Асылбаев Әхмәт Асылбаевич

Әхмәт Асылбаевич Асылбаев (псевдонимдары — Ахмет Асаев, Асай, Асылбай; рус. Асылбаев, Ахмет Асылбаевич1912 йылдың 15 июне, Байгилде, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы1999 йылдың 16 ноябре, Йошкар-Ола) — совет, Рәсәй ғалимы-әҙәбиәт белгесе һәм яҙыусыһы. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1943). Совет осорондағы мари әҙәбиәтен һәм беренсе мари яҙыусылары С. Чавайн һәм М. Шкетан ижадын тикшерә. Мари китап нәшриәте директоры (1943—1946), В. М. Васильев исемендәге Мари тел, әҙәбиәт һәм тарих ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре (1946—1961), «Ончыко» журналының баш мөхәррире (1961—1972). РСФСР яҙыусыларының I ойоштороу съезында ҡатнаша (1958). Мари АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982).

Биографияһы

1912 йылдың 15 июнендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районындағы Байгилде ауылында мари крәҫтиән ғаиләһендә тыуа[1][2][3]. 9 йәшендә етем ҡала һәм ағалары, апалары ҡарамағында үҫә[4].

1925—1930 йылдарҙа — Бөрө педагогия техникумында, 1931 йылдан 1935 йылға тиклем Н. К. Крупская исемендәге Мари педагогия институтында уҡый, унда үҙен әүҙем студент һәм йәмәғәтсе итеп күрһәтә[2].

Институтты тамамлағас, уға ВЛКСМ-дың Мари өлкә комитетында инструктор вазифаһын тәҡдим итәләр. Бер йылдан һуң татар телен яҡшы белгән белгесте Параньгин татар педагогия училищеһына директор итеп тәғәйенләйҙәр. 1939 йылдан Мари ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшләй башлай, 1940 йылдың сентябрендә Мари педагогия институтының өлкән уҡытыусыһы булып китә[2]. 1940 йылдың авгусынан 1942 йылдың мартына тиклем «Марий коммуна» гәзите редакцияһында эшләй, унан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла. 1943 йылда һаулыҡ торошо буйынса демобилизациялана[2].

1946 йылға тиклем Мари китап нәшриәте директоры булып эшләй, 15 йыл тиерлек Мари ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре була. 1961—1972 йылдарҙа — «Ончыко» журналының баш мөхәррире[2].

1999 йылдың 16 ноябрендә Йошкар-Олала вафат була[2].

Әҙәби эшмәкәрлеге

Мари педагогия институты студенты булараҡ, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Был йүнәлештә уға юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы, билдәле мари яҙыусыһы һәм шағиры Шабдар Осып ярҙам итә. Тәүге эштәре 1935 йылда баҫыла башлай. Ул йылдарҙағы баҫылып сыҡҡан мөһим хеҙмәттәренең береһе булып «М. Шкетан ижады» тора[2].

Һуңынан «Ватан һуғышы осорондағы мари әҙәбиәте» (1945), «М. Шкетан прозаһы» (1948), «Г. Ефруш ижады» (1952), «Мари әҙәбиәте тураһында мәҡәләләр» (1957), «Сергей Чавайн» (1963) мәҡәләләре һәм монографиялары[5] һәм башҡалар яҙыла[2].

«Мари әҙәбиәте тарихы очерктары» (1960) авторы. Мәктәптәр өсөн туған әҙәбиәт буйынса хрестоматиялар һәм уҡыу әсбаптары әҙерләй. 1954 йылда "Мари-рус һүҙлеге"н төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. М. Шкетандың 4 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығын әҙерләй[2].

Әҙәби ижады

1950 йылдар башынан художестволы әҫәрҙәр яҙа башлай. Йыш ҡына А. Асаев, Асай, Асылбай псевдонимдары менән очерктары, хикәйәләре баҫыла[6]. Бер үк ваҡытта ҙур проза әҫәре өҫтөндә, драматургия жанрында эшләй. Күп йыллыҡ хеҙмәте һөҙөмтәһе булып рус теленә тәржемә итеп нәшер ителгән һәм үткән быуаттың 1960 йылдарында мари колхозы ауылы тормошона һәм проблемаларына арналған «Ошвичыжат-йӱксыжат» («Ағиҙел аҡҡоштары») романы тора[7]. Был роман мотивтары буйынса «Вәғәҙә ҡайыны» пьесаһын ижад итә. Артабан мари әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы С. Г. Чавайнға арналған «Ӱжара мурызо» («Таң йырсыһы») драмаһын яҙа. Ике пьеса буйынса ла М. Шкетан исемендәге Мари драма театрында спектаклдәр ҡуйыла. Һуңғараҡ тағы ла бер нисә пьеса яҙа, улар «Юлмар ден Юмын ӱдыр» («Юлмар һәм Аллаһ ҡыҙы») китабына индерелгән[2][8].

РСФСР яҙыусыларының I ойоштороу съезында ҡатнаша (1958)[9].

