«Ағиҙел» башҡорт йәмғиәте, Эстония
Эстония «Ағиҙел» башҡорт йәмғиәте, Эстония | |
Нигеҙләү датаһы | 2000 |
---|---|
Дәүләт | |
Нигеҙләүсе | Хайруллина Флүзә |
«Ағиҙел» башҡорт йәмғиәте — Эстонияла эшләп килгән башҡорт мәҙәни ойошмаһы. 2000 йылда ойошторолған.
Ойошманың эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2015) Хәйруллина Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы.
Ойошма эшләгән осорҙа Эстонияның иң абруйлы мәҙәни берләшмәләрҙең береһенә әйләнде. «Ағиҙел» йәмғиәте коллективы Эстония байрамдарының даими ҡатнашыусыһы. Йәмғиәт ағзалары эстондарға башҡорт йолаларын, мәҙәниәтен күрһәтә.[1] Ойошма йыл да Эстонияла Салауат Юлаев көндәрен үткәрә.
Башҡорт йәмғиәте булышлығы менән 2014 йылда башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың һуңғы төйәге булған Эстония республикаһында Эстонияның аҙ һанлы милләттәре берләшмәһе, Палдиски ҡалаһының ҡала хакимиәте һәм «Урал» мәрхәмәтлек фонды ярҙамында Салауат Юлаев. Эстония хәтерләй китабы донъя күрә. Салаут Юлаев тураһында әҫәрҙәрҙе эстон теленә Илнур Хайруллин тәржемә итә. Салауат Юлаев шиғырҙарын эстон шағирҙары Ли Сеппель һәм Андрес Эхин тәржемә итә.
Китапта Салауат Юлаев биографияһы, Емельян Пугачев етәкселегендә восстаниела ҡатнашыуы турыһында материалдар урын ала. Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» драмаһы, Салауат Юлаевтың Эстлянд губернаһы Рогервик ҡәлғәһендә (хәҙәрге Палдиски ҡалаһында) һөргөндәге ваҡыты менән бәйле архив материалдары, фотодокументтар күрһәтелгән. Китаптың беренсе баҫмаһы тиҙ арала тарлып бөтә. Тиҙҙән икенсе баҫмаһы сыға.[2]
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәйруллина Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы
- Салауат Юлаев. Эстония хәтерләй
- Салауат Юлаев һәйкәле (Палдиски)
- Башҡорт йәмәғәт берекмәләре исемлеге