Рәсәйҙә ике теллелек
Ике теллелек (рус. Двуязычие в России) — Рәсәй Федерацияһының Алтай, Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан, Яҡут (Саха) Республикаларында, Төньяҡ Кавказ республикаларында, Бүрәт Республикаһында һәм башҡа төбәктәрҙә таралған күренеш, билингвизм. Был республикаларҙа тел торошо типик структураға эйә: ҡала халҡы күпселек осраҡта бары тик рус телендә генә һөйләшә йәки төп халыҡтын телен бер ни тиклем кимәлдә белә. Ауыл халҡы бик йыш туған этносының телен белә, рус телен тулы кимәлдә белмәй йәиһә ышаныслы һөйләшмәй. Билингвизмдың икенсе төрө (туған тел булараҡ рус теле һәм башҡа телде белеү) һирәгерәк таралған.
Карелия
Карел Республикаһында тел торошо күпләп ситтән, нигеҙҙә рус телле халыҡтың килеүе менән ҡылыҡһырлана[1]. Үҙен карел, вепсс, фин, саам телендә һөйләшкән генә түгел, ә төп халыҡ тип һанағандарҙың өлөшө ҙур түгел: 11,9 % (2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса)[1]. Билингвизм, нигеҙҙә, төп халыҡ йәшәгән ауыл ерлегенә хас. Ҡалала ул ауылдан килгән оло йәштәгеләргә хас. Әлегәсә рус теленән тыш көнкүрештә үҙ-ара аралашыу өсөн был телдәрҙең ике-өсөн ҡулланғандар ҙа осрай (быға телдәрҙең яҡынлығы һәм халыҡтың ҡатнашып йәшәүе йоғонто яһай), йәштәр рус теленә өҫтөнлөк бирә.
Төп халыҡтың проценты әҙ булыуға ҡарамаҫтан, Карел Республикаһында уның туған телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса көс һалына: был телдәр бер нисә мәктәптә рус теленә өҫтәмә рәүештә йәки факультатив рәүештә туған тел булараҡ уҡытыла, ә Лённрота исемендәге Фин-угор мәктәбендә, Петрозаводск университетында — предмет булараҡ. Карелияның был телдәрендә гәзит-журналдар, китаптар нәшер ителә, телевизион һәм радиотапшырыуҙар сыға[2], театрҙарҙа постановкалар ҡуйыла. Карель теленә дәүләт статусы биреү буйынса эш алып барыла[3]. Бик йыш ике телдә, ғәҙәттә рус, карел йәки фин телендә яҙылған алтаҡталар, атап әйткәндә: учреждениелар һәм магазиндар атамалары, автомобиль юлдарында тораҡ пункттар күрһәткестәре, тимер юлында станция пункттары атамалары осрай.
Әммә төп аралашыу теле булып рус теле тора.
Коми Республикаһы
Коми Республикаһында тел торошо шулай уҡ рус телле халыҡтың күп килеүе менән ҡылыҡһырлана. Әммә республика хөкүмәте телде һаҡлау буйынса саралар күрә: тораҡ пункттары урамдарында барлыҡ урам күрһәткестәре, йорттарҙағы табличкалар, сауҙа нөктәләре хужалары, сауҙа нөктәләренең һәм учреждениеларҙың эш ваҡыты тураһында мәғлүмәт ике телдә: коми һәм рус телдәрендә яҙылған. Коми телендә шулай уҡ китаптар, әҙәби журналдар, республика һәм район гәзиттәре сыға. [4]
Коми-рус ике теллелеге был телдәрҙе йөрөтөүселәрҙең оҙайлы бәйләнеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Коми-рус ике теллелеге күпләп совет осоронда үҫеш ала, рус телен ҡулланыу даирәһе даими киңәйә бара. XX быуат һуңында ауылда йәшәгән комиҙарҙың 95 %-ы ниндәйҙер кимәлдә туған телен һәм рус телен белә. туған телен рус теле тип һанаған комиҙар (нигеҙҙә, ҡалала) һаны арта. 1989 йылғы СССР халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, улар барлыҡ комиҙарҙың 20 %-ын алып тора, һәм уларҙың 50 % коми телендә иркен аралашыуын күрһәтә. Рус-коми ике теллелеге осраҡтары ла күҙәтелә. Мәҫәлән, 1989 йылда Коми Республикаһында йәшәгән 1,2 % рустар коми телендә иркен һөйләшеүен белдергән[5].
