Миңлеханов Рөстәм Нурғәли улы

Миңлеханов Рөстәм Нурғәли улы (1 март 1957 йыл) — дәүләт, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 2010 йылдан Татарстан Республикаһы Президенты. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы бюроһы ағзаһы[1].

«Татнефть», «Татнефтехиминвест-холдинг», «Связьинвестнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре директорҙар советы рәйесе, Ҡазан федераль университетының Попечителдәр һәм Күҙәтеү советтары рәйесе[2][3].

Биографияһы

Рөстәм Нурғәли улы Миңлеханов 1957 йылдың 1 мартында Татар АССР-ы (хәҙер Татарстан Республикаһы Балыҡ Биҫтәһе районының Яңы Арыш ауылында тыуған.

1978 йылда «инженер-механик» һөнәре буйынса Ҡазан ауыл хужалығы институтын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген йүнәлтмә буйынса "Сельхозтехника"ның Саба район берекмәһендә инженер-диагностик булып башлай.

  • 1980—1983 йылдарҙа Саба леспромхозының өлкән һәм баш энергетигы була.
  • 1983 йылда Саба районы ҡулланыусылар йәмғиәтенең рәйес урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
  • 1985 йылдан — Арса райпоһы рәйесе.
  • 1990 йылда халыҡ депутаттарының Арса район Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана.
  • 1992 йылда район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
  • 1993—1996 йылдарҙа — Бейектау районы башлығы.
  • 1996—1998 йылдарҙа — Татарстан Республикаһы финанс министры.
  • 1998 йылдан Татарстан Республикаһы Хөкүмәте етәксеһе.

«Татнефть», «Татнефтехиминвест-холдинг», «Связьинвестнефтехим» ойошмаларының директорҙар советы рәйесе.

  • 2010 йылдан Татарстан Республикаһы Президенты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Тема буйынса өҫтәмә