100-гә яҡын мәҡәлә, күҙәтеү, очерк, рецензия авторы[10]. Уның әҙәби әҫәрҙәре, айырым әҙәбиәт ғилеме эштәре рус теленә тәржемә ителә һәм баҫылып сыға[2].

Ғүмеренең һуңғы йылдарында хәтирәләр яҙыу өҫтөндә әүҙем эшләй. Уларҙың күбеһе гәзиттәрҙә, «Ончыко» журналында баҫылып сыға[2].

1982 йылда уға «МАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелә. Мари әҙәбиәтен һәм матбуғатын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн миҙалдар һәм өс тапҡыр Мари АССР-ы Юғары Советы Президиумының һәм Марий Эл Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә[2].

Ғилми эштәре

Төп ғилми эштәре[2][10][5][11]:

  • М. Шкетанын драматургийже; М. Шкетанын ойлымашыже-шамыч нерген; Первый марий роман [М. Шкетан драматургияһы; М. Шкетан хикәйәләре; Беренсе мари романы] // Марий литература: литературно.-критические статья-шамыч. — Йошкар-Ола, 1950. — С. 117—187.
  • Марий литература нерген: статья-влак [Мари әҙәбиәте тураһында: мәҡәләләр]. — Йошкар-Ола, 1957. — 168 с.
  • Чавайн С. Г.: илышыж ден творчествыже [С. Г. Чавайндың тормошо һәм ижады]. — Йошкар-Ола, 1959. — 240 с.
  • Сергей Чавайн: очерк жизни и творчества. — Йошкар-Ола, 1963. — 144 с.
  • Зарождение и развитие марийской литературы в период 1905—1929 годов // Очерки истории марийской литературы. — Ч. 1. — Йошкар-Ола, 1963. — С. 53—100.

Төп әҫәрҙәре

Мари телендәге һәм рус теленә тәржемә ителгән төп әҫәрҙәре исемлеге[2][10][4]:

Мари телендә

  • Мургайык ден кӱслезе: ойлымаш-влак [Һайрар ҡош һәм көснәлә уйнаусы: хикәйәләр]. — Йошкар-Ола, 1962. — 58 с.
  • Товатлыме куэ: драма // Ончыко. — 1968. — № 1. — С. 59—100.
  • Ошвичыжат, йӱксыжат: роман [Ағиҙел аҡҡоштары]. — Йошкар-Ола, 1971. — 416 с.
  • Ӱжара мурызо: пьеса-влак [Таң йырсыһы: пьесалар]. — Йошкар-Ола, 1978. — 102 с.
  • Ошвичыжат, йӱксыжат: роман [Ағиҙел аҡҡоштары]. — Йошкар-Ола, 1985. — 320 с.
  • Литературышто мыняр классик уло? // Марий коммуна. — 1990. — 21 декабрь.
  • Курымаш-влак: драматическая повесть-хроника // Ончыко. — 1992. — № 3. — С. 13—58.
  • Юлмар ден Юмын ӱдыр: пьеса-влак [Юлмар һәм Аллаһ ҡыҙы: пьесалар]. — Йошкар-Ола, 1996. — 212 с.
  • Чимож ден Мормыж: трагикомедий // Ончыко. — 1999. — № 10. — С. 67—94.

Рус теленә тәржемәлә

  • Земное притяжение: роман / пер. В. Чубаковой. — Йошкар-Ола, 1968. — 272 с.

Театраль постановкалары

  • Товатлыме куэ: драма [Вәғәҙә ҡайыны]. (Мари театры) 1967.
  • Ӱжара мурызо: драма [Таң йырсыһы]. (Мари театры) 1978[2][10].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Мари АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982)[2];
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960)[2][10];
  • «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу уңайынан» миҙалы (1970)[2];
  • Мари АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1957, 1962)[2];
  • Марий Эл Республикаһының Почёт грамотаһы (1997)[2].

Ғаиләһе

Ағалары — Исемет[12], Аҫылгәрәй (1909—1995) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, педагог, мәктәп директоры. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры[13].

Хәтер

  • 2012 йылда Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы Байгилде мәҙәниәт йортонда ошо ауылда тыуған яҙыусы һәм әҙәбиәт белгесе иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[9].
  • 2022 йылда Башҡортостандың Дүртөйлө районында ошо төбәктә тыуған яҙыусы һәм әҙәбиәт белгесенең тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған юбилей саралары үтә[14].
  • Шәхси архивынан материалдары Мари тел, әҙәбиәт һәм тарих ғилми-тикшеренеү институтында, Марий Эл Республикаһының Т. Евсеев исемендәге Милли музейында һәм Дәүләт архивында һаҡлана[3].

