Кровко Пётр Михайлович
Пётр Михайлович Кровко́ (1911 йылдың 19 декабре, Унеча[d], Черниговская губерния[d] — 1992 йылдың 13 майы, Унеча[d], Брянск өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, майор (1946). Үҙәк фронттың 60-сы армия 121-се уҡсылар дивизияһының 383-сө уҡсылар полкы батальоны парторгы. Советтар Союзы Геройы (1943).
Биографияһы
Кровко Пётр Михайлович 1911 йылдың 19 декабрендә Рәсәй империяһы Чернигов губернаһының Унеча хуторында (хәҙерге Брянск өлкәһендәге ҡала) эшсе ғаиләһендә тыуа[1].
Урыҫ. 1931 йылда мәктәптә ете класты тамамлағас, клубта массовик була, «Унеча» тимер юл станцияһында кочегар булып эшләй.
1933—1935 йылдарҙа саҡырыу буйынса Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә[2].
Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң, П. М. Кровко ғаиләһе менән Башҡортостанға эвакуациялана. Учалы районының Ахун ауылында йәшәй[1]. Учалы май заводында эшләй. 1939 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
1941 йылдың декабрендә Башҡорт АССР-ының Учалы район хәрби комиссариаты тарафынан ҡабат Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1942 йылда Ленинград хәрби-сәйәси училищеһын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдың декабренән. Воронеж һәм Үҙәк фронттарҙа һуғыша. Яралана.
383-сө уҡсылар полкының батальонында парторгы (Үҙәк фронт, 60-сы армия, 121-се уҡсылар дивизияһы) лейтенант Пётр Кровко йылға 1943 йылдың сентябрендә Днепр аша сыҡҡандағы алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә[2].
1946 йылда майор П. М. Кровко — запасҡа сыға, һуңынан отставкаға китә. Алматы (Ҡаҙағстан) ҡалаһында йәшәй. 1980 йылдар аҙағында Брянск өлкәһенең Унеча ҡалаһына күсә.
1992 йылдың 13 майында вафат була[2][1]. Брянск өлкәһенең Унеча ҡалаһында ерләнгән[3].
Батырлығы
«…383-сө уҡсылар полкының (Үҙәк фронт, 60-сы армия, 121-се уҡсы дивизияһы) батальон парторгы лейтенант Пётр Кровко 1943 йылдың сентябрь аҙағында десант отряды башында утрауға сыға, унан, ете яугир менән Украина ССР-ының Киев өлкәһе Вышгород районының Глебовка ауылы районында Днепрҙың уң ярына сыға. Плацдармды алғас, совет яугирҙары уны батальон килгәнгә тиклем тотоп тора, дошмандың өс йөҙгә яҡын һалдат һәм офицерын, һигеҙ пулемёт нөктәһен юҡ итә».
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 17 октябрендәге Указы менән командованиеның заданиеһын өлгөлө үтәгәне, немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн лейтенант Пётр Михайлович Кровкоға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 2067) тапшырыла[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Ленин ордены, Ҡыҙыл Байраҡ ордены, 1-се һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар[2][4].
Хәтер
- Брянск өлкәһенең Унеча ҡалаһы Батырҙар аллеяһында Советтар Союзы Геройы П. М. Кровкоға һәйкәл ҡуйылған[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 И. Ғ. Кәримова. Кровко Пётр Михайлович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (18 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2026. (баш.)
- ↑ 1 2 3 4 Н. В. Уфаркин. Кровко Пётр Михайлович. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Надгробный памятник на кладбище в Унече (Тикшерелеү көнө: 16 апрель 2026)
- ↑ 1 2 Кравко Пётр Михайлович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Несокрушимые. Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. Уфа, 1979, кн. 4.
Һылтанмалар
- Башкирский республиканский музей Боевой Славы: Кровко Пётр Михайлович (рус.).
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941-1945 гг.» Музей Победы. Кровко Пётр Михайлович (рус.).
- Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Кровко Пётр Михайлович (рус.).
- Федеральное государственное автономное учреждение «Центральный парк «Патриот» Министерства обороны Российской Федерации. Кровко Пётр Михайлович (рус.).
- Иваново помнит. Кровко Пётр Михайлович (рус.).
- Музей истории города Уфы. Официальный сайт. Кровко Пётр Михайлович (рус.).