Нәрәле (һырт)
Нәрәле (рус. Нурали) — Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Башҡортостан Республикаһының Учалы районында, Иҫке Байрамғол ауылынан бер нисә километр төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан. Нәрәле түбәһе, бейеклеге бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, түңәрәк һәм урманһыҙ. Һырт битләүҙәрендә Мейәс йылғаһы, көнбайыш итәгенән Шерәмбай һәм Шарҙатма йылғалары башлана. Көнсығыш итәгендә Алакүл, Нәрәле, Шерәмбай һәм башҡа күлдәр бар[1]. Һырт — джип, квадроцикл, мотоцикл һәм велосипедта йөрөү өсөн популяр урын[2].
Атаманың килеп сығышы
«Нәрәле» атамаһы башҡорт телендәге «нурлы», «яҡты» һүҙҙәренән килеп сыҡҡан, сөнки һырт аҡһыл тау тоҡомдарынан тора һәм түбәләре урманһыҙ булғанлыҡтан яҡтырып торғандай күренә[3].
Икенсе фараз буйынса, «Нурали» — антропоним (рус.)баш., Нур (Нурлы) Али исеменән алынған[3][2]. Башҡортсала хәҙер рәсми ҡулланылған «Нәрәле» — рус телендәге «Нурали»ҙың бигүк уңышлы булмаған тәржемәһе түгеле икән?
Һүрәтләмәһе
Учалы районы биләмәләренән Шырымбай йылғаһы (Мейәс йылғаһы бассейны) алып Шарҙатма йылғаһына (Уй йылғаһы ҡушылдығы) тиклем һуҙылған, бейеклеге 628 метрлы Сиритур һырты менән тоташҡан. Оҙонлоғо яҡынса — 8 километр, киңлеге яҡынса — 2 километр, абсолют бейеклеге —752 метр. Һырт уйһыулыҡтар менән йырғыланған; өс түбәһе бар[1].
Аҫҡы палеозойҙың перидотиттары, дуниттары, пироксениттарынан һәм силурий ултырмаларынан тора: туфтар, кремнийлы һәм балсыҡлы тоҡомдар, эзбизташтар (б.э. т. 440410 млн йыл), шулай уҡ гипербазиттар бар[1][4]
Ландшафты (рус.)баш. ҡараһыу һоро урман-тау тупрағындағы ҡарағай‑ҡайын урмандарынан (урыны менән ҡуйылары ла осрай) һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы болон үҫемлектәре менән ҡапланған даланан ғибәрәт[1].
Флораһы һәм фаунаһы
Нәрәленең ағас тоҡомдары: ҡарағай, ҡарағас, шыршы, аҡ шыршы, ҡайын, уҫаҡ һәм ерек. Ҡыуаҡлыҡтар: муйыл, балан, миләш, энәлек, гөлйемеш (әлморон), ҡарағат, сейә, тал, сәтләүек. Күпселек өлөшөндә һырт — яланғас, ҡайһы бер урындарында ғына ылыҫлы йә ҡатнаш урман үҫә[5].
Үлән япмаһында ҡолонғойороҡ (тут үләне), бүтәгә, әремдәр, йыйылма айрауыҡ, һолүлән, болон һолоноғо, болон тимофеевкаһы, ҙур ҡондораҡ, юл япрағы, ҡаҙ үләне, бәпембә, үрмә клевер, аҡ сәскә өҫтөнлөк итә. Күп төрлө киң япраҡлы үләндәр таралған, уларҙан бигерәк тә еҫле балтырған (зәржә), мүктәк, яҙғы чина, еҫле һырмауыҡ, Европа тайтояғы, шифалы ҡырҡъяпраҡ, ҡымыҙлыҡ, туғай йондоҙҡайы, тәүсәскә (кәзә һаҡалы), күк һөтлөгән (балсәскә), һары умырзая һәм күк умырзая (йоҡо үләне) өҫтөнлөк итә. Ташлы урында үҫкәндәрҙән бында кейәү үләне, үтә ябай оносма, сәнскеле тау башағы, энәле ҡәнәфер һәм башҡалар осрай. Һырттың үҙендә үлән япмаһы урман ҡыуышлығы аҫтында һәм ярайһы уҡ һөҙәк аҡландарҙа таралған. Үҫемлектәр менән нығытылмаған текә битләүҙәрҙә тупраҡ йыуыла йә уны ел осора[5].
Хайуандар донъяһы: айыу, мышы, болан, ҡабан, бүре, һеләүһен, төлкө, аҡ ҡуян һәм үрғуян, осор тейен, аҫ, бурһыҡ, әлгәнйәк, шәшке, көҙән, һыуһар, байбаҡ, янут-эт, терпе, баҡса ҡомағы, ярғанаттар.
Ҡоштар: һуйыр, ҡорҙар, сел (бозор), өйрәктәр (үрҙәктәр) (сыйылдаҡ сөрәгәй, сытырҙаҡ сөрөгәй, һуна өйрәк, сумғыс өйрәк, бүрекле ҡара өйрәк, һоро өйрәк, ҡашҡалаҡ, ҡашыҡморон өйрәк, көйөлдөләр, аҡсарлаҡтар, сыпҡайҙар, ҡыр ҡаҙҙары, һабан турғайҙары, ҡоҙғон, ала ҡарға, һоро торна, сапсан ыласын, торомтай, билала (көйгәнәк)[5].
