Пакутин Вильям Дмитриевич
Пакутин Вильям Дмитриевич (12 март 1930 йыл, Киров өлкәһе Санчур районының Пакутин ауылы — 19 сентябрь 2022 йыл, Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы) — хоҡуҡ белгесе-ғалим. 1956—1963 йылдарҙа Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу юридик институтының Өфө филиалы уҡытыусыһы, 1963 йылдан Сверловск юридик институтының Өфө факультеты деканы, 1972 йылдан Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының енәйәт хоҡуғы, процессы һәм криминалистика кафедраһы мөдире, 2003—2010 йылдарҙа — ошо кафедра профессоры. Юридик фәндәр кандидаты (1958), профессор (2003). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ике Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1963, 1969). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2000), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).
Биографияһы
Вильям Дмитриевич Пакутин 1930 йылдың 12 мартында хәҙерге Киров өлкәһе Санчур районының 1980 йылдарҙа бөткән Пакутин ауылында тыуған.
Мәскәү юридик институтын тамамлағандан һуң аспирантураға тәҡдим ителә. Был юғары уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты менән берләштерелгәс, ошонда аспирантурала уҡыуын дауам итә.
1956 йылда Өфөгә күсеп килә һәм Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу институтының Өфө филиалында уҡытыусы булып эшләй башлай.
1958 йылда Мәскәү дәүләт университетында «Хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге енәйәттәр өсөн совет енәйәт хоҡуғы буйынса яуаплылыҡ» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].
1963 йылда, филиал Свердловск юридик институты составына факультет хоҡуғында ингәндән һуң, Вильям Пакутин уның деканы итеп һайлана һәм был вазифала 1972 йылға тиклем була.
1972 йылдың ғинуарында Свердловск юридик институтының Өфө факультеты Башҡорт дәүләт университеты составына инә һәм уның юридик факультеты статусын ала. В. Пакутин енәйәт хоҡуғы, процесс һәм криминалистика кафедраһы мөдире итеп һайлана, 2003 йылдың июленән ул ошо кафедра профессоры. 2010 йылда хаҡлы ялға сыға.
Ғалим 2022 йылдың 19 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Ғилми эшмәкәрлеге
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары хеҙмәтте енәйәт-хоҡуҡи һаҡлау, тышҡы тәбиғәт мөхите, ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш һәм енәйәттә ҡатнашыуҙы тикшереү проблемалары, СССР һәм РСФСР-ҙың, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының енәйәт ҡануниәтен камиллаштырыу менән бәйле мәсьәләләргә арналған.
Ғалим 80-дән ашыу фәнни мәҡәлә һәм ғилми хеҙмәттәргә рецензиялар авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ике Почёт грамотаһы (1963, 1969)
• Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983)
• Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2000)[3]
• Салауат Юлаев ордены (2019)
• Башҡорт дәүләт университетының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010)[4]
• В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей миҙалы (1970)
• «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1980)
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://vk.com/wall-189996767_1477?ysclid=mb7h9em4ld985757922
- ↑ Пакутин, Вильям Дмитриевич. Ответственность по советскому уголовному праву за преступления в области охраны труда : диссертация ... кандидата юридических наук. Российская государственная библиотека (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 май 2025)
- ↑ Сайт «Награды России». Пакутин Вильям Дмитриевич. Почетное звание «Заслуженный работник высшей школы Российской Федерации» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 май 2025)
- ↑ Заслуженные работники БашГУ. Пакутин Вильям Дмитриевич, профессор кафедры уголовного права и процесса (2010) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 май 2025)
Һылтанмалар
• Администрация Кировского района Уфы. Видный ученый-юрист, стоявший у истоков высшего юридического образования в Республике Башкортостан, 12 марта отмечает юбилей (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 май 2025)
• 19 сентября 2022 года на 93-м году ушел из жизни Пакутин Вильям Дмитриевич. Страница Институт права УУНиТ. 19 сентября 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 май 2025)
• Заслуженные работники БашГУ. Пакутин Вильям Дмитриевич, профессор кафедры уголовного права и процесса (2010) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 май 2025)