Башҡортостан
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Башҡорт-рус ике теллелеге
Башҡортостан Республикаһында тел торошо билингвтарҙың күп булыуы менән ҡылыҡһырлана. 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 1 482 740 кеше, рус телен дә индереп, — ике, 259 558 кеше — өс, 28 551 кеше өс һәм унан күберәк тел белә[6].
1999 йылдың 4 майында «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законы ҡабул ителә, ул республика территорияһында дәүләт телдәре итеп башҡорт һәм рус телдәрен раҫлай.
Ике теллелек бигерәк тә ауыл райондарына хас һәм төрлө этностарҙың үе-ара көнкүреш аралашыуы өсөн кәрәк. Башҡортостандың көнсығыш ауыл райондарында башҡорт-рус ике теллелеге киң таралған; көнбайыш райондарҙа шулай уҡ рус-татар ике теллелеге йәшәй. Бик йыш милли-ара аралашыу теле булып рус теле, һирәгерәк башҡорт йәки татар теле тора. Мәҫәлән, 2020 йылғы халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса, башҡорт телен 31 438 этник рус, 91 581 татар белә. Төбәктә тел торошо башҡорт һәм татар телдәренең билдәле яҡынлығы һәм телдәрҙең дистант диалекттары ҡатнашлығында тел континуумына киңәйтелеүе сәбәпле горизонталь диглоссия менән бәйле. Республикала йәшәгән сыуаштарҙың, марийҙарҙың һәм удмурттарҙың билдәле бер өлөшө шулай уҡ башҡорт йәки татар телен белә һәм уны башҡа этностар менән көндәлек аралашыуҙа ҡуллана.
2024 йылдың декабренә ҡарата Башҡортостанда 9 полилингваль мәктәп эшләй, уларҙа уҡытыу бер үк ваҡытта рус, туған һәм сит ил телендә алып барыла. Шулай уҡ 50 мәктәпкәсә учреждениела 72 полилингваль төркөм эшләй[7].
Башҡортостан ҡалаларында милләт-ара аралашыу теле булып йышыраҡ рус теле тора.
| БР-ҙың дәүләт телдәренә эйә (2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса) |
Рустар | Башҡорттар | Татарҙар | Сыуаштар | Марийҙар | Украиндар | Мордвалар | Удмурттар | Башҡалар | Милләте күрһәтелмәгән |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Башҡорт теле[8] | 31 438 | 802 065 | 91 581 | 2 696 | 2 479 | 229 | 106 | 2 223 | 903 | 3 977 |
| Рус теле[8] | 1 507 803 | 1 239 536 | 963 396 | 79 480 | 84 403 | 14 798 | 10 934 | 17 024 | 13 137 | 50 271 |
| Башҡа телдәрҙе белә[8]: | ||||||||||
| Инглиз теле | 59 045 | 30 665 | 33 013 | 1 564 | 1 673 | 563 | 165 | 851 | 1 375 | 1 679 |
| Ҡаҙаҡ теле | 284 | 621 | 446 | 9 | 18 | 16 | 1 | 8 | 19 | 9 |
| Ялан-көнсығыш мари теле | 2 183 | 1 743 | 876 | 63 | 56 131 | 17 | 9 | 173 | 501 | 390 |
| Немец теле | 10 108 | 4 926 | 4 879 | 333 | 593 | 135 | 44 | 97 | 74 | 197 |
| Татар теле | 28 257 | 216 400 | 549 158 | 5 726 | 9 186 | 339 | 180 | 5 002 | 1 315 | 4 155 |
| Удмурт теле | 419 | 1 175 | 300 | 2 | 89 | 3 | 1 | 13 498 | 11 | 25 |
| Украин теле | 2 826 | 198 | 207 | 30 | 12 | 4 119 | 6 | 5 | 36 | 34 |
| Француз теле | 1 554 | 594 | 822 | 24 | 126 | 28 | 2 | 5 | 108 | 38 |
| Сыуаш теле | 3 237 | 1 030 | 932 | 48 565 | 76 | 31 | 111 | 3 | 56 | 179 |
Татарстан
Татарстан Республикаһы Конституцияһының 8-се статьяһына ярашлы, Татарстан Республикаһының бөтә территорияһында рус һәм татар телдәре тиң хоҡуҡлы тип таныла. Шунда уҡ, дәүләт выласы органдарында, урындағы үҙидара органдарында, дәүләт учреждениеларында ике тел дә тиң нигеҙҙә ҡулланыла, тиелә.
