Пасов Николай Трофимович
Николай Трофимович Пасов (1914 йылдың 6 декабре, Мәләүез, Өфө губернаһы — 1978 йылдың 8 июне, Өфө) — финансист, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Уҡсылар батальоны командиры урынбаҫары, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
Пасов Николай Трофимович 1914 йылдың 6 декабрендә Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Мәләүез ауылында[1] тыуған[2].
Урыҫ. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Мәктәпте һәм финанс-иҡтисад институтын тамамлай. Эшсе була, һуңынан Башҡорт АССР-ының Белорет районы Ҡағы ауылында ағас әҙерләү һәм ағыҙыу буйынса агент (рус.)баш. булып эшләй.
Хеҙмәтсәндәр депутаттарының Мәләүез район советы башҡарма комитетының һаулыҡ һаҡлау бүлеге секретары, иҫәпсе, Үзбәк ССР-ының Ташкент ҡалаһында тирмән комбинатында бухгалтер, Уральск ҡалаһында Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкә финанс бүлегенең халыҡ хужалығы секторы инспекторы (рус.)баш., хеҙмәтсәндәр депутаттарының Ташкент ҡала cоветы башҡарма комитетының финанс бүлеге инспекторы булып эшләй[3].
1940 йылда Үзбәк ССР-ының Ташкент ҡалаһының Сталин район хәрби комиссариатынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1942 йылда Сухуми хәрби пехота училищеһын, 1944 йылда Тбилиси ҡалаһында РККА‑ның команда составын камиллаштырыу «Выстрел» юғары курсын тамамлай.
1944 йылдың апреленән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 4-се Украин фронты 18-се армияның Суворов орденлы 8-се уҡсылар дивизияһы 229-сы уҡсылар батальонының 2-се уҡсылар батальоны командиры урынбаҫары лейтенант Николай Пасов 1944 йылдың 26 июлендә Прут йылғаһы эргәһендә алышта батырлыҡ күрһәтә[3].
Һуғыштан һуң өлкән лейтенант Пасов Н. Т. — запаста (рус.)баш.. Өфө ҡалаһында йәшәй. Башҡорт АССР-ының Финанс министрлығының коммуналь хужалыҡты финанслау бүлегендә инспектор була, Өфө ҡалаһының Киров районы 61-се үҙәк һаҡлыҡ кассаһының мөдир урынбаҫары, Өфө ҡалаһының Жданов районы 7046-сы һаҡлыҡ кассаһы мөдире, һаҡлыҡ кассалар идаралығының өлкән инспекторы, Өфө ҡалаһы Совет районының 7045-се үҙәк һаҡлыҡ кассаһы мөдире булып эшләй.
1978 йылдың 8 июнендә вафат була. Өфө ҡалаһында ерләнә[3].
Батырлығы
«229-сы уҡсылар полкының 7-се уҡсылар ротаһы командиры (8-се уҡсылар дивизияһы, 18-се армия, 4-се Украин фронты) лейтенант Николай Пасов 1944 йылдың 26 июлендә Прут йылғаһы буйында һөжүм итеүҙе оҫта әҙерләй: рота дошман штабын ҡыйрата, күп техникаһын баҫып ала. Лелятин станцияһында дошман велосипедсыларының ҙур төркөмөн юҡ итә»[3].
1945 йылдың 24 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән командованиеның (рус.)баш. хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шуның менән бергә ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн лейтенант Николай Трофимович Пасовҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 610) тапшырылып «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1945)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (24.03.1945)
- Ленин ордены (24.03.1945).
- Өсөнсө дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены (17.05.1945)[3]
- Беренсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены (05.12.1944)[3]
- Икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены (15.07.1944)[3]
- Миҙалдар.
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Николай Трофимович Пасовтың исеме Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районының 5-се дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелә[5][6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез ҡалаһы.
- ↑ И. Ғ. Кәримова. Пасов Николай Трофимович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Н. В. Уфаркин. Пасов Николай Трофимович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Пасов Николай Трофимович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Пасов Николай Трофимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2026)
- Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Пасов Николай Трофимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2026)
- Республиканский музей Боевой Славы: Пасов Николай Трофимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2026)
- Сайт «Дзен». 7 минут, которые изменили ход войны: невероятный подвиг лейтенанта Пасова (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2026)
- Сегодня исполняется 95 лет со дня рождения Героя Советского Союза Николая Пасова. ИА «Башинформ», 10 декабря 2009 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2026)
- МАУКИ «Мелеузовский историко-краеведческий музей» муниципального района Мелеузовский район Республики Башкортостан. Достопримечательности г. Мелеуз и Мелеузовского района / Аллея Героев / Пасов Николай Трофимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2026)
- Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа № 5 имени Героя Советского Союза Пасова Николая Трофимовича муниципального района Мелеузовский район Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2026)