Игеш күлдәре

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Игеш күлдәре
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Дәүләт

Оло Игеш һәм Кесе Игеш - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Озерск ябыҡ ҡалаһы биләмәһенә ингән күлдәр.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оло Игеш күле Кәҫле ҡалаһынан 43 км төньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан. Яҡында тораҡ пункты юҡ. Ярҙары һаҙлыҡлы.

Координаттары: киңлеге - 56°07′45″ , оҙонлоғо 61°19′05″

Абсолют һыу кимәле билдәһе 218,5 м.

Оҙонлоғо 1,8 км (төньяҡтан көньяҡҡа), киңлеге 1,3 км (көнбайыштан көнсығышҡа).

Майҙаны 2,3 км².

Һыуы сөсө [1].

Кесе Игеш күле Кәҫле ҡалаһынан 42 км төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан.

Координаттары: киңлеге -56°08′25″ , оҙонлоғо 61°17′00″

Һыу кимәленең абсолют бейеклеге 227,8 м.

Күлдең оҙонлоғо 1,3 км (төньяҡтан көньяҡҡа), киңлеге 1 км (көнбайыштан көнсығышҡа).

Майҙаны 1 км².

Һыуы сөсө.

Һаҙлыҡлы, көнбайыш яғынан һаҙланыу кимәле аҙыраҡ. Ярҙары буйлап япраҡлы ағас тоҡомдары өҫтөнлөк итә, күберәк ҡайын үҫә [2]

Тарихынан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Силәбе өлкәһендә ике күлдә ҡәтғи рәүештә балыҡ тоторға ярамай - улар Озерск ябыҡ ҡалаһы биләмәһендәге Оло һәм Кесе Игеш. Был ике күл Көнсығыш Урал радиоактив эҙ (ВУРС) зонаһына эләккән һәм унда тереклек иткән радиактив матдәләр менән ағыуланған

Игеш күлдәре 1957 йылда «Маяҡ» предприятиеһында (рус. Маяк (производственное объединение)) булған радиоактив авария ваҡытында ныҡ ағыуланып ҡалған. Күл ярында урынлашҡан Игеш ауылы халҡы 1957 йылда башҡа урынға күсерелгән [3]

Был хәүефле урындарға инеү юлдары ябылған. Күлдәрҙә балыҡ тоторға ла, һыу инергә лә ярамай. Кемдер тыйыуҙы боҙа икән, көслө радиация ала һәм унда үтеү режимын боҙған өсөн штраф һалына.

Дөйөм алғанда 1957 йылдағы авария ваҡытында барлығы 89 һыу ятҡылыҡтары зыян күргән. 2012 йылда улар тикшерелгән һәм иң хәүефле тип Игеш күлдәре танылған [4][5] Ҡалғандарында һыу инергә һәм балыҡ тоторға рөхсәт бирелгән, әммә ваҡыт-ваҡыт балыҡтарҙы фонын тикшертергә ебәреп торалар[4]

Урындағы халыҡ радиациялы ерҙә йәшәп битарафҡа әйләнгән, мал тоталар, тиҙәген баҡсаларына таратып, йәшелсә-емеш үҫтерәләр, тип яҙа журналистар. Уларҙан бындай продукцияны һатып алыуҙан тыйылырға кәңәш итәләр [4]

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күлдең атамаһы килеп сығышын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: Игиш, озеро, Каслинский район.От башкирского личного мужского имени Игиш, с основой иге — «хороший», «добрый» и именным аффиксом -иш (частица. -иш может выступать в значении «напарник», «собрат»). Имя отражает первые признаки поведения новорожденного, первоначально принадлежало селению (теперь отсутствует) и перенесено к озеру [6][7].

"Башҡорт исемдәре" китабында иге һүҙе менән яһалған Игебай, Игелек тигән исемдәр бар. Башҡорт әҙәбиәтендә лә шағир Игебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы тос өлөш ҡалдырған. "Иге" - яҡшы тигән мәғәнә бирә тип аңлатыла был белешмәлә [8].

Иге - билдәле бр кимәлдән сифаты юғары, яҡшы тигән аңлатма бирелә "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә [9]

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Озеро Большой Игиш 2019 йылдың 29 май көнөндә архивланған.
  2. Игиш Малый(недоступная ссылка)
  3. Урочище Игиш
  4. 4,0 4,1 4,2 Где в Челябинской области зарядиться радиацией
  5. В двух озерах Челябинской области водится радиационная рыба
  6. Шувалов Н.И. Шаблиш// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  7. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  8. Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 61-62 се биттәр
  9. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 362-се бит/ Иге

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 169-сы бит Буға.
  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 48-се бит
  • Земерова Зоя Павловна. Радиоэкологическое состояние озерных экосистем территории Восточно-Уральского радиоактивного следа : на примере озер Б. Игиш, М. Игиш, Куяныш : диссертация... кандидата биологических наук : 03.00.16.- Екатеринбург, 2007.- 170 с.: ил. РГБ ОД, 61 07-3/564