Билингвизм мәсьәләһе Татарстанда әүҙем фекер алышыу темаһы булып тора[9][10], был тема буйынса фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла[11][12], мәҡәләләр яҙыла[13]. Көндәлек тормошта бик йыш татар телмәренә рус һүҙҙәрен, тел конструкцияларын һәм тотош һөйләмдәр ҡушылған рус-татар суржигын ишетергә тура килә. Ҡалаларҙағы татар телле халыҡ ауыл халҡына ҡарағанда рус телен яҡшыраҡ белергә тырыша, татар телен бары тик өйҙә генә ҡулланһа, эш урынында, йәмәғәт урынында, рус телле дуҫтары менән аралашҡанда рус телен ҡуллана.
Татарстанда татарҙар һәм сыуаштар күпләп йәшәгән ауыл райондарында аралашыу теле булып татар теле тора. Татар ауылдарында йәшәгән рустар ҙа телде өйрәнеп, күрше татарҙар менән аралашҡанда татар телен ҡуллана. Әгәр оло быуын Татарстан сыуаштары өсөн төп тел булып сыуаш һәм татар телдрәе торһа, йәштәр араһында татар теле рус теленә урын биреп, өсөнсө урынға күсә. Татарстан сыуаштарының күпселеге сыуаш, рус һәм көнкүреш кимәлендә татар телен белә.
Шул уҡ ваҡытта, 2001 йылғы һорау алыуҙарға ярашлы, Татарстан татарҙарының 53,8 % балаларын татар теле предмет булараҡ уҡытылған рус мәктәбендә уҡытырға теләк белдерә. Республиканың нефть райондарында татар йәштәренең 15 % һәм рус йәштәренең 16,5 % туған телен үҙ милләтенең йәшәү гарантияһы итеп ҡабул итһә, 31 % татар һәм 59,5 % рус йәштәре туған теленә аралашыу сараһы тип кенә ҡарай[14].
Сыуаш Республикаһы
Сыуаш Республикаһының күпселектә сыуаштар һәм татарҙар йәшәгән ауыл райондарында милләт-ара аралашыу теле булып быға тиклем сыуаш теле торһа, яйлап был функция рус теленә күсә бара.
Яҡутстан
Яҡут (Саха) Республикаһы Конституцияһының 46-сы статьяһына ярашлы, республика территорияһында дәүләт телдәре булып яҡут һәм рус теле тора һәм улар тиң хоҡуҡлы. Яҡутстан милләт-ара аралашыу теле булмаған аҙ һанлы Рәсәй төбәктәренең береһе[15]. Яҡутстандың ерле халҡы (долгандар, эвендар, эвенктар, юкагирҙар һәм сахалар) араһында саха теле милләт-ара аралашыу теле итеп ҡулланыла. Күпселек мәктәптәрҙе (нигеҙҙә, ауылдарҙа) ҡайһы бер кластарҙа, ҡайһы берҙә тотош мәктәптә уҡытыу тик яҡут телендә генә алып барыла. Йәмәғәт транспортында (автобустарҙа) туҡталыштар ике телдә иғлан ителә. Күп күрһәткестәр һәм юл билдәләре ике телдә яҙылған. Яҡут, рус телдәрендә, шулай уҡ төньяҡтың аҙ һанлы халыҡтары телдәрендә киң мәғлүмәт саралары эшләй. Рәсми эш теле булып рус теле һәм яҡут теле тора. Ҡала мөхитенән алыҫ булған урындарҙа ла рустар яҡут телен өйрәнә һәм ул яйлап күптәр өсөн туған телгә әүерелә.
Рәсәй территорияһында аралашыу телдәре
Ҡайһы бер осраҡтарҙа рус теле менән урындағы тел бәйләнештәре пиджиндар һәм ҡатнаш телдәр барлыҡҡа килтерә. Рус Төньяғында поморҙар араһында руссенорскты белеү киң тарала[16][17]. Алыҫ Көнсығышта рус-ҡытай пиджины ҡулланыла[18][19]. Рус нигеҙле тағы бер пиджин Таймырҙа долгандар, нганасандар, энецтар, эвенктар ҡуллана[20][21]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 См. статью: Карел Республикаһы халҡы (рус.)баш.
