905314-35-3.

Һылтанмалар