Абдулсаттар Абдуллатифов
Абдулсаттар Абдуллатифов | |
---|---|
Тыуған ваҡыты | 1787 |
Тыуған урыны | Ырымбур губернаһы, Гәрә улусы, Таҡталасыҡ ауылы |
Үлгән ваҡыты | билдәһеҙ |
Вафат урыны | билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | Рәсәй империяһы |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание | зауряд-сотник |
Хәрби алыш/һуғыш |
Рус-прусс-француз һуғышы 1812 йылғы Ватан һуғышы, Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814) |
Абдулсаттар Абдуллатифов (1787—?) — хәрби эшмәкәр. Рус-прусс-француз һуғышында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Абдулсаттар Абдуллатифов (Абдулсаттар Абдуллатиф улы Ғүмәров) Ырымбур губернаһы Гәрә улусы (хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы) Таҡталасыҡ ауылында йәшәгән. Зауряд-сотник булып хеҙмәт итә[1].
1807 йылда 3-сө Башҡорт полкы составында Рус-прусс-француз һуғышында ҡатнаша.
1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 5-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 5-се Башҡорт атлы полкы Бөгөлмә өйәҙе Ҡарабан ауылында 12-се, 11-се һәм 10-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 29 авгусында Ҡазан менән Чебоксар аша Түбәнге Новгородҡа бара. 15 октябрҙән кенәз П. М. Волконский отряды составына керә, Сураж һәм Велиж ҡалаларында урынлаша. 1 ноябрҙән генерал-майор М. М. Свечин отряды составына инә. 1812 йылдың 14-16 ноябрендә Березина буйындағы алыштарҙа ҡатнаша. Артабан Витебскиҙа һәм Борисовта була. 1813 йылдың ғинуарында Данциг (Гданьск) ҡәлғәһен ҡамауҙа ҡатнаша. 1813 йылдың октябренән 1814 йылдың апреленә ҡәҙәр Минск губернаһында хеҙмәт итә, шул уҡ ваҡытта полктың бер өлөшө Лейпциг янындағы алышта ҡатнаша һәм һуғышты Парижда тамамлай[1].
Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры[2]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Гатиятуллин З. Г. Башкиры 11-го кантона в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 415. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.