- ↑ См. подробнее в статье: Петрозаводсктың киң мәғлүмәт саралары (рус.)баш.
- ↑ См. статью: Республика Карелия#Языковая проблема
- ↑ Е.А.Кондрашкина Современная языковая ситуация в Республике Коми. Архивировано 1 сентябрь 2013 года. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ Айбабина Е. А. Двуязычие // Коми язык. Энциклопедия / Отв. ред. Г. В. Федюнёва. — М., 1998. — С. 93.
- ↑ Владение языками и использование языков населением по муниципальным образованиям Республики Башкортостан. (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2025)
- ↑ Гульназира Ишбердина. Акмуллинский университет помогает развивать полилингвальное образование. "Российская газета" (24 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2025.
- ↑ 1 2 3 Владение языками населением наиболее многочисленных национальностей МО РБ (недоступная ссылка — история). (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2025)
- ↑ Рустам Минниханов: «Вопрос двуязычия не подлежит пересмотру». Архивировано 1 сентябрь 2013 года. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ В Казани обсудят проблемы билингвизма в технических вузах. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2013. Архивировано 28 декабрь 2011 года. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ Двуязычие в Татарстане. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2013. Архивировано 27 апрель 2012 года.
- ↑ Влияние двуязычия на этноидентичность этнофоров и их представления о культурных ценностях этнических соседей в Татарстане. Архивировано 1 сентябрь 2013 года. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ О проблемах двуязычия в Татарстане. Архивировано 1 сентябрь 2013 года. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ Я. З. Гарипов. Языковое развитие полиэтнического региона. Социологические исследования (23 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2025.
- ↑ Алпатов В. М. Языковая ситуация в регионах современной России. Архивировано 1 сентябрь 2013 года. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ Broch, I. & Jahr, E. H. 1984. «Russenorsk: a new look at the Russo-Norwegian pidgin in northern Norway.» In: P. Sture Ureland & I. Clarkson (eds.): Scandinavian Language Contacts, Cambridge: C.U.P., pp. 21-65.
- ↑ Русско-норвежский пиджин. Архивировано 1 сентябрь 2013 года. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ Е.В.Перехвальская. Сибирский пиджин (дальневосточный вариант). Формирование. История. Структура. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2013. Архивировано из оригинала 6 август 2013 года. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ Русско-китайский пиджин. Архивировано 1 сентябрь 2013 года. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ А.Ю.Урманчиева. Говорка: пример структурно смешанного языка. Архивировано 1 сентябрь 2013 года. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ Е. А. Хелимский «Говорка» — таймырский пиджин на русской основе // Компаративистика. Уралистика: Лекции и статьи. М.: Языки русской культуры, 2000.
Әҙәбиәт
- 150 языков и политика: 1917—1997. Социолингвистические проблемы СССР и постсоветского пространства. М.: Институт востоковедения РАН. 1997. 192 с. ISBN 5-89282-022-X (Изд. 2-е, дополненное (…1917—2000). М.: Крафт + Институт востоковедения РАН, 2000. 224 с.)
- Пунегова Г. В. Функционирование русского языка в условиях двуязычия в Республике Коми. Сыктывкар, 2008. 184 с.
Һылтанмалар
- З. Ғ. Ураҡсин. Рәсәйҙә ике теллелек // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- Языковая ситуация в Российской Федерации. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- Двуязычие в СМИ Мордовии. Архивировано 1 сентябрь 2013 года. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- Художественный билингвизм в мордовской литературе и его национально-стилевая природа. Архивировано 1 сентябрь 2013 года. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- Отношение жителей Удмуртской Республики к вопросам русско-удмуртского билингвизма. Архивировано 1 сентябрь 2013 года. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- Гамзатов Г. Г. Вопросы двуязычия в Дагестане. Известия Академии Наук, СЛЯ, (март 1983). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2025. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- Бурятско-русское двуязычие в Агинском Бурятском автономном округе социолингвистический аспект. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- Двуязычие в современной Бурятии. Архивировано 1 сентябрь 2013 года. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- Двуязычие в Бурятии: новые аспекты изучения - Г. А. Дырхеева. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- Константин Замятин, Анника Пасанен, Янне Саарикиви. Как и зачем сохранять языки народов России? (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)