Гәрәева Лина Авзал ҡыҙы

Лина Авзал ҡыҙы Гәрәева (рус. Лина Афзаловна Гареева1952 йылдың 1 майы, Таңатар2021 йылдың 11 ноябре, Өфө) — совет, Рәсәй йырсыһы. 1982—2007 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостандың халыҡ артисы.

Биографияһы

1952 йылдың 1 майында Башҡорт АССР-ының Борай районының Таңатар ауылында[1] тыуа. Юғары белемде Өфө дәүләт сәнғәт институтында ала. Уҡыу йортон тамамлағас Әстерханға йәш йырсылар йәрминкәһенә бара һәм унда уның һәләтен күреп, Пятигорск, Ырымбур, Коми Республикаһы, Алтай крайы оперетта театрҙары үҙҙәренә саҡыра. Әммә ул хеҙмәт юлын Барнаулдан башлай.
1982—2007 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Ошо 25 йылдың алты йылын эстрадала үткәрә, әммә төп эшмәкәрлеге музыкаль-әҙәби лекторий менән бәйле.
2021 йылдың 11 ноябрендә Өфө ҡалаһында 70-се йәшендә вафат була[2].

Репертуары

Лина Авзал ҡыҙының репертуарында 100-ҙән ашыу яҙма бар. Т. Кәримов, Р. Сәхәүетдинова йырҙары уның башҡарыуында халыҡ йырҙарына әүерелә. Репертуарында классик музыка — ариялар, башҡорт композитрҙары — М. Вәлиев, Ғ. Әлмөхәмәтов, З. Исмәғилев, К. Рәхимов, Т. Кәримов, Х. Әхмәтов, Р. Сәлмәнов, Р. Сәхәүетдинова, Р. Мортазин, А. Ҡобағошов, А. Кәримов, Н. Дауытов, Ф. Йыһанов, С. Низаметдинов һәм башҡаларҙың вокал әҫәрҙәре бар[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Һуңғы йылдарҙа Лина Гәрәева «Башҡортостан Республикаһы татарҙары конгресы» Төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары