Аляев Иван Павлович
Иван Павлович Аляев (1918 йылдың 5 ғинуары, Иҫке Николаевка, Покровка ауыл Советы (Фёдоровка районы) — 2000 йылдың 21 марты, Мәскәү) — хәрби хеҙмәткәр, инженер-полковник (1961). Совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1940). 1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
Биографияһы
Аляев Иван Павлович 1918 йылдың 5 ғинуарында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең [1] Иҫке Николаевка ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.
1939 йылда Стәрлетамаҡ нефть техникумының (хәҙерге ваҡытта Ишембай нефть колледжы) өс курсын тамамлай. Шул уҡ йылда Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла[2].
Красноярск крайының Ачинск ҡалаһында урынлашҡан 91-се уҡсылар дивизияһының 561-се уҡсылар полкында хеҙмәт итә. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышы ваҡытында ҡыҙылармеец Иван Аляев 91-се мотоуҡсылар дивизияһының 561-се мотоуҡсылар полкы составында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 1940 йылдың 10 мартында разведчиктар төркөмөнә Виипури ҡалаһы (хәҙерге Ленинград өлкәһе Выборг ҡалаһы) янындағы күперҙе шартлатырға ҡушыла. Операция ваҡытында разведчиктар взводы командиры һәләк була, командир урынбаҫары ауыр яралана. Алиев взвод менән етәкселекте үҙ өҫтөнә ала. Командование (рус.)баш. ҡуйған бурыс үтәлә, күпер шартлатыла. Финндар, ярҙам алмағас, сигенергә мәжбүр була һәм Виипуриға юл асыла. Алыш ваҡытында арҡаһы ауыр яраланһа ла, И. П. Аляев госпиталгә китеүҙән баш тарта һәм хәрби сафта ҡалыуын дауам итә. 1940 йылдың 13 мартында иртән Таммисуо ауылы өсөн алышта (хәҙер Выборг ҡалаһы эсендә) үҙенең взводы яугирҙарын һөжүмгә күтәрә, улар артынан бөтә рота һөжүмгә күсә һәм дошман ауылдан ҡыуып сығарыла. 1940 йылдың 15 мартында ғына госпиталгә китергә ризалаша[3].
СССР Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 1 апрелендәге Указы менән фин аҡгвардиясыларына ҡаршы көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын (рус.)баш. өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ҡыҙылармеец Аляев Иван Павловичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[4].
1940 йылдың июненә тиклем Ленинград госпиталендә дауалана. 1940 йылдың июнь-сентябрендә 31-се запас уҡсылар полкының һауығыусылар командаһында була (Ленинград хәрби округында; Ленинград ҡалаһы, хәҙерге Санкт-Петербург).
1943 йылдың авгусында Костромала эвакуацияла булған Хәрби-транспорт академияһының автотранспорт һәм юл хеҙмәте факультетын тамамлай. Артабан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, 705-се айырым автотранспорт (рус.)баш. батальонының рота командиры була. Һуңынан штаб начальнигы ярҙамсыһы һәм 68-се автомобиль полкы батальоны командиры вазифаһын биләй. Уның хәрби юлы Көньяҡ, 4-се Украина, 3-сө Балтик буйы һәм 3-сө Украина фронттары составында үтә. Ул Мелитополь, Никополь-Криворож, Тарту, Рига һәм Будапешт хәрби операцияларында ҡатнаша.
Һуғыштан һуң Аляев Совет Армияһында хәрби хеҙмәтен дауам итә. 1946 йылдың октябренә тиклем Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмөндә 68-се автомобиль полкының, 1946 йылдың октябренән 1947 йылдың мартына тиклем — 8-се автомобиль полкының батальон командиры, 1947 йылдың мартынан 1949 йылдың авгусына тиклем СССР Ҡораллы Көстәренең тыл штабында 5-се һәм 10-сы бүлектәр офицеры, 1949 йылдың авгусынан 1953 йылдың майына тиклем СССР Ҡораллы Көстәренең баш автотрактор идаралығында ойоштороу-план идаралығы офицеры һәм өлкән офицеры, 1953 йылдың майынан 1973 йылдың декабренә тиклем СССР Оборона министрлығының Үҙәк автотрактор идаралығында ойоштороу-план бүлеге өлкән офицеры һәм мобилизация (рус.)баш. төркөмө начальнигы булып хеҙмәт итә. 1973 йылдың декабрендә полковник И. П. Аляев запасҡа сыға[3].
1975 йылдың мартынан 1985 йылдың апреленә тиклем СССР Оборона министрлығының Үҙәк автотрактор идаралығында өлкән инженер булып эшләй[3].
2000 йылдың 21 мартында Мәскәүҙә вафат була[2]. Востряковский зыяратында ерләнгән[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1940)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (11.04.1940)
- Ленин ордены (11.04.1940)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[4]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (15.10.1944)[4]
- II дәрәжә Югославия Партизан Йондоҙо ордены (23.01.1945)
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1955, 1968)[4]
- Миҙалдар, шул иҫәптән:
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Ғәбит Абдулла улы Әхмәровтың исеме Башҡортостан Республикаһы Фёдоровка районы муниципаль (рус.)баш. районы Фёдоровка ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[5][6];
- Башҡортостан Республикаһы Фёдоровка районының Фёдоровка ауылында уның исеме менән урам аталған[2];
- Стәрлетамаҡ ҡалаһының Геройҙар аллеяһында И. П. Аляевҡа бюст ҡуйылған[2];
- Кострома ҡалаһының Дан Монументында исеме мәңгеләштерелгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы
- ↑ 1 2 3 4 И. Ғ. Кәримова. Аляев Иван Павлович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Уфаркин Николай Васильевич. Аляев Иван Павлович, Патриотический интернет проект «Герои Страны». 12 ғинуар 2026 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 Аляев Иван Павлович. Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026. (рус.)
Сығанаҡтар
- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1968. — Т. 3 том.
- Бои в Финляндии. 2-е изд. М., 1941, часть 2
- Воробьёв В. П., Ефимов Н. В. Герои Советского Союза: справ. С.-Петербург, 2010.
- Герои Советского Союза: крат. биогр. слов. Т.1. — Москва, 1987.
- Документы на сайте «Подвиг народа».
- Московский некрополь Героев. Том 1. Москва, 2011.
- Подвиги Героев Советского Союза. М., 1981
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Аляев Иван Павлович (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2026)
- Патриотический интернет проект «Герои Страны». Аляев Иван Павлович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2026)
- Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Аляев Иван Павлович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2026)
- Республиканский музей боевой славы. Аляев Иван Павлович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2026)
- Официальный сайт муниципального района Фёдоровский район Республики Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2026)