Иҫкәрмәләр

  1. О культуре – Управление культуры Дюртюлинского района. kulturadurtuli.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2026.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 Асылбаев Ахмет Асылбаевич (Ахмет Асаев). Марийская история в лицах. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2026.
  3. 1 2 Асаев Ахмет (Ахмет Асылбаевич Асылбаев). narodudm.unatlib.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2026.
  4. 1 2 Н. А. Федосеева. 110 лет со дня рождения А. А. Асылбаева. docs.360.yandex.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2026.
  5. 1 2 Ахмет Асылбаевич Асылбаев. Сергей Чавайн: Очерк жизни и творчества. — Йошкар-Ола: Маркнигоиздат, 1963. — 144 с.
  6. Литературные псевдонимы. libmap.bashnl.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2026.
  7. Ошвичыжат йуксыжат Роман - Асаев А.. — 1985.
  8. Ахмет Асылбаевич Асылбаев. Юлмар с дочерью Бога: Пьесы. — Йошкар-Ола: Марийс. кн. изд-во, 1996. — 211 с.
  9. 1 2 Хабировна, Венера Асылбаев (Асаев) Ахмет Асылбаевич. enc.durtulicbs.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2026.
  10. 1 2 3 4 5 Асылбаев Ахмет Асылбаевич (1912-1999). Ахмет Асаев | Литературная карта Республики Башкортостан. libmap.bashnl.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2026.
  11. Марийская литература : Сборник : Песни и сказки. Стихи и проза. Пьесы - Асылбаев, Ахмет Асылбаевич. — 1949.
  12. Достойны глубокого уважения. 15 июнь 2026 тикшерелгән.
  13. Хабировна, Венера. Асылбаев Асылгарей Асылбаевич. 15 июнь 2026 тикшерелгән.
  14. Ахмет Асаев - мемнан землякна. cholman.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2026.

Әҙәбиәт

  • Черных С. Сай тӱҥалтыш // Марий коммуна. — 1958. — 18 март.
  • Черных С. Критик-литературовед А. А. Асылбаев // Марий коммуна. — 1962. — 15 июнь.
  • Васин К. К. Псевдонимы марийских литераторов: краткий историко-литературный справочник. — Йошкар-Ола, 1965. — С. 13—14.
  • Черных С. Марий роман — кушмо корнышто // Ончыко. — 1970. — № 3. — С. 104—109.
  • Семёнов М. У книгам ончалын // Ончыко. — 1971. — № 6. — С. 109—110.
  • Иванов А. Кызытсе ял нерген роман // Марий коммуна. — 1972. — 19 март.
  • Иванов А. Критик, прозаик, драматург // Марий коммуна. — 1972. — 15 июнь.
  • Ибатов С. Тошто гыч у шочеш // Ончыко. — 1972. — № 3. — С. 105—112.
  • Васин К. Писатель глубоких раздумий // Марийская правда. — 1972. — 15 июня.
  • Иванов А. Постигая правду жизни // Марийская правда. — 1982. — 11 июня.
  • Иванов И. Волгыдо кумылан талант // Марий коммуна. — 1982. — 11 июнь.
  • Зайниев Г. Такыртыдыме корно дене // Марий коммуна. — 1987. — 14 июнь.
  • Александров А. М., Беспалова Г. Е., Васин К. К. А. Асаев // Мари АССР-ы яҙыусылары: биобиблиографик белешмә. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 1976. — С. 30—33. — 368 с. — 5000 экз.
  • Беспалова Г. Е., Васин К. К., Зайниев Г. З. А. Асаев // Писатели Марийской АССР: биобиблиографический справочник / Отв. А. В. Селин. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 1988. — С. 19—22. — 376 с. — 5000 экз.
  • Кульбаева Н. Из прошлого в будущее // Марийская правда. — 1992. — 17 июня.
  • Зайниев Г. Ошвичыжат, эргыжат // Кугарня. — 1997. — 12 июнь.
  • Зайниев Г. Служение родному слову // Марийская правда. — 1997. — 12 июня.
  • Зайниев Г. Вучат у шошо да кеҥеж… // Ончыко. — 1999. — № 10. — С. 62—66.
  • Зайниев Г. Сылнымутлан пуымо ӱмыр // Кугарня. — 2003. — 24 январь, 7, 21 февраль, 21 март, 18, 25 апрель.
  • Асаев Ахмет (Асылбаев Ахмет Асылбаевич) // Марийская биографическая энциклопедия / Авт.-сост. В. А. Мочаев. — Йошкар-Ола: Марийский биографический центр, 2007. — С. 33. — 2032 экз. — ISBN 5-87898-357-0.
  • Ахмет Асаев // Писатели Марий Эл: биобиблиографический справочник / Сост. А. Васинкин, В. Абукаев и др. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 2008. — С. 75—78. — 752 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-7590-0966-5.
  • Зайниев Г. З. Асаев Ахмет (Асылбаев Ахмет Асылбаевич) // Марийская биографическая энциклопедия / Авт.-сост. В. А. Мочаев. — 2-е изд. — Йошкар-Ола: Марийский биографический центр, 2017. — С. 36. — 606 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-905314-35-3.
  • А. А. Асаев: 1912—1997 // Марийские литературоведы и фольклористы: биобиблиографический сборник. — Йошкар-Ола, 2018. — С. 36—38.
  • Асаев (Асылбаев) Ахмет Асылбаевич // Писатели Марий Эл: биобиблиографический справочник / Сост. А. Васинкин, В. Абукаев и др. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 2008. — С. 24—27. — 752 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-7590-0966-5.

Һылтанмалар