Минәкәев Сәйфулла Ғимий улы
Минәкәев Сәйфулла Ғимий улы (рус. Минакаев Сайфулла Гимиевич; 30 ғинуар 1925 йыл — 20 июнь 2011 йыл, Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы Шишмә ауылы) — инженер, профсоюз, партия һәм урындағы башҡарма органдар хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия подполковнигы. 1969—1985 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Дим район советы башҡарма комитеты рәйесе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
Биографияһы
Сәйфулла Ғими улы Минәкәев 1925 йылдың 30 ғинуарында хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы Шишмә ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].
Урындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһындағы педагогия училищеһында, артабан Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһында 1-се һөнәрселек училищеһында уҡый[1].
1943 йылдың февралендә Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы хәрби колмиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла һәм Бөйөк Ватан һуғышы фронтына ебәрелә. Курск дуғаһындағы алыштарҙа ҡатнаша, уларҙың береһендә контузия ала. Хәрәкәтһеҙ ятҡан яугирҙы санитарҙар осраҡлы ғына таба һәм госпиталгә оҙата[2].
Дауаланып сыҡҡандан һуң, Сәйфулла Минәкәев командирҙар әҙерләү курсына уҡырға ебәрелә[2]. Һуғыштан һуң хәрби хеҙмәтен Урта Азияла дауам итә[2], отделение һәм взвод командиры, рота командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары була. 1953 йылдың ноябрендә һаулыҡ торошо буйынса демоблизациялана[1]. Артабан совет органдарында биләгән вазифаһына ярашлы запастағы гвардия подполковнигы званиеһы ала.
1954—1959 йылдарҙа Дим депоһының вагон участкаһында кадрҙар буйынса инспектор, урындағы профсоюз комитеты рәйесе, партбюро секретары булып эшләй[1].
Свердловск Юғары партия мәктәбендә[3] уҡый, уны тамамлағандан һуң КПСС-тың Өфө ҡалаһы Калинин район комитетында һәм КПСС-тың Өфө ҡала комитетында инструктор була[1].
1969 йылдың мартында хеҙмәтсәндәр депутаттарының Өфө ҡалаһы Дим район советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана, был вазифала 1985 йылға тиклем хеҙмәт һала[1].
Һуңынан КПСС-тың Дим район комитетының партия комиссияһы рәйесе, Мечников исемендәге вакциналар һәм сывороткалар ғилми-тикшеренеү институтының партия кабинеты мөдире, хеҙмәтсәндәр депутаттарының Өфө ҡала советы башҡарма комитетының ҡабул итеү бүлмәһе һәм КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының ҡабул итеү бүлмәһе мөдире булып эшләй[1].
1991 йылдан Өфө ҡалаһы хакимиәте коммуналь хужалыҡ идаралығының проект-смета бюроһы инженеры, 1996—2001 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы Дим районы хакимиәте башлығы ярҙамсыһы[1].
Дәүләт идаралығы органдарында күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге һәм ҡаланың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн «Почёт Билдәһе» ордены, Өфө ҡала Советының Почёт грамотаһы[1], шулай уҡ 15 хәрби һәм хеҙмәт миҙалы менән бүләкләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• «Почёт Билдәһе» ордены [1]
• «Батырлыҡ өсөн» миҙалы[4]
• «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[4]
• башҡа миҙалдар
• Өфө ҡала Советының Почёт грамотаһы[1]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 АДМИНИСТРАЦИЯ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА ГОРОД УФА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН. Официальный сайт. Руководители Демского района, внесшие свой вклад в развитие территории ГО г. Уфа: Сайфулла Минакаев. 21 июня 2016 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 май 2025)
- ↑ 1 2 3 Сайт «Бессмертный полк». Минакаев Сайфулла Гимиевич, подполковник. 10.04.2015 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 май 2025)
- ↑ Хәҙер Урал идара итеү институты
- ↑ 1 2 Официальный сайт Общероссийского общественного гражданско-патриотического движения «Бессмертный полк России». База ветеранов / Минакаев Сайфулла Гимиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 май 2025)
Һылтанмалар
• АДМИНИСТРАЦИЯ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА ГОРОД УФА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН. Официальный сайт. Руководители Демского района, внесшие свой вклад в развитие территории ГО г. Уфа: Сайфулла Минакаев. 21 июня 2016 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 май 2025)
• Сайт «Бессмертный полк». Минакаев Сайфулла Гимиевич, подполковник. 10.04.2015 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 май 2025)
• Официальный сайт Общероссийского общественного гражданско-патриотического движения «Бессмертный полк России». База ветеранов / Минакаев Сайфулла Гимиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 май 2025)