Һөйрәлеүселәр һәм ер-һыу хайуандарынан бында йылға һәм үлән тәлмәрйендәре, уһылдаҡ тәлмәрйен, ябай туҙбаш йылан һәм һыу туҙбаш йыланы, ябай ябай һәм дала ҡара йыланы, йылғыр кеҫәртке көн күрә[5].
Һырт буйлап маршруттар
Нәрәлегә күтәрелеү еңел, хатта бала-сағалар ҙа юлды уңышлы үтә. Йәйен дә, ҡышын да туристар бында әүҙем йөрөй, шуға ла һырт биттәрендә тапалған, яҡшы күренеп ятҡан һуҡмаҡтар бар. Ямғырҙан һуң уларҙа тайғаҡ урындар барлыҡҡа килеүе мөмкин. Һырт түбәһенә шулай уҡ велосипедта, квадроциклда (рус.)баш., джипта йә мотоциклда күтәрелергә мөмкин. Үҙең менән бер ниндәй ҙур нәмә лә алырға кәрәкмәй: уңайлы аяҡ кейеме, ямғырҙан һаҡланыу өсөн ҡулсатыр, һыу һәм аҙыҡ, шәхси дарыуҙар. Нәрәленән тирә-яҡҡа иҫ киткес күренеш асыла. Башҡа тау һырттарының тиҫтәләгән километрға һуҙылыуын, Ауыштауҙы, күлдәрҙең һәм йылғаларҙың ялтырап ятыуын ҡарарға мөмкин. Нәрәленең үҙен ситтән ҡарарға теләгәндәргә унан әллә ни алыҫ булмаған Чашковский һыртына күтәрелергә кәрәк[5].
Нисек барырға
1-се маршрут
Һыртҡа көньяҡтан алып барған был маршрут иң популяр һанала. Ул Учалы районының Ялсығол ауылынан башлана һәм шунда уҡ тамамлана. Башта көньяҡ-көнбайышҡа, Мейәс йылғаһы буйындағы Нәрәле күле яғына барырға кәрәк. Был юлдың оҙонлоғо 6 километр. Уны үтеү йәйәүлеләргә лә, машинала булғандарға ла бер ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Һауа торошо яҡшы булғанда, бында йөрөү бик күңелле. Күл янынан тапалған һәм йыраҡтан күренеп торған һуҡмаҡ башлана, ул һырт битләүе буйынса өҫкә күтәрелә[5].
Нәрәле һыртын ҡарап сығыу өсөн бер көн тулыһы менән етә. Тәбиғәт ҡосағында ял итергә йә нәҡ был урындарҙа оҙаҡҡараҡ ҡалырға теләүселәргә һырт янында урынлашҡан мунсалы һәм матур биләмәле ҡунаҡ йортонда өй йәки бүлмә алырға мөмкин. Ҡунаҡ йорто эргәһендә яһалма быуа һәм ҡыҙыҡлы фотозона бар: ағас киҫәктәренән яһалған «Я люблю Нурали» тигән яҙыу һырт фонында эленеп тора. Әгәр Нәрәле буйлап йөрөп, сәйәхәтте оҙайтырға теләгәндә, ул тоташҡан күрше Сиритур һыртын да ҡарарға була. Уның абсолют бейеклеге 628 метр. Сиритур болон үләне менән ҡапланған, ә уның тарлауыҡтарында ҡуйы урман бар[5].
2-се маршрут
Йәйәүле туристарға йәки юлһыҙ урындарҙа йөрөүсе автомобилдә килгәндәргә яраҡлы. Ғәҙәти еңел машина менән, бигерәк тә яҙын һәм көҙөн, үтеп булмай. Бында ҡыш йөрөү ҙә бик уңайлы[5].
Маршрут Нәрәле һыртына төньяҡтан күтәрелеүгә тәғәйенләнгән. Бының өсөн Иҫке Байрамғолдан Мулдаш ауылы яғына барырға кәрәк. Уға етмәйенсә, һулға боролорға һәм электр линияһы буйлап һырт итәгенә тиклем хәрәкәтте дауам итергә. Юл кисеү аша, ҡасандыр хромит мәғдәнен байытыу менән шөғөлләнгән Петровск фабрикаһы емереклектәре эргәһенән үтә. Бында бер нисә көнгә ҡалырға теләүселәр Шерәмбай күле янында йоҡларға йорт таба ала, йәйгеһен палатка ҡуйырға ла мөмкин[5].
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Хребет Нурали. Туристический путеводитель по Республике Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ 1 2 Данил Ромодин. Хребет Нурали. Сайт «Путеводитель по Челябинской области» (29 сентябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ 1 2 Юрий Чкареули. Русалки озера Ворожеич и хребет Нурали. Сайт «Наш Урал» (15 июль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Нурали. Общее описание. Нуралинский гипербазитовый комплекс. Сайт «Всё о геологии» (18 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Хребет Нурали. Проект «Туристер» (27 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025. (рус.)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Нәрәле (һырт) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2025)
- Сайт «Большая Страна». Достопримечательности Башкирии > Хребет Нурали (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2025)
- Сайт «Наш Урал». Русалки озера Ворожеич и хребет Нурали (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2025)
- Сайт «Всё о геологии». Нурали. Общее описание. Нуралинский гипербазитовый комплекс (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2025)
- Проект «Туристер». Хребет Нурали (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2025)
- Сайт «Путеводитель по Челябинской области». Хребет Нурали (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2025)