Баймырҙа (исем)

Баймырҙа — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы

Башҡорт, фарсы телдәрендә — бай + мырҙа, изге мырҙа. Бай һүҙе (боронғо төрки телдән) мал-мөлкәтле, хужа, әфәнде, юғары дәрәжәле кеше, изге мәғәнәләрен белдерә. Мырҙа — түрә, батша балаһы, аҡ һөйәк; ҡусты.[1].

Билдәле шәхестәр

Баймырҙа Бикҡужин (рус. Биккузин Баймурза) (? — 26 апрель 1945 йыл[2]) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡылыссыһы.

Фамилиялар

Баймырҙин Ғаяз Исламетдин улы (1913—1948) — лётчик, гвардия майоры (1943), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).

Баймырҙин Хәмит Хәйервара улы (1955 т.) — педагогия фәндәре докторы, профессор.

Баймырҙина Вилә Искәндәр ҡыҙы (1953 т.) — педагогия фәндәре докторы, профессор.

Баймырҙин Ринат Мәрғиз улы — артист. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2017).

Иҫкәрмәләр

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
  1. Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
  2. Донесения о потерях