Мышыты
Мышыты - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынындағы күл.
Этимологияһы
Атама башҡорт телендәге мышы һүҙенән барлыҡҡа килгән тип һанай Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович.Ул үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә, "от распространенных в прошлом у башкир тюркских мужских имен Мышай и Мышты, связанных с культом животных", тип яҙа[2][3]. Йәғни, гидроним "мышы" һүҙенә Арғаяш һөйләшендәгесә һүҙ яһаусы аффикс "- ты" ҡушылып барлыҡҡа килгән. Әҙәби башҡорт телендә - "Мышылы"
Географияһы
Тасуирламаһы
- Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 2,75*1,7км
- Һыу менән туйындырыу сығанаҡтары: Зюзелка (Үҙәнйылға) һәм яуым-төшөм.
- Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 255 м
- Майҙаны: 3,4км2
Күл тигеҙлектәр өсөн хас сифаттарға эйә. Сөңкәһе түңәрәк. Төбө ләмле [4]
Мышыты - һай күл: һыу ятҡылығының уртаһында тәрәнлеге бары тик 1,35 метр. Һыуынан тоҙ тәме итә. Яр һыҙаты тигеҙ[5].
Яр буйынан уҡ тәрәнәйә башлай һәм күл уртаһына тиклем бер сама тәрәнлектә ҡала (макс. 1,35 м).
Һыуы аҡмай, минераллылығы - 1148 мг/л, гидрокарбонатлы-натрийлы типҡа ҡарай [6].
Флораһы һәм фаунаһы
Шулай уҡ ҡара
Иҫкәрмәләр
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Шувалов // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ 1 2 Мышты
- ↑ 1 2 Озеро Мышты 2019 йылдың 2 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Озеро Мышты 2019 йылдың 17 июнь көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- Озеро Мышты 2019 йылдың 17 июнь көнөндә архивланған.