Киселёв Геннадий Семёнович
Геннадий Семёнович Киселёв (1922 йылдың 1 феврале, Өфө, Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Башҡорт АССР-ы — 1979 йылдың 15 майы, Омск ҡалаһы, Омск өлкәһе, РСФСР, СССР) — СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, авиацияның гвардия подполковнигы, Советтар Союзы Геройы (1946).
Биографияһы
Киселёв Геннадий Семёнович 1922 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Өфө ҡалаһында тыуған[1].
Урыҫ. 1945 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Урта мәктәпте һәм Өфө аэроклубын (рус.)баш. тамамлай[2].
Ҡыҙыл Армияға 1940 йылдың декабрендә Башҡорт АССР-ы Өфө ҡала хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1942 йылда Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлай[1].
Бөйөк Ватан һуғышы фронтында 1942 йылдың декабренән.
Һуғыштан һуң ҡыйыу штурмовик (рус.)баш. осоусы СССР Хәрби Һауа көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. Геннадий Семёнович 1952 йылда Мәскәү өлкәһенең Монино ҡасабаһында Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһын тамамлай[2].
1959 йылдан подполковник Г. С. Киселев — запаста. 1959—1961 йылдарҙа Салауат ҡалаһында йәшәй. 1961 йылдың көҙөндә Омск ҡалаһына күсә һәм шунда ҡалған ғүмерен кисерә[2]. 1979 йылдың 15 майында вафат була[1].
Омск ҡалаһында Советтар Союзы Геройҙары аллеяһында ерләнә[3].
Ғаиләһе: ҡатыны, улы Геннадий.
Батырлығы
«58-се гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары (2-се гвардия штурмлау авиация дивизияһы, 16-һауа армияһы, 1-се Белоруссия фронты), ВКП(Б) ағзалығына кандидат, гвардия өлкән лейтенанты Киселёв Г. С. 1945 йылдың февраленә дошман ғәскәрен һәм техникаһын штурмлау буйынса 110 хәрби осош яһай, уға ҙур зыян килтерә.
1943 йылдың 7 майында сираттағы хәрби осош ваҡытында Г. С Киселёв яралана һәм дошман биләгән территорияла бәреп төшөрөлә. 1943 йылдың 19 майында ҡыйыу совет офицеры, поезд вагондарының береһенән ырғып төшөп, әсирлектән ҡаса, урмандарҙа партизандарҙы табып ала һәм уларҙың рәтендә ҡыйыу һуғыша. 1943 йылдың 21 сентябрендә Ҙур ергә юнәлтелә. Сафҡа ҡайта һәм дошманды һуғыш тамамланғансы туҡмай».
СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн Киселёв Геннадий Семёновичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 7051) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы
- Ленин ордены, өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән
Хәтер
- Г. С. Киселёвтың исеме Советтар Союзы Геройҙарының мемориаль таҡтаһына — Өфө аэроклубын тамамлаусылар исемлегенә индерелгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 И. Ғ. Кәримова. Киселёв Геннадий Семёнович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (17 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2026. (баш.)
- ↑ 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Киселёв Геннадий Семёнович. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Фотография памятника
- ↑ Киселёв Геннадий Семёнович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Салават — город, рожденный победой / Л. Я.. Станкова. — Салават: Издательство «Фобос» ИП Сергеев С. А., 2010. — С- 8-27.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа.
Һылтанмалар
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941-1945 гг.» Музей Победы. Официальный сайт. Киселёв Геннадий Семёнович (рус.).
- Федеральное государственное автономное учреждение «Центральный парк «Патриот» Министерства обороны Российской Федерации. Сайт Музейный комплекс «Дорога памяти» 2020–2026. Киселёв Геннадий Семёнович (рус.).
- Спецпроект Издательского дома «Беларусь сегодня» и Национального архива Беларуси «Партизаны Белоруси». Киселёв Геннадий Семёнович (рус.).
- Башкирский республиканский музей боевой славы. Официальный сайт. Киселёв Геннадий Семёнович (рус.).
- БУК Омской области «Областной дом ветеранов». Официальный сайт. Киселёв Геннадий Семёнович